Алмаз исемле малай булған. Ул футбол уйнарға яратҡан. Мәктәпкә бармай, урамда туп тибеп тик йөрөгән.
Бер мәл бының тубы урманға табан осҡан. Малай артынан йүгергән. Бара торғас, ағас башында тейендең ояһын күреп ҡалған. Уңған тейен ҡышҡылыҡҡа күп итеп бәшмәк, тубырсыҡтар йыйып ҡуйған, ти. Алмаз ағасҡа үрмәләп, үҙе лә аңғармаҫтан, ул йыйған аҙыҡтарҙы туҙҙырып, ояны ҡыйратҡан.
Шунан юлында осраған ҡырмыҫҡа иләүен дә туҙҙырған. Малай үтеп киткәс, сысҡан өңдәре күмелеп,ҡош оялары осоп ятып ҡалған, ти.
– Оһо, тағы бер оя! – тип ҡәнәғәт йылмайып, таяҡ алып, бер өңгә төртә башлаған. Ә унан әллә төлкө, әллә бүре килеп сыҡҡан. Малай ҡурҡышынан йән фарман ауыл яғына атылған. Шәп футболист булыуы ярҙам иткән үҙенә, шуға ла уны теге өң хужаһы ҡыуып етә алмаған.
Тәбиғәт биргән был һабаҡтан һуң Алмаз ҡырҡа үҙгәргән. Һәр кемгә иғтибарлы, мәрхәмәтле булып киткән. Хатта әсәһе һыуытҡыстан алып биргән һөттө лә өрөп кенә эсә, ти.
Элина РАФИҠОВА.
Ҡоншаҡ районы, Тәхәлем мәктәбе.
Фото: fotocdn.net