-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
21 Февраль 2023, 13:40

Айһылыу

Әкиәт

Айһылыу
Айһылыу

Борон-борон заманда бәләкәй генә ауылда йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай. Уларҙың өс балаһы булған. Өлкән улдары – Айбар, уртансыһы Айҙар исемле, ә иң бәләкәйҙәре ҡыҙ бала икән. Үҙе шундай сибәр, аҡыллы, оҫта ҡуллы, сәсән телле, ти. Исеме лә матур – Айһылыу. Ағайҙары һеңлеһен яратмаған, сөнки атай менән әсәй гел уны маҡтай торған булған.
Бер ҡояшлы көндө Айбар менән Айҙарға утын ташырға, ә Айһылыуға һыу килтерергә ҡушҡандар. Өлкән ағаһы ҡустыһына:
– Эх, ул Айһылыуҙы урынына ултыртырға кәрәк ине, – ти икән.
– Әсәй менән атай белеп ҡал­һа?
– Ҡурҡма! Айһылыу бер әсе һүҙ әйтә белмәй, теле саҡмаҫ, беҙҙе яманлай алмаҫ, атай-әсәйгә ошаҡламаҫ.
Айһылыу, ағайҙары утынға саҡ тотонғансы, өйгә һыу килтереп өлгөргән, шунан ҡайын еләге йыйырға тип, урманға сығып киткән.
Унда тиҙ барып еткән. Йырлай-йырлай еләк йыйып йөрөгәндә ҡапыл ағастар араһынан ярҙам һорап ҡысҡырған тауыш ишетеп ҡала. Айһылыу шул яҡҡа барып ҡараһа, ерҙә бахыр ғына бер Төлкө ята, ти. Ул тәпәйен ауырттырған икән. Шуға тора ла, йөрөй ҙә алмай. Айһылыу меҫкен хай­уанды йәлләп, уға ярҙам итергә була. Кеҫәһенән үҙенең ҡулъяулығын сығарып, дауалы бер үләнде һала ла Төлкөнөң тәпәйен урап ҡуя. Ул тешләп алмаһын өсөн ҡыҙ бахырҡайға һамаҡлай-һамаҡлай өндәшә икән:
– Ҡурҡма, мин дә ҡурҡмайым!
Ҡан-яраңды урайым!
Ярҙам итһен үләнем!
Тәпәйҙәрең йүнәлһен!
Төлкө ҡыҙҙы тыңлап, тик кенә ятҡан, ти. Айһылыу уның арҡаһынан иркәләп һыйпай ҙа өйө яғына ыңғайлай.
Ағайҙары һеңлеләренең ҡайтып инеүен көтөп кенә торған, ти. Ҡыҙҙың ишекте асыуы була, өҫтөнә бер күнәк һыу һирпелмәһенме! Бынан ҡыҙыҡ табып, эй, шар­ҡылдап көлгән икән үҙҙәре. Улар бая Айһылыу ташып килтергән һыуҙы һеңлеләре өҫтөнә ҡойоп, үс алмаҡсы була.
Ә зирәк Айһылыу үпкәһен белдермәй, бары тик:
– Ағайҙар, ни өсөн өҫтөмә һыу һиптегеҙ? – тип кенә һораған, ти.
– Беҙгә күңелһеҙ булды!
– Әсәй менән атайға әйтә күрмә! – тип яуаплаған ағайҙары.
Айһылыу уларға бүтән һүҙ ҡушып тормайынса сәсән теле менән һамаҡлап ҡына ҡуя:
– Ҡояш нурында яндым,
Шишмә һыуын ҡойондом,
Онотолдо талыуҙар,
Эш һорай тағы ҡулдар!
Шунан инде түгелгән таҙа һыу менән саңланып киткән иҙәнде йәһәт кенә йыуып ала. Аҙаҡ күнәктәрен көйәнтәһенә элеп тағы ла сығып китә.
Икенсе көндө лә уңған ҡыҙ таң менән тороп, эштәрен тиҙ генә бөтөрә. Ауылда бөгөн ҙур байрам буласаҡ бит. Сәхнәләрҙә күңелле ярыштар гөрләйәсәк, өҫтәлдәргә тәмле ашамлыҡтар ҡунасаҡ. Айһылыуҙың ғына түгел, Айбар менән Айҙарҙың да был байрамды күргеләре килә. Әммә йоҡоларынан ғына оҙаҡ уяна алмай ята бирә улар.
Ҡыҙ байрам башланғансы тағы ла урманға барып килергә була. Сөнки күнәген ҡайын еләге менән тултырып бөтмәгәйне бит.
Урманда йөрөй биргәс, ҡыҙ теге яралы Төлкөнө осрата. Уның тәпәйендә Айһылыу бәйләгән ҡулъяулыҡ күренә икән. Урман йәнлеге әле аҡһаһа ла, аяғына баҫа, инде бахыр булып күренмәгән. Төлкө яҡын килгән дә бесәй һымаҡ иркә генә итеп һыйынып:
– Һаумы, мине ҡотҡарыусы ҡыҙ! – тип Айһылыу телендә, башҡортсалап өндәшкән.
– Һаумы, Төлкө дуҫым! – аптырап һаулыҡ һорашҡан ҡыҙ, – Һин беҙҙеңсә һөйләшә беләһеңме ни?
– Эйе. Мин кисә күркәм лөғәтеңде ишеттем дә отоп алдым. Ҡулың менән генә түгел, телең менән дә дауаланың һин мине. Атай-әсәйең өйрәткән тел бик матур икән. Хәҙер мин дә өйрәнермен, баш­ҡорт теле тураһында юлымда тап булған йән эйәләренә һөйләрмен. Улар һине, зат-ырыуыңды шул телеңдән таныр. Һәм тағы ла шул: яҡын арала туған телең һиңә ҙур ҡыуаныс килтерер.
Төлкө шул һүҙҙәрҙе әйтә лә ҡыҙ менән хушлашып, үҙ юлы менән киткән, ти. Айһылыу уның һүҙен ишетеп, бик шатланған. Өйөнә ҡайта һалып, байрамға йыйына башлай. Ҡыҙҙың барыуына өҫтәлгә тәмле-тәмле ризыҡтар ҡуйылған икән. Өҫтәл янына өлкәндәр, балалар килеп етә. Әсәһе Айһылыу­ҙы саҡырып, эргәһенә ултырта ла ҡулына еләкле бәлеш тоттора, сынаяғына һөтлө сәй яһай. Ул бер аҙ һыйланып алғас, йыйылған кешеләргә күҙ һала. Әммә унда ағайҙарын күрмәгәс, ҡайҙа йө­рөй­ҙәр икән, тәмле ризыҡтан ҡалалар бит, тип хафаланып та өлгөрә.
Байрам мәжлесенән һуң уйындар, бәйгеләр башланған, ти. Балалар араһында сәсәндәр ярышы иғлан ителгәс, Айһылыу йәнләнеп китә. Атаһынан отоп алған «Уралып ятҡан Уралда» тигән боронғо ҡобайырҙы көйләргә ҡарар итә ҡыҙ. Ул сәхнәгә менеп баҫа ла сылтыр шишмә кеүек моңло тауышы менән сығыш яһай башлай:
– Уралып ятҡан Уралда
Болот кеүек тауҙар бар!
Айыу, төлкө, бүреһе…
Теләгән бер януар бар.
Сөйәм тиһәң, шоңҡар бар,
Тәрән-тәрән күле бар,
Борма-борма юлы бар.
Ҡоштарына ағасы,
Күбәләккә гөлө бар…
Гөр килеп торған халыҡ Айһылыуҙың тауышын ишетеп, ҡапыл тынып ҡалған, ти. Барыһы ла хайран ҡалып, ҡобайырҙы тыңлаған. Халыҡ араһында Айһылыуҙың ағай­ҙары Айбар менән Айҙар ҙа булған, ти. Улар байрамға һуңлаған икән. Килеп етеүҙәре булған, Айһылыу ҡобайырын башлап та ебәргән, ти. Ағай­ҙары һеңлеһенең тауышын ишетеп, тәүҙә аптырап ҡалған. Хатта көнләшеү хисенән уны сәхнәнән ҡыуып төшөрөргә теләгәндәр. Тик тора-бара, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ҡобайыр көйөнә бирелеп киткәндәр, ти. Ҡобайыр­ҙы тыңлап, Айбарҙың – айбарлы батыр, Айҙарҙың ажарлы батыр булғыһы килеп киткән. Һеңлеләренән көлөп, өҫтөнә һыу ҡойғандары өсөн оялғандар, ти.
Айһылыу сығышын тамамлап, алҡыштарға күмелеп сәхнәнән төшкән. Янына Айбар менән Айҙар килеүен күреп:
– Ағайҙар, ҡайҙа йөрөп ҡалды­ғыҙ? Һеҙгә тәмле ризыҡтар ҡалманы бит! – ти икән.
– Айһылыу, нишләп ҡалмаһын, ти! Иң татлы, иң шифалы ризыҡ һин көйләгән ҡобайыр булды. Унан беҙҙең күңелебеҙ ризыҡланды, – тип яуаплаған Айбар. Уға Айҙар ҙа ҡушылған:
– Айһылыу, һин әсе телле түгел, ә сәсән телле икәнһең! Сәсән теле тағы ла нығыраҡ саға икән. Әммә уның тәьҫире йөрәкте үлтермәй, киреһенсә, терелтә. Зинһар, беҙҙе ғәфү ит. Һинән башҡа бер ваҡытта ла көлмәҫбеҙ, көнләшмәҫбеҙ. Һәр саҡ һаҡлап, яҡлап ҡына йөрөтөрбөҙ.
Шул ваҡыт сәхнәнән:
– Сәсәндәр бәйгеһендә Айһылыу исемле ҡыҙ еңеү яуланы! – тигән тантаналы тауыш яңғыраған.
Быға шатланып, Айбар менән Айҙар һеңлеләрен ҡосаҡлап уҡ ала. Ә Айһылыу еңеүенә түгел, ағайҙарының әйткән һүҙенә ны­ғыраҡ ҡыуанған, ти. Теге Төлкөнөң юрауы дөрөҫ булып сыҡты бит!

Яҙгөл ИШБАЕВА, V синыф уҡыусыһы.
Учалы районы, Ғәлиәхмәр ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: