+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
19 Ғинуар 2018, 17:45

Хызыр-Ильяс бармы ул?

Һеҙгә: «Хызыр-Ильяс юлдаш булһын», – тип әйткәндәре бармы? Эйе, күптәр шулай тип теләй юлға сыҡҡанда. Мин үҙем дә «Фатиха» сүрәһен уҡығас, гел, Хызыр-Ильяс юлдаш булһын, тип өҫтәп ҡуя торғайным. Ҡайһы бер кешеләр уның ярҙамына ышанып, хатта доға уҡый икән. Әммә был дөрөҫ түгел. Мосолмандар Аллаһы Тәғәләгә генә инана, уның берлегенә ышанып, доғалар уҡый, уның ғына ярҙам итеренә өмөт итә ала. Ә Хызыр-Ильяс тигән кеше бөтөнләй булмаған да икән, төрки халыҡтар уйлап сығарған образ ғына ул. Ысынлап та, төрлө риүәйәттәрҙә Хызыр-Ильяс йыш телгә алына. Халыҡ уны үлемһеҙ һәм һаман да беҙҙең арала йәшәй, ҡайһы бер кешеләргә ярҙам итә, икенселәренә һабаҡ бирә, тип уйлай. Башҡорттарҙа ул аҡ кейемле, оҙон йәшел елән кейгән бабай итеп күҙаллана. Ә ысынында иһә Хызыр һәм Ильяс – икеһе ике кеше һәм бик борон замандарҙа йәшәгәндәр.

Улар тураһында айырым-айырым Ҡөрьәндә лә телгә алына. Икеһе лә мосолман булған, кешеләрҙе дингә әйҙәгән. Улар тураһында һаман да бәхәстәр бара, ҡайһы бер ғалимдар, мәңгелек һыуын эскәндәр ҙә әле һаман да беҙҙең арала йәшәйҙәр, тип иҫбатларға тырыша. Ә халыҡ араһында, шул кеше Хызырҙы күргән икән, тигән кеүегерәк имеш-мимештәр ишетелеп тора. Төрки халыҡтары фольклорында мәңгелек юлсы булараҡ сағылдырыла. Хатта юлда осраған ҡартты рәнйетергә ярамай, Хызыр-Ильяс булып ҡуйыуы ихтимал, тиҙәр. Ул төрлө афәттәрҙән ҡотҡара, бер юлы бер нисә кешегә ярҙам итә ала икән, тигән ышаныуҙар бар.

Тормош серле, әммә бөтә һорауҙарға ла изге Ҡөрьәндә яуап табырға мөмкин. Хызыр һәм Ильяс ғәләйһиссәләмдәр – тарихи шәхестәр, уларҙы, бәлки, пәйғәмбәрҙәргә тиңләштерергә мөмкиндер. Ә изге китабыбыҙҙың «Пәйғәмбәрҙәр» сүрәһендә «Беҙ уларҙы ризыҡ ашамай торған кәүҙә итеп яралтманыҡ. Улар үлемһеҙ ҙә түгел», тип әйтелә. Йәғни Хызыр һәм Ильяс ябай кешеләр булған һәм уларҙы ла үлем ситләтеп үтмәгән.

Шулай, дуҫтар, әүлиәләр, пәйғәмбәрҙәр, дин әһелдәре тураһында хөрмәтләп иҫкә алырға кәрәк, әммә уларға табынырға, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә ярамай. Ә һеҙҙең мосолман илдәрендә тағы бер Хызыр-Ильяс тигән Ҡыш бабай булыуы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Ул май баштарында иң һәйбәт, изге күңелле кешеләр йәшәгән өйҙәргә бүләктәр өләшеп йөрөй икән. Был персонаж оҙон йәшел халат кейә, ап-аҡ оҙон һаҡаллы, башында – йәшел салма, тоғо тулы – бүләктәр.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Читайте нас: