Сәлимә асыҡ тәҙрә аша ингән ҡоймаҡ еҫе танауын ҡытыҡлағас та уянды. «Өләсәйем мине тағы ла һыйламаҡсы була икән», – тип йылмайып ҡуйҙы ул. Ауылға каникулға килгәне бирле Зөбәйҙә өләсәһе тәмле аштары менән кинәндерә: әле бауырһаҡ бешерһенме, әле шәңкәһенме. Ә бишбармағын маҡтамаған кеше юҡтыр, ашаһаң, телеңде йоторһоң. Күрше Мәрфуға инәй әйтмешләй, торғаны бер шедевр (был һүҙҙе ҡайҙан берә тиһең әле ул?).
Бындай рәхәтлек ауылда ғына эләгә шул. Ҡалала әсәһе ял көндәре генә яйлап бешеренә. Шуларҙы уйлап, бер ни тиклем ята бирҙе лә карауатынан һикереп торҙо Сәлимә. Еңел халатын эләктереп, тышҡа сыҡты. Өләсәһе аласыҡта ҡоймаҡ ҡоя. Ишек алдындағы мейестең оло ҡаҙанына ла ниҙер бешерергә һалған. Сәлимә битен йыуа һалды ла өләсәһе янына килде.
– Эй, балаҡайым! Иртәләгәнһең бөгөн. Йоҡоң туйҙы ламы әллә? – тип ҡаршыланы өләсәһе. – Иртә торғаның яҡшы. Сәй эсеп ал да миңә ярҙамлашырһың.
– Берәй байраммы? Ҡунаҡтар киләме? – тип төпсөндө Сәлимә.
– Ҡунаҡ саҡырһаң, байрам була инде. Байрамдың да ниндәйе! – тине өләсәһе серле генә. – Бар, бар, ҡыҙым, ҡоймаҡлап сәй эсә һал да Мәрфуға инәйеңде төшкә ашҡа әйтеп кил. Унан, ана, имән янындағы өҫтәлгә мин яратҡан биҙәкле ашъяулыҡты, эскәмйәһенә яңы балаҫтарҙы сығарып түшәп ебәр, ҡашығаяҡтарҙы ла шунда ташы.
Сәлимә өләсәһе әйткәндәрҙе йәһәтләп йөрөп башҡарҙы. Был йорттан кеше өҙөлмәгәнен белә ул. Ә күрше инәй менән өләсәһе көн дә тиерлек бер-береһен сәйгә саҡырышалар. Баҡсала ла ултырышалар. Тик әле өләсәһе байрамға ғына йәйҙергән балаҫтарын сығартты, ашъяулыҡтың да ниндәйен түшәтте бит. Өҫтөнә лә балитәкләп тегелгән матур күлдәген, тәңкәләре сыңлап торған камзулын кейеп алды, башына француз яулығын ябынды. Ҡыҙыҡайҙың бик-бик белгеһе килһә лә, өләсәһенең йүгерекләп йөрөп әҙерләнгәнен күргәс, эшенән бүлергә ҡыйманы. Үҙе лә ярҙамлашырға тотондо.
Өҫтәлгә аш-һыуҙы теҙеп, матурлап ултыртыуға Мәрфуға инәһе лә килеп етте. Ул баҡса яғынан түгел, ә оло ҡапҡанан килеп инһә, биллаһи, танымаҫ та ине. Башына сәскәле яулыҡты ҡайырып бәйләгән, өҫтөнә итәктәре, түше биҙәлгән сарафан кейеп ебәргән. Хәс тә район үҙәгендәге «Сударушка» ансамблендәге апай-инәйҙәр инде. Үҙе ҙур табаҡ тотоп алған.
– Йә, ҡыҙым, оло ҡунаҡты ҡаршыла. Эй, күршекәйем, бер буш ҡул йөрөмәҫһең инде. Әйҙә, түрҙән уҙ, – тип өләсәһе Мәрфуға инәһен етәкләп тигәндәй өҫтәл башына алып барып ултыртты.
Әгәр кеҫәһендәге телефоны шылтырамаһа, был күренешкә Сәлимә аптырап күпме торор ине икән… Әсәһе шылтырата ине, бер-ике сәғәттән килеп етәсәктәрен өләсәһенә әйтергә ҡушты. Бәй, уларҙы ла саҡырҙымы икән ни? Аҙна уртаһында нисек килергә булғандар?
– Минекеләр ҙә, хәҙер килеп етәбеҙ, тип хәбәр иттеләр. Алыҫтағылары килә алмаһалар ҙа, былары ҡала буламы инде оло байрамдан? – тип Мәрфуға инәй ҙә шатлығы менән уртаҡлаша һалды.
Сәлимә, бер ни ҙә аңламай, әле өләсәһенә, әле инәһенә ҡарап тора бирҙе. Ә тегеләр йылмая-көлә хәбәрҙәрен һөйләй бирҙе.
– Сәлимә, балам, ултыр инде, нишләп тораһың? – тине Зөбәйҙә өләсәһе. – Иртәнсәктән алып был ике әбей башты ҡатыра, тип тораһыңмы, балам? – тип һораны, йылмайып.
– Өләсәй, ниндәй оло байрам? Әсәйемдәр ҙә, Мәрфуға инәйҙең балалары ла киләләрме? Бөгөн ял көнө түгел бит, – тип бер-бер артлы һорауҙарын яуҙыра ла башланы ҡыҙыҡай.
– Әйҙә, ултыр, бер-ике сынаяҡ эскәнсе, һиңә бер тарих һөйләп алайыҡ, – тине Мәрфуға инәһе.
– Эйе, Сәлимә ҡыҙым, һинең дә был байрамда ҡатнашҡаның бар. Тик бәләкәйерәк булғас, эштең нимәлә икәнен аңламағанһыңдыр. Ә уның тарихы ошолай.
…Илле йыл самаһы элек олатайың менән ошо урынға йорт һалып сыҡтыҡ. Был Яңы урам тип атала ине, күбеһенсә йәштәр йәшәне. Шул осорҙа ауылыбыҙға төрлө яҡтарҙан йәш белгестәр эшкә килде, күбеһенсә урыҫ милләтенән. Араларында эшкә лә шәп, йыр-моңға маһир Пётр исемле егет менән кәләше Марфа ла бар ине. Тәүҙә анау тау башындағы иҫке мәктәпкә урынлаштылар. Пётр Николаевич агроном булып эшләне, Марфа ла тик ултырманы, сөгөлдөрсөләр бригадаһы менән ҡырҙа булды. Үҙҙәре бер башҡорт һүҙен дә белмәй, беҙҙекеләр ҙә тегеләрҙе аңлап бөтмәй. Ҡайһыһы менән ымлап, ҡайһыһы менән бүтәнсә аңлаштылар. Тора-бара башҡортса ла белә башланылар.
Бер-ике йыл йәшәгәс, килгәндәрҙең ҡайһылары үҙҙәренә ҡайтты, ә был икәү, яныбыҙға өй һалып, ихласлап йәшәп китте. Беҙҙең кеүек йәштәр булғас, ике ғаилә дуҫлаштыҡ. Бер-беребеҙгә йөрөшөр өсөн урталағы яҡты асыҡ ҡалдырҙыҡ та ике араға баҡса яһаныҡ. Дуҫлығыбыҙ шаһиты итеп ошо имәнде ултырттыҡ. Имән кеүек татыулығыбыҙ оҙон ғүмерле булһын, тип теләнек. Янына өҫтәл эшләп ҡуйҙы олатайың. Беҙ гөл-сәскәләр сәстек.
Шулай йылдар үтә торҙо, ике ғаиләлә лә балалар үҫте. Беҙҙе шатландырып, улар ҙа дуҫ-татыу булды. Бер-береһен яҡлап, ҡурсалап ҡына торҙолар. Беҙҙең ҡунаҡ Марфа менән Пётрҙың да ҡунағы булды, уларҙыҡы – беҙҙең. Тормоштоң шатлығын да, ҡайғыһын да уртаҡлашып йәшәнек. Урамыбыҙҙы ла ошо хөрмәткә Дуҫлыҡ урамы тип йөрөтә башланылар. Ә имән ултыртып, мәңге дуҫ йәшәргә һүҙ биргән көн ике ғаиләнең дә оло байрам көнөнә әйләнде. Күмәкләп йыйылып, балалар, туғандар менән ошо көндө тотош бер бәләкәй һабантуй шикелле билдәләй башланыҡ. Балалар ситкә уҡырға, эшкә китһәләр ҙә, был көндө янға ҡайтырға тырыша торған булдылар. Тик бына олатайың менән Пётр Николаевич вафат булғас, беҙ инәйең менән оло табын йыйғаныбыҙ юҡ… – өләсәһе менән Мәрфуға инәйҙең икеһенең дә күҙҙәре йәшләнде.
Сәлимәнең дә тамағына төйөр килеп тығылды. Ҡартатаһы менән күрше бабайҙың яҙғы ташҡында, ярҙан ҡолап төшкән баланы ҡотҡарырға ташланып, фажиғәле һәләк булғандарын, бәләкәй булһа ла, ололар һөйләүенән хәтерләй. Ә күрше Батыр олатаһының – Пётр Николаевич, Мәрфуға инәһенең – Марфа булыуын бөгөн тәүгә ишетеп тора. Был яңылыҡтан ҡыҙ тамам аптыраны. Ул арала Мәрфуға-Марфа инәй һүҙҙе дауам итте:
– Шулай, олатайыңдар вафатына ла биш йыл ваҡыт үтеп китте… Өләсәйең менән һөйләштек тә, уларҙың иҫтәлегенә элекке матур йолаларыбыҙҙы яңынан тергеҙергә булдыҡ. Балалар ҙа шатланыр. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә лә әйтә торған, тапшыра торған һүҙҙәребеҙ бар. Бына, балам, һин дә белмәгән серҙәр булған бит, – тип йылмайҙы ул.
– Инәйең менән олатайыңа ауыл халҡы исем бирҙе. Үҙебеҙсә әйтеүгә еңел, тип. Хәҙер, ана, башҡортса ҡайһылай рәхәтләнеп һөйләшәләр. Үҙҙәренең телдәрен дә онотманылар, йолаларын да тоттолар, беҙҙекен дә хөрмәт итеп йәшәнеләр. Шуға уларҙы кесеһе лә, олоһо ла яратты. Инәйеңде икенсе дин кешеһе тип тормайҙар, аятынан да, мәжлесенән дә ҡалдырмайҙар.
– Эй, беҙҙең ни бүлешә-тартыша торған малыбыҙ юҡ. Бары уртаҡ булһын. Иң мөһиме, илебеҙ тыныс торһон, барыбыҙ ҙа именлектә йәшәйек. Кешенең милләтенә, төҫөнә ҡарап бүлеү килешә торған эш түгел. Татыулыҡ кәрәк. Татыулыҡ булһа, һәр береһе лә матур, килешеп йәшәр, – тип өҫтәне Марфа-Мәрфуға инәй.
Сәлимә өләсәһе менән инәһенә, тәү ҡат күргәндәй, иғтибар менән ҡараны. Улар шундай һөйкөмлө, аҡыллы, матур ине, йөҙҙәренән тик йылы нур ғына бөркөлөп тора. Быларҙың һәр һүҙен йөпләгәндәй, имән япраҡтары ла шаулап ала. Күңеле тулып киткән Сәлимә өләсәләренең икеһен дә ҡосаҡлап алды…
Дилбәр ФӘЙЗУЛЛИНА.