-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Блогер (Хикәйә)

Бер-береһенә игеҙәк кеүек оҡшаш көндәрҙән торған аҙнанан артыҡ ваҡыт саҡ үтеп китте. Гөлсөм, яңғыҙы нимә эшләргә белмәй, зарығып көндәр үткәреүҙән тамам ялҡты.

Гөлсөм йәйге каникулының оҙон көндәрен нисек үткәрергә белмәй аҙап­лана. Иртән ата-әсәһе эшкә киткәндә рәхәтләнеп йоҡлап ҡала. Уянып, өлкәндәр уға тип әҙерләп киткән иртәнге ашты ашағас, башлана зарығыуҙары. Ағаһы Рөстәмгә рәхәт ана. Уҡыуҙар тамамланыу менән ауылда йәшәгән өләсәһе менән олатаһы ейәндәрен үҙҙәре янына саҡырҙылар. Шунда китте. Унынсы cиныфты тамамланы ул. Уҡыуға шәп, йәмәғәт эштәренә лә өлгөрә, эшкә лә тилбер.
– Үткән йәйҙең бер айға яҡынын имтихандар тапшырып йөрөгәс, картуф тәүге тапҡыр йүнләп уталманы. Шул арҡала көҙөн көткән уңыш алып булманы. Быйыл мәктәпкә туҡланыу өсөн дә алып барып тапшырырлыҡ булһын тиһәң, ҡый үләндәренән ваҡытында таҙартып торорға кәрәк, – тип Рөстәм үҙе лә ауылға ҡайтырға ашҡынып ҡына торҙо. Ә Гөлсөмдө әсәһе ебәрмәне.
– Килен, бала бәләкәйҙән ҡул ара­һына кереп үҫергә тейеш. Өйөгөҙҙә ул бөтөнләй ярҙамлашмай тиерлек. Ағаһы менән кинйәбикәгеҙҙе лә ебәрегеҙ. Йәйен ауылда мәшәҡәт етерлек. Өйрәнгәне үҙе өсөн бит, – тип өләсәһе әсәһенән рөхсәт һораған ине лә, тик уныһы ҡырт киҫте.
– Ана, Рөстәмде ер ҡортона әйләндереп бөткәнегеҙ ҙә етер. Ауыл малайы, тиерһең! Үткән йылы 1 сентябрҙә синыфташ егеттәре ап-аҡ йөҙлө, кәүҙәгә сибек кенәләр. Был ҡояшта янған, кәүҙәһе тегеләр янында дүрт-биш йәшкә өлкән ағайҙарыныҡы кеүек, – тип ризаһыҙлығын белдереп һөйләнде.
– Үткән йылы кәүҙәгә тартылып, егет ҡорона инде шул улым. Иртән уяныу менән йүгереп көтөү ҡыуып килә лә бер көрөшкә йылы һөттө күтәреп эсеп ҡуя. Мин иртәнге ашты әҙерләүгә олатаһына апаруҡ ҡына яр­ҙамлашырға өлгөрә. «Өләсәй, ҡалала иртәнсәк бәләкәс кенә тәрилкә бут­ҡаны ла ашағы килмәй. Бында бүре башы ашарҙай булам да ҡуям», – тип көлә-көлә өҫтәл артына килеп ултыра. Шундай эшсән, аҡыллы ейәнем үҫеүенә һөйөнөп бөтә алмайым. Ә ауыл малайҙарына тел тейҙермә, килен. Донъя йөгөн бәләкәйҙән өлкәндәр менән бер рәттән һөйрәп, эш рәтен, тормоштоң ҡәҙерен белеп үҫә улар, – тине лә үҙ һүҙле килене менән был темаға һөйләшеү тамам икәнде белдереп: – Ҡана, сәйеңде яңыртып бирәйем, – тип ҡала ҡунағының алдында ултырған шәшкеһенә үрелде.
Ололарҙың Рөстәм ағаһы тураһында бәхәсләшеп алыуҙарын ҡыҙыҡһынып күҙәткән Гөлсөм үҙен әсәһе ауылда ҡалдырып китмәгәне өсөн эстән генә рәхмәт әйтеп ҡуйғайны ул ваҡытта. Һәр кис быҙау, һарыҡ-кәзә баҫтырып, йәшелсә, емеш-еләккә һыу һибеп, хәлдән тайып йөрөгөһө килмәй уның. Өләсәһе лә: «Һинең йәштәге ҡыҙҙар быларҙы ғына белергә тейеш», – тип йәнен үртәргә әҙер генә тора. Имеш, элек һигеҙенсене тамамлаған ҡыҙ­ҙарҙың күбеһе, уҡырға мөмкинлектәре булмаһа, фермаға эшкә кергән. Күптәре алыштырғыһыҙ мал ҡараусы, һауынсы булып киткән...
Гөлсөмдөң иһә ауыр эштәрҙә бил бөккөһө килмәй. Билдәле блогер булырға хыяллана ул. Көн дә социаль селтәрҙәге сәхифәләренә нимәлер һалырға теләй. Тик ата-әсәһе көндөҙ яңғыҙына ғына ҡала ҡыҙырырға рөхсәт бирмәй. Яҙылыусыларын ҡыҙыҡһындырырлыҡ яңылыҡтары булмағас, улары артмай ҙа артмай. Ә ағаһыныҡын, ана, күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Ауылда тәүлектең һәр миҙгелен фотоға, видеоға төшөрөп мәңгеләштерә ул. Эш мәлен дә, ауылдағы тиңдәштәре менән һыу инеп, ҡомда ҡыҙынған кү­ңелле ваҡыттарҙы ла көндәлегенә һалып бара. Шунда уҡ берәй ҡыҙыҡлы ғына фекер яҙып ҡуйырға ла онотмай.
– Елле фекерҙәрҙе ҡайҙан алаһың, кемдекен күсерәһең? – тип Гөлсөм һораштырып та ҡарағайны.
– Ысынбарлыҡ менән күҙгә-күҙ осрашмайынса тормоштоң мәғәнәһен аңлап, төшөнөп булмай икән, – тип ағаһы әллә ниндәй аңлайышһыҙ һүҙҙәр менән генә яуап бирҙе лә ҡуйҙы. Аҡыл һатырға тиһәң, уны ҡуш инде.ya.ru.
Бер тапҡыр һеңлеһенең яҙмаларын күреп ҡалған да: «Эй, блогер, әҙ генә булһа ла ҡулыңа китап тотоп ҡара. Әтеү, һөйләмдәрең буталсыҡ, нимә әйтергә теләгәнеңде лә аңларлыҡ түгел. Тел уҡытыусығыҙ урынында бул­һам, һәр берегеҙҙең интернеттағы яҙмаларына ҡарап ҡына диктант, инша өсөн баһа ҡуйыр инем», – тип көлә, етмәһә. Китапты әллә ни ҡулына алып бармай шул Гөлсөм. Йәйгелеккә уҡыр­ға тейешле китаптарын күптән китапханан алып ҡуйһалар ҙа, берәүһен дә тотоп та ҡарағаны булманы. Ҡай­ҙалыр, мөйөштә, саң йыйып яталар.
Бер-береһенә игеҙәк кеүек оҡшаш көндәрҙән торған аҙнанан артыҡ ваҡыт саҡ үтеп китте. Гөлсөм, яңғыҙы нимә эшләргә белмәй, зарығып көндәр үткәреүҙән тамам ялҡты. Тамаҡ ялғап алғас, ғәҙәттәгесә, телевизор ҡарарға төпкө бүлмәгә сығып китергә ыңғайлағанда раковинала йыуылмайынса өйөлгән һауыт-һабаны күреп ҡалды. Кисә әсәһе былау бешерер өсөн кишер турағанда бармағын киҫкән ине. Күрәһең, йәрәхәте бөгөн дә һыу менән булашырға бирмәгән. Ололар эштән ҡайтҡансы былар ҡатып бөтәсәк бит, тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә йыуырға тотондо. Был эшен тамамлағас, иртән бутҡа бешергәндә һөт түгелеп ҡалған газ плитәһен таҙартып алды. Бер сәғәт тирәһе ваҡыт үтеүгә аш-һыу бүлмәһе ялт итеп тора ине. Үҙенең уңыштарынан күңеле үҫеп киткән үҫмер ҡыҙ бының менән генә туҡталып ҡалырға теләмәне. Саң һөрттө, гөлдәргә һыу һипте, киптергестәге кейемдәрҙе йыйып, һәр береһенең кәштәһенә һалды. Иҙән йыуып бөтөүгә ҡорһаҡ аҫты ныҡ ҡына бушағанын тойҙо. Төшкө аш мәле еткән икән шул. Күп ваҡыт өйҙә яңғыҙы ҡалған­да юл аша ғына сығып, «Макдональдс»та һыйланып сыға ине. Был юлы нишләптер аяғы тартманы. Йомортҡа ҡыҙҙырып, ҡыяр менән помидорҙан салат эшләп, тамағын һыйланы.
Ағаһының теге юлы: «Эй, блогер, ҡулыңа әҙерәк китап тотоп ҡара», – тигәне зитына тейгәйне. Әле лә ҡолаҡ төбөндә генә шулай итеп шыбырлаған кеүек тойолдо. Йәйге каникулда уҡыр­ға ҡушылған әҫәрҙәр исемлегендә Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың китабы иң өҫтә ята ине. Теләр-теләмәҫ кенә ҡулына алыуы булды, тиҙҙән әҙәби герой­ҙарҙың донъяһына сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ултырып арыһа, ятып, улай йонсоп китһә, ултырып уҡып, көн­дөң кискә табан ауышҡанын һиҙмәне ул.
Яңы ғына әҙер булған тәмле тауыҡ һурпаһының еҫен өлкәндәр өйгә ингәс тә һиҙҙе.
– О-о-о, әллә беҙ юҡта ғына өләсәйең килеп киткән инде? – тип атаһы шаяртып һорашып та алды, өҫтәл янына йыйылғас.
Китап уҡып, өйҙәге ваҡ-тө­йәк эштәр менән булышып, көн артынан көндәр үтте. Нимәһе ҡыҙыҡ, өлкәндәрҙең әйткәндәрен дә көтмәйенсә, үҙе белеп эшләгән һайын күңеле үҫте. Ата-әсәһе лә ҡыҙҙарындағы үҙгәреште күреп ҡыуанды ғына. Шулай булмай ни, фатир­ҙы тулыһынса тәртиптә тота. Кискелеккә төрләндереп ашарға ла бешерергә тырыша. Теләгең булһа, бер ниндәй ҙа ҡыйынлыҡ юҡ икән. Еңел һәм тиҙ генә әҙерләнә тор­ған ризыҡтарҙың рецебы менән тотош интернет тулған. Эштән һуң әсәһенә өй мәшәҡәттәре өйөлөп көтөп тормағас, кистәрен саф һауа һуларға өсәүләшеп сығалар. Быға тиклем ваҡыты юҡлыҡҡа, ныҡ арыуына һылтанып, әсәһе йыш ҡына өйҙә тороп ҡала ине. Ул – ҙур бер ойошмала хисапсы. Көнө ҡағыҙ араһына сумып, компьютер артында ултырып үтә. Шуға йыш ҡына аяҡ быуындары һыҙлауға зарлана башланы. Күҙ төптәре лә ҡарайып тора ине. Һәр кис һайын Ағиҙел яры буйында саф һауа һулап, яйлап ҡына тәпәйләй торғас, йөҙө асылып китте әсәһенең. Ҡәҙерле кешеһендәге үҙгәреште күреп, Гөлсөм: «Бигерәк эгоист булғанмын икән дә. Көндәр буйы ҡыл да ҡыбырлатмай нисек түҙҙем икән?» – тип үҙ-үҙенән оялып та алғылай башланы.
...Тәбиғәт менән кеше яҙмышын оҫта сағыштырып, уҡыусыһын уйға һала алған халыҡ яҙыусыһының хикәйәһен уҡып бөткәс, Гөлсөм бер ни тиклем әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар ҡойононан арына алмай йөрөнө. Ва­ҡыт үткән һайын әҙәм балаһы йырт­ҡысыраҡ була бара түгелме? Белә, күрә, аңлай тороп, ни өсөн үҙе ултыр­ған ботаҡҡа балта менән саба икән? Бер көндө түҙмәне, ошо хаҡтағы хә­үефле уйҙары менән үҙенең сәхиәфә­һендә яҙылыусылары менән дә бүлеште. Фекерҙәрен әҫәрҙән алынған үҙенә оҡшаған цитаталар менән тулыландырып ҡуйҙы. Иртәгеһенә ул интернет «йондоҙ»о булып уянды. Йөҙгә яҡын кеше үҙенә оҡшағанын белдереп, «йөрәк» ҡуйған, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ҡағылышлы бер нисә билдәле төркөм үҙҙәренә күсергән, ҡыҙ­ҙың яҙғандарын хуплаған комментарийҙар ҙа байтаҡ ҡына ине. Бындай көтөлмәгән уңышҡа шатланып, ҡайҙа баҫҡанын белмәй, өй йыйыштырып йөрөгәнендә башҡорт теле уҡытыу­сыһы шылтыратты.
– Бер атҡанда бер нисә ҡуян тотҡан­һың бит. Беренсенән, олуғ башҡорт яҙыусыһы яңы ғына күркәм юбилейын билдәләне. Икенсенән, тыуған еребеҙҙең бик күп өлөшөндә «ҡыҙыл әтәс» ҡотора. Илһөйәр йәштәребеҙҙең күбеһе бөгөн янғын менән көрәшә. Әйҙә, ошолар хаҡында ҡала гәзитенә мәҡәлә яҙ. Тамамлағас, миңә ебәрерһең, – тине ул уҡыусыһының башланғысын хуплап.
Бындай тәҡдимде көтмәгән ҡыҙҙың түбәһе күккә тейҙе. Дәртләнеп тотонһа ла, мәҡәләне яҙып бөткәнсе ҡара тир­ҙәре сыҡты. Уҡытыусыһының әйләнгән һайын: «Телегеҙ шымарһын, матур һәм хатаһыҙ итеп яҙыр өсөн китап уҡырға кәрәк», – тигән һүҙҙәренең хаҡлығына саҡ ышанды үҙе. Әтеү, быға тиклем: «Ниңә ваҡыт әрәм итеп, китап саңына батып ултырырға? Кәрәккән мәғлүмәтте интернет «һә» тигәнсе табып бирә. Блогерҙарҙың лайфхактары теге йәки был йомошто баш­ҡарырға ярап ҡала», – тип уйлай тор­ғайны бит.
Көнүҙәк мәсьәләгә ҡағылышлы тема булғас, мәҡәләһе тиҙ баҫылды. Бер нисә көндән гәзиттә ҡыҙ үҙенең исем-фамилияһын күреп ҡыуанды. Апаруҡ ҡына үҙгәртелгән-төҙәтелгән, әлбиттә. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәрен йыш ишеткәне бар. Бейеүсе лә бейей-бейей оҫтара бит. Иң мөһиме – Гөлсөмдөң теләге бар. Шул саҡта ғына иң юғары маҡсаттарға ла ирешергә мөмкин икәнен аңланы инде ул. Бер урында артыҡ тапанмаҫҡа һәм һәр ваҡыт эҙләнергә, алға ынтылырға кәрәк шул. Аҡҡан һыу ғына үҙ сафлығын юғалтмай, ти бит, ана, китап та.
Ата-әсәһенең ялдарын саҡ-саҡ көтөп алды йәш блогер. Ҡыҙҙарына һораулы ҡарашта аптырашып ҡарап торған өлкәндәргә ул: «Ауылда йәйен мәшәҡәт тауыҡ сүпләһә лә, бөтөрлөк түгел. Олатайыма ярай Рөстәм ағайым бар. Өләсәйем бер үҙе бит. Тиҙерәк юлға сығайыҡ», – тип кенә ҡуйҙы.
Ярҙам итәм, тип ауылға килгән һеңлеһе янында уҡыр өсөн үҙе менән алған китаптарын да күрһә, Рөстәм ағаһының күҙе дүрт булыр инде...

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

 

Фото: ya.ru.

Блогер (Хикәйә)
Блогер (Хикәйә)
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: