Бер көн әсәһе уны саҡырып алған да: «Аннушка, һиңә минән башҡа йәшәүе бик ауыр булыр. Үҙеңә иҫтәлек итеп ошо алтын йөҙөктө ҡалдырам. Юғалтма уны. Йөҙөк һиңә бәхет алып килер», – тигән. Ҡыҙ әсәһен бик тә терелткеһе килгән, уға төрлө үлән һуттары эсергән, ауырыу эргәһенә ултырып халыҡ йырҙарын йырлаған.
Бер көн иртән әсәһе күҙҙәрен асмаған. Аня бик ҡайғырған. Күршеләре әсәһен ерләшкәндәр. Бер күршеһе уға байға эшкә ялланырға кәңәш биргән. Йәтим бала шулай иткән дә.
– Ярар, миңә күмәс бешереүсе кәрәк. Бына он, һыу һәм ҡомалаҡ әсеткеһе. Тәмле күмәс бешерә алһаң, үҙеңде эшкә алырмын, – тигән бай.
Аннушканың бер ҙә ҡамыр баҫып, икмәк бешергәне булмаған икән. Үҙенсә тырышып, ризығын хужаға алып барған. Ҡурҡыуынан ҡыҙыҡайҙың аяҡтары дер-дер ҡалтырай, ти. Ә бай, ауыҙын ҙур асып, икмәкте тешләп алған. Тик шунда уҡ кире төкөргән.
– Минең ғүмеремдә лә бындай тәмһеҙ, әсе икмәк ашағаным булманы, – тип аҡырынған ул. Ҡыҙ, һушын юғалтып, иҙәнгә ауған.
Байға ул йәл булып киткән. Аняны көс-хәл менән иҫенә килтергән.
– Ярар, минең аҙбарҙа сусҡаларым бар. Улар һин бешергән икмәкте ашаһа, үҙеңде эшкә алырмын, – тигән дә сығып киткән. Тик аҙбарға барып еткәнсе икмәкте үҙе ашап бөткән. Шул тиклем һаран булған был бай. Өйгә кергәс, ҡыҙға тағы бешерергә бойорған.
– Ҡара уны, тағы ла сусҡа ғына ашарлыҡ булһа, мин һиңә аҡса түләмәйем, – тип бармаҡ янаған.
Ҡыҙыҡай йәнә эшкә тотонор алдынан әсәһенең һүҙҙәрен иҫкә төшөргән һәм йөҙөктө бармағына кейгән. Һыу, әсетке, он һалып, ҡамыр баҫырға керешкән. Әсәһен уйлап, күҙҙәренән йәш тама башлаған. Башын күтәрмәйенсә ҡамырҙы баҫҡан да баҫҡан. Ә күҙ йәштәре ризығына аға икән. Ҡамырҙы әүәләп, күмәс ҡалайҙарына һалған. Шунда ҡулындағы йөҙөгөнә ҡарайым тиһә, ул юҡ икән. Ҡыҙ ҡамырҙы кире бушатып та, кире баҫып та ҡараған. Йөҙөк килеп сыҡмаған. Икмәк силәген әйләндереп ҡараған, тик барыбер табылмаған. Икмәген мейескә бешерергә тыҡҡан. Бай ашарға көтөп тора икән. Аня күпереп бешкән икмәкте мейестән сығарып, хужаһына биргән. Бай тағы сусҡалары янына сығып киткән. Аҙбарға ла барып етмәгән, икмәкте ашап та ҡуйған. «Тоҙ ҙа бирмәгәйнем был ҡыҙыҡайға, ә икмәгенең тәме тап-таман», – тип аптырай икән үҙе. Белмәгән ул: ҡамыр ҡыҙҙың күҙ йәштәренән тоҙланған бит.
– Әһә, былай бешерә башлаһа, икмәктәрҙе һата башлаясаҡмын, – тип шатланып, йыуан ҡорһағын һыпырып, өйгә килеп кергән бай. Ябыҡ ҡыҙға ҡарап:
– Ярай, сусҡалар ашаны. Силәк төбөндә ҡалған ҡамырҙан үҙеңә күмәс бешереп аша, – тигән ул. Ҡыҙыҡай икмәк силәген ҡыра-ҡыра бер ус ҡамыр йыйған. Һауытҡа ҡараһа, йөҙөгө ята, ти.
Шулай итеп, Аннушка икмәк бешереүсе булып киткән. Тик тиҙҙән бай донъя ҡуйған, ҡыҙ уның өйөндә тороп ҡалған.
...Бер көн күмәстәре бешеп кенә еткәс, кемдер ишек шаҡыған. Инде үҫеп, буйға еткән ҡыҙ хәлһеҙ генә кешене күреп, тиҙ генә күмәс сығарып биргән. Ҡарт ҡыҙҙың ҡулдарына ҡарап:
– Йөҙөгөң баҡырҙан ғына булһа ла, ҡулдарың алтын икән, – тигән. Эйе, ул ҡиммәтле булмаған. Ҡыҙына йөҙөктө биргән әсәнең йөрәге алтын булған. Ә көн дә ҡамыр баҫҡан кешенең ҡулдары алтынға әүерелә.
Тиҙҙән Аннаның күмәстәрен һатып алырға күрше ауылдарҙан да килә башлағандар. Ә ҡыҙ байрамдарҙа күпереп-күпереп торған күмәстәр, хуш еҫле алма, кәбеҫтә, балан бәлештәре бешергән, ҙур табындар ҡороп, күршеләрен, ауылдаштарын һыйлаған. Уның өҫтәлендә бала-сағаға перәник тә булған.
Был ваҡиғанан һуң бик күп ваҡыт үткән. Тик кешеләр икмәк бешереүсе Аннушканы онотмаған. Ул йәшәгән йортта кибет асҡандар. Ә һәр ҡалала уның исеме менән күмәсханалар асыла башлаған. Беҙҙең Туймазы ҡалаһында ла бар ошондай урын!
Эльза ҠАСИМОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Иҫке Туймазы белем биреү үҙәге.