-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
21 Май 2023, 10:45

Яралы бәшмәк

Әкиәт

Яралы бәшмәк
Яралы бәшмәк

Бер көндө Алтынҡай әхирәте менән еләккә барырға булды. Урманды күп ҡыҙырырға тура килмәне. Улар еләкле аҡланды тиҙ тапты. Ныҡ уңған икән! Йәһәт кенә еләк йыйырға тотондолар.
Тик көтмәгәндә улар ниндәйҙер ыңғырашҡан тауыш ишетеп ҡалды. Шул яҡҡа барып ҡараһалар, унда бер Бәшмәк илап ултыра, ти.
– Нимә булды, Бәшмәккәй, ниңә илайһың? – тип һо­рай Алтынҡай унан.
– Бына әллә ниндәй малай эшләпәмде ҡыйшайтып, үҙемде типкесләп китте. Саҡ-саҡ ҡына ултырам, тәнем һыҙлай... – тип зарланды Бәшмәккәй. – Эргәмдә ултырған әхирәтемде бөтөнләй тибеп йыҡты.
Алтынҡай уны йәлләп, үҙе лә илар сиккә етте. Кеҫәһенән ҡульяулыҡ алып, бәшмәктең тәнен таҙартып һөртөргә, яраланған урынын бәйләргә тотондо.
Ә әхирәте унан көлөп:
– Эйе, шул Бәшмәкте генә дауалайһым ҡалғайны. Башҡа эшем юҡ ине бит! Осраған һәр береһенә ярҙам итә башлаһаң, – тип оҙаҡ һөйләнде лә Алтынҡайҙы көтмәй ҡайтып та китте.
Ә юлда әхирәтенә теге насар малай осраны. Бер үҙе генә булғас, ҡаршы тора алманы. Теге малай еләген тар­тып алып, ҡыҙҙы илатып китте.
Бына шулай, дуҫтар: бәләгә тарығандарға һәр саҡ ярҙам итергә кәрәк. Сөнки үҙең дә шундай хәлдә ҡалыуың бар.


Алтынай ЛОҠМАНОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Учалы районы, Мәҫкәү ауылы.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: