Борон- борон заманда алыҫ ҡараңғы урманда йәшәгән, ти, Ҡуянбай. Ул аҡыллы, итәғәтле, ярҙамсыл булған. Шуның өсөн дә үҙен бөтә хайуандар ҙа хөрмәт иткән.
Яҙҙың матур бер көнөндә Ҡуянбай Тейенкәйгә ҡунаҡҡа барырға булған. Юлда саҡта ҡыуаҡлыҡ араһында берәүҙең шыңшығанын ишетеп ҡалған.
– Кем унда? – тип һорай Ҡуянбай.
–Терпекәймен, миңә ярҙам итегеҙ, зинһар, – тигән тауыш ишетә.
Ҡуянбай йүгереп Терпекәй янына килә. Ысынлап та, ярҙам кәрәк икән. Бахырҡайҙың аяғы ботаҡҡа ҡыҫылған, уны ысҡындыра алмай яфалана. Ҡуянбай аптырап ҡалмай. Тиҙ генә бер таяҡ табып, ботаҡты ҡайырып, Терпекәйҙе бәләнән ҡотҡара.
– Рәхмәт инде үҙеңә. Был изгелегеңде ғүмерҙә лә онотмам, – тигән Терпекәй.
– Бәлә аяҡ аҫтында ғына. Һаҡланып, барыр юлыңды ҡарап ҡына йөрө, – тип кәңәш биргән Ҡуянбай.
Ярай әле Терпекәйгә ул осраған. Кем бәләнән ҡотҡарыр ине?
Беҙҙең юлдарҙа ла гел шундай ярҙамсылдар, изге күңеллеләр генә осрап торһон ине.
Наҙлыгөл ӘБҠӘДИРОВА, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.