-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
6 Апрель 2023, 15:30

Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?

Әкиәт

Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай. Уның Аҡтырнаҡ исемле эте һәм Мыяубикә исемле бесәйе бул­ған. Өсәүләшеп бик татыу, дуҫ көн иткәндәр. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда өй эсендәге ризыҡты кемдер урлап ашай башлаған. Бабай бесәй менән этен саҡырып һораһа, тегеләр бер-береһенә һылтана, ти. Аҡтырнаҡ Мы­яубикәне тештәрен ыржайтып ҡурҡытып та ала. Шуға ла бесәй эттән ныҡ шөрләр булып китә.
Бер ваҡыт бабай урманға китә. Ҡайтыуына бесәй аҙбар башында ҡояшта ҡыҙына икән. Өйгә инһәләр, ни күр­һендәр, Аҡтырнаҡ бөтә ризыҡтарҙы ашап бөтөп, рәхәтләнеп йоҡлап ята, ти. Бабай эштең нимәлә икәнен аңлап ҡалған да асыуланып, этте өйҙән ҡыуған.
– Һин беҙҙе тышта һаҡлаясаҡһың! – тип киҫәткән.
Аҡтырнаҡ бик теләмәй генә өйҙән сығып киткән, үҙенең бесәйгә ныҡ итеп йәне көйгән, имеш.
Шул көндән алып бесәй­ҙәр – өйҙә, эттәр тышта көн итәләр икән. Уларҙың дуҫлыҡтары бөтөнләй бөткән. Бер-береһен күреп ҡалһалар, әле булһа баҫтырышалар, ти.

Ансар ҮЛМӘҪБАЕВ, I синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Тимер ауылы.

Фото: mau.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: