-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Динле кеше насарлыҡтан йыраҡ тора

Йөйәк халҡы был көндө оҙаҡ көттө. Ниһайәт, иман йорто үҙенең ишектәрен асты. Ауыл тағы ла күркәмләнеберәк киткәндәй, йәм өҫтәлгәндәй булды. Иртәле-кисле яңғырап торған аҙан тауышын ишетеү үҙе генә ни тора! Мәсеттең имам-хатибы Рәхимйән хәҙрәт Ғәләүетдиновҡа рәхмәт инде. Ул – бының өсөн күп көс һалған кеше.

Йөйәк халҡы был көндө оҙаҡ көттө. Ниһайәт, иман йорто үҙенең ишектәрен асты. Ауыл тағы ла күркәмләнеберәк киткәндәй, йәм өҫтәлгәндәй булды. Иртәле-кисле яңғырап торған аҙан тауышын ишетеү үҙе генә ни тора! Мәсеттең имам-хатибы Рәхимйән хәҙрәт Ғәләүетдиновҡа рәхмәт инде. Ул – бының өсөн күп көс һалған кеше.
– Бынан утыҙ йыл самаһы элек үк мин сүрәләрҙе ятлап, эстән генә уҡып йөрөнөм. Аҙаҡтан үҙ алдыма ғәрәп хәрефтәрен өйрәндем. Уҡый-яҙа беләм, ләкин ауылда мәсет булмауы ғына эсте бошорҙо. Үҙем тимер юлында эшләнем, етмәһә, бригадирмын. Буш ваҡыт юҡ. Шунан алдыма: «Хаҡлы ялға сыҡ­һам, мәсет төҙөтөү эшенә тотонор инем», – тигән ниәт ҡуй­ғайным. Ауыл хакимиәте башлығы Шәүҡәт Салауатов менән һөйләшкәс, тәҡдимде ул да күтәреп алды, – ти хәҙрәт.
Рәхимйән Ғәләүетдинов төрлө яҡтарға шылтыратып, бағымсылар таба, халыҡтан да аҡса йыйыла. Иман йорто төҙөү сауаплы эш икәнен барыһы ла яҡшы белә, шуға ла бөтә ауыл дәррәү тотона. Бында тыуып үҫкән күп кенә эшҡыуарҙар ихлас ярҙам итә. Мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың төҙөлөш мате­риалдары магазины иҫәбенә 91 мең һум аҡса күсереүе үҙе бер ҡыуаныс. Уға профнас­тил, торбалар алғандар ҙа инде, матур ҡапҡа эшләтәсәктәр. Манараны иһә улдары Ил­дар һәм Илнур менән ауылдың булдыҡлы егете Салауат Зәйнәғәбдинов яһап ҡуйған. Күркәм ғибәҙәт йорто әллә ҡай­ҙан күренеп, ҡот биреп улты­ра.
Иман йорто рәсми рәүештә асылмаһа ла, унан кеше өҙөлгәне юҡ. Мәсеткә аҙна һайын – йома сәйенә, әле ураҙа айында көн дә ауыҙ асырға йыйылалар.
Мин килгәндә өйлә намаҙы бара ине. Балаларҙың күп булыуы ҡыуандырҙы. Намаҙ ваҡытында уларҙың бөтә хәрәкәттәрҙе лә яңылышмайынса хәҙрәт менән бергә генә ҡабатлауы һоҡландырҙы. Ҡыҙҙар ҙа бар араларында. Әминә Ялмырҙина I синыфта ғына уҡый.
– Беренсе тапҡыр Рамаҙан ағайыма эйәреп, күрергә тип кенә килгәйнем, оҡшап ҡалды. Хәҙер гел барғым килеп кенә тора, – ти ҡыҙ.
Икенсе синыфтан Азалиә Ҡәйүмова сүрәләрҙе бик тырышып өйрәнә, яулыҡ та үҙенә килешеп тора. Синыфташтары Вилнур Һиҙиәтов «Аятел-Көрси»не һөйләп ишеттерҙе. Күптәргә нәҡ ошо сүрәне ятлауы ауыр икән. Икенсенән Ильяс Исҡаҡов менән Ленара Ғарифуллиналар ҙа мәсеткә бөтә күңелдәрен биреп йөрөй. Рәсәй ислам университеты курстарын тамамлап ҡайт­ҡан Рәхимйән хәҙрәт балаларҙы яңыраҡ ғәрәпсә уҡырға өйрәтә башлаған.
– Быға ныҡ шатландым. Әллә ҡасан изге Ҡөрьән китабын уҡырға теләгем бар ине. Рәхимйән хәҙрәттең дәрестәре бик оҡшай. Уны тыңлағандан-тыңлағы килә, – ти алтынсы синыф уҡыусыһы Ринат Сурағолов.
Был малай балалар араһынан мәсеткә иң тәүгеләрҙән булып йөрөй башлай. Ураҙа тотҡаны ла булған. Уға синыфташтары Эльвина Муллағәлимова, Илдар Әлибаев, Дамир Хәлилов, Рамал Һиҙиәтовтар ҙа эйәрә. Иң күп балалар ошо синыфтан йөрөй.
Иман барҙа – әхлаҡ бар. Әҙәп, әхлаҡ тураһында күп һөйләшәләр бында. Тәрбиә темаһы йыш күтәрелә. Уҡытыусылар ҙа – был йорттоң йыш ҡунағы. Балаларға тәрбиәне бергәләп бирәләр, тимәк. Динле кешенең насарлыҡтан йыраҡ торғанын барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Үҙенең өс малайы менән бергә мәктәп директоры Венер Вәхит улы Сибәғәтуллин да йөрөй. Ярҙам да итешәләр. Сөнки башҡараһы эштәр күп әле бында. Ураҙа башланғас, ауыҙ асырға килеүселәр рәхәтләнеп сәй эсһен тип, уҡытыусылар Нәсимә Солтанбәкова, Гөлсөм Нөғәмәнова, ауыл клубы мөдире Айгөл Закировалар бергәләп электр самауыры бүләк иткән. Хеҙмәт уҡытыусыһы Илгиз Нөғәмәнов ҙур өҫтәл эшләп биргән, математика уҡытыусыһы Ришат Ғәләүетдинов тимер мейес яһа­ған, информатика уҡытыу­сыһы Радим Салауатов техника менән ярҙам итә.
Балаларға мәсеткә йөрөүҙең ыңғай тәьҫир иткәне күренеп тора. Үҙҙәрен ҡайһылай ипле тоталар.
– Мәсет асылған көндән башлап йөрөйөм. Ете йәшемдә байтаҡ сүрәләрҙе яттан белә инем. Рәйзәнә өләсәйем биш намаҙҙы ла ҡалдырмай. Мине лә бәләкәйҙән өйрәтеп үҫтерҙе, – ти Эльвина. Дамир Хәлиловтың олатаһы ла, өләсәһе лә – дини кешеләр. Улар янында үҫкән малай мәктәпкә төшкәнсе үк күп Ҡөрьән сүрәләрен яттан белгән була. «Мәсеткә рәхәтләнеп йөрөйөм», – ти ул. Нәркәс Рәхмәтуллина, Руслан Ғәләүетдинов, Ғәфүр Исҡаҡов, Алмас Шаһивәлиев, 6 йәшлек кенә Динияр Ғарифуллиндарҙың исемдәрен дә маҡтап телгә алды хәҙрәт. Барыһы ла күпте белергә, өйрәнергә тырышып тора.
Әле изге Рамаҙан айы бара. Һау-сәләмәт булған мосолмандарҙың барыһына ла ураҙа тотоу зарур. Яҡшы эштәр ҡылыр­ға, хәйер-саҙаҡа таратырға, Ҡөрьән уҡырға, Аллаһы Тәғәләне йышыраҡ телгә алырға, ҡунаҡ саҡырырға, иман­лы кешеләр менән осрашырға, намаҙ уҡырға кәрәк. Был ай ба­ры­шында һәр мосолман фәҡирҙәр менән мохтажлыҡ кисергәндәргә фытыр саҙаҡаһы таратырға тейеш. Һаулығы насар булып, ураҙа тота алмағандар фидиә бирә. Рамаҙан айы Ураҙа байрамы менән тамамлана. Быйыл ул 15 июнгә – йома көнөнә тура килә.
Рамаҙан айы мөбәрәк бул­һын!

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Белорет районы.
Читайте нас: