-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
10 Ноябрь 2022, 16:55

Байлыҡ мәңгелекме?

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бик бай бер хан. Үҙендә күп ҡолдар тотҡан, улар-ҙы көнө-төнө эшләткән, әммә үлмәҫлек кенә ашатҡан. Хан үтә ҡанһыҙ ҙа булған. Берәй эшсеһе бурысын еренә еткереп үтәмәһә, язалап үлтерергә ҡушҡан.Йәйләүендә барыһының да ҡотон алып йәшәгән. Шуның өсөн бөтәһе лә хандың һәр әмеренә буйһонған.

Тик бер егет кенә иғтибар бирмәгән. Ул байлыҡ артынан ҡыуған кешеләрҙе яратмаған. Үҙе ярлы булһа ла, бер ваҡытта ла ханға ярҙам һорап бармаған. Барыһын да үҙ көсө менән эшләп тапҡан, аҡыллы булған.
Хан бер заман егетте янына саҡыртып алған да:
– Кешеләр миңә ярҙам һорап килә, ә һине бер ҡасан да тупһамда күргәнем юҡ. Бының сәбәбе нимәлә? – тип ҡы-ҙыҡһынған.
– Сәбәбе ябай: мин бөтәһен дә үҙем эшләп өйрәнгәнмен. Ошоға тиклем, бик ярлы бул-һам да, барыһына ла риза булып йәшәнем, артабан да шулай көн итермен. Сөнки мине байлыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Бай кеше лә берәй заман ярлы булып ҡалырға мөмкин, – тип яуап ҡайтарған егет.
Уның ҡыйыулығына иҫе киткән хандың асыуы килгән, был һүҙҙәр фәҡәт уға төбәлгән ке-үек күренгән. Һәм:
– Һинең был һүҙҙәрең өсөн ҡаты яза бирергә тейешмен, – тип егетте үлтерергә ҡушҡан.
…Күп йылдар үткән. Бер ваҡыт йәйләүҙә ҡот осҡос көслө дауыл булып, хандың бөтә байлығын үҙе менән ҡуша осороп алып киткән. Күп алтын-көмөш үҙенән-үҙе ярлыларҙың алдына килеп төшкән. Быға халыҡ бик аптыраған.
Хан аҙаҡ ҡолдарының йорттарына инеп, байлыҡтарын кире алырға йөрөһә лә, бер ишек тә асылмай, ти. Ул илай-илай ишектәрҙе шаҡыған, ғәфү үтенгән, ләкин бер кем дә иғтибар итмәгән. Шул саҡ хан егеттең әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөргән: «Бай кеше лә бер заман ярлы булып ҡалырға мөмкин…»
Өйһөҙ ҡалғас, ул киләсәген былай күҙ алдына килтергән: имеш, ул ярлыларға ҡол булып эшләп йөрөй. Ошо мәсхәрәне күтәрә алмаясағын аңлаған хан оятынан ни эшләргә лә белмәгән һәм бейек ҡаянан йылғаға ташланған…
Уның нисек һәләк булғанын бер кем дә белмәгән һәм күрмәгән, хатта иҫкә алыусы ла осрамаған, ти. Ысынлап та, байлыҡ тураһында ғына уйлап, башҡалар тормошона күҙ һалмаған кеше кемгә кәрәк? Хандың үлеменән һуң донъялар йәмләнеп, ярлылар урта хәллеләр, байҙар менән бергә татыу ғүмер итә башлаған, ти.

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: