-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
28 Март , 20:00

Айыуҡай

...Ипләп кенә ба­шымды һоноп ҡараным һәм ҡурҡышымдан саҡ ергә ҡолап төшмәнем: ҡыйыҡта туп шикелле йөнтәҫ нәмә ултыра ине. Йөрәк, тағы берҙе ҡара, тип шыбырланы, ә уны әсәйҙән дә нығыраҡ тыңларға кәрәк.

Айыуҡай
Айыуҡай

Әкиәт

Өй башындағы һары майға бешкән ярты икмәк тишелеп бөткән дөм-ҡара өҫтәл япмаһында – күктә йөҙгәндә, еңел генә ҡар бөртөктәре ауыл өйҙәрен ап-аҡ юрған менән ҡаплағайны инде.
Урамдан йылы өйөнә, ишеген шаҡ итеп ябып, һуңғы кеше инде лә май­шәмен өрөп һүндереп ҡуйҙы. Ошоно көтөп кенә торған Ҡыш бабай, йәшенгән еренән сығып, тәҙрә төбөнә тоҡсайынан матур ғына таҫма сығарып һалды. Тәҙрәгә элергә шәп: әбейе өйҙә көнөн-төнөн кешеләргә тип селтәрҙәр сигә, ә Ҡыш бабай уларҙы ҡалдырып китә.
Ыҡсым ғына киске донъя елдең йәмле моңона йоҡлап китеүен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Һәр бер өйҙә кешеләр тәмле төш күрә. Тик мин генә, былай ҙа, тегеләй ҙә әйләнеп, йоҡлай алмай ятам.
Тәүҙә стена буйына һуҙылған балаҫтағы биҙәктәрҙе барланым. Шунан тормош тураһында фекер йөрөтә башланым: ниндәй генә көслө булмаһын, кеше ике нәмәгә баш бу­ла алмай икән – төш һәм яҙмыш. Шул саҡ иғтибарымды ниндәйҙер тауыш йәлеп итте. Түбә таҡтаһынан саң ҡойолтоп, кемдер тып-тып йөрөгән һымаҡ булды.
Ҡурҡыуымды ҡыҙыҡһыныу еңде. Мин тиҙ генә юрғанымды ситкә ыр­ғыттым да тышҡа йүгерҙем. Был донъяла иң көслө нәмәне әйтегеҙ, тиһәләр, мин уйламайынса, ҡыҙыҡ­һыныу, тип яуаплар инем.
«Их, юҡ бер нәмә лә!» Сарҙаҡта елдән башҡа бер ни ҙә күренмәне. Кире өйгә инергә ынтылғанда, ила­ған тауыш ишетелде. Мин өй башын тикшерергә булдым. Ипләп кенә ба­шымды һоноп ҡараным һәм ҡурҡышымдан саҡ ергә ҡолап төшмәнем: ҡыйыҡта туп шикелле йөнтәҫ нәмә ултыра ине. Йөрәк, тағы берҙе ҡара, тип шыбырланы, ә уны әсәйҙән дә нығыраҡ тыңларға кәрәк.
Ай яҡтыһында хайуандың миңә боролғанын шәйләнем. Үҙем иларға әҙер инем, ләкин ҡайҙандыр көс табып:
– Һин кем ул? – тип һораным.
– Мин – Айыуҡай, – тине йән эйәһе мыршылдап.
– Аңланым... Ә бында нимә эшләйһең?
– Бейергә өйрәнәм. Күрмәйһеңме һуң? Тик бер нәмә лә килеп сыҡмай! – Айыу иларға тотондо.
– Илама! Илама! Ә һин нисек беҙҙең өй башына мендең?
– Беләһеңме, әгәр теләгең булһа, Айға ла менергә мөмкин! Бына шулай! Мин балетмейстер булырға теләгәйнем, әммә урманда дуҫтарым менән уйнағанда, берәүе ҡолағыма баҫты һәм шунан бирле мин йүнләп ишетмәйем!
– Һуң, бейергә ҡолаҡ кәрәкмәй ҙә, – тип яңылыш көлөп ебәргәйнем, Айыу бөтөнләй һытылды. – Илама, туҡта, хәҙер, көтөп тор!
Мин йүгереп көйәнтә менән ике биҙрә һыу килтерҙем. Айыуҙың күҙе дүрт түгел, һигеҙ булды, шикелле.
– Һин нимә, минән көләһеңме әллә? – Үсеккәндәй, миңә арты менән боролдо ул.
– Әгәр хыялың өсөн өй башына менгәнһең икән, көйәнтә һине аптыратырға тейеш түгел! – Айыу көйәнтәне таҡты.
– Шунан?
– Урыныңда тороп бер тамсы төшөрмәй өйрөлөп ҡара!
Айыуҡай мине тыңланы, ләкин ян-яҡҡа тамсылар сәсрәне.
– Килеп сыҡмай! – Уның күҙҙәренән йәштәр килеп сыҡты.
– Тағы берҙе!
– Юҡ! Килеп сыҡмай ҙа һуң! – Айыу ҡалтырана башланы.
– Улай булғас, өй башында нимәңде ҡарап ултыраһың? – Ул миңә бала кеүек төбәлде. Бахыр ғына. Хатта йәлләп киттем.
Айыу ҡыйыҡтың осона торҙо ла тағы бер-икене өйрөлөп ҡарағайны, хәрәкәте, ниһайәт, килеп сыҡты.
– Күрәһеңме?! – Мин дә ҡыуанып бөтә алманым. Ләкин Айыуҡай йәнә йәшле күҙҙәре менән ҡарап:
– Ә кем мине күрә һуң? Төндә бөтәһе лә йоҡлай бит! Кемгә минең бейеүем кәрәк? Кемгә минең хыялым кәрәк? – тине.
– Миңә... – тинем, Айыуҡайҙың башынан һыйпап. Шул ваҡытта өй башына Айҙың нурҙары баҫма кеүек ятты. – Мин Айға ултырып һине күҙәтәсәкмен!
Айыу аптырап китте.
– Нисек инде? Һиңә лә йоҡо кәрәк бит...
– Ысын дуҫ ҡына икенсеһенең хыялы өсөн мөһим әйберен ҡорбан итә ала...
– Һуң, Ай алыҫ бит! Унда нисек барырға уйлайһың?
– Әгәр теләгең булһа, Айҙан арыраҡ та китеп була...
Шунан бирле алпамышалар өҫтәлдәргә һары майҙа бешкән икмәкте ултыртҡан һайын йоҡоһоҙлоҡ менән ауырыған Айҙа Ҡыҙыҡай төндә бейеүсе Айыуҡай дуҫын һоҡланып күҙәтә.
Ниндәй йәмле төш, эйеме?

Әҙилә ӘҘЕЛМЫРҘИНА, I курс студенткаһы.
Әбйәлил районы, Ташбулат ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: