– Бик уңған, аҡыллы ҡыҙ, бөхтә йөрөй, тәртипле. Беренсе синыфтан тик “бишле”ләргә генә өлгәшә, – тип Райза Рәфил ҡыҙы Ғәниева уҡыусыһы Линиза Ғарифуллина тураһында ғорурланып һөйләне. – Дәрестәргә әҙерләнеп кенә йөрөй. Китап-дәфтәрҙәре таҙа, бөтә нәмәһе урынында.
Линиза III синыфта уҡый. Бөтә дәрестәр ҙә берҙәй оҡшай икән уға. Урыҫ теле, математика, тирә-яғыбыҙҙағы донъя буйынса республика кимәлендә үткән Гагарин кубогына олимпиадала көсөн һынап ҡараған. “IV синыфтан районда үтәсәк олимпиадаларҙа ла ҡатнашырға мөмкин буласаҡ. Әле шуға әҙерләйбеҙ”, – ти Райза Рәфил ҡыҙы.
Дәрестән тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Әле ул I синыфта уҡыған ҡустыһы Динияр менән район кимәлендә үтәсәк “Һаумы, һаумы әкиәт!” конкурсына әҙерләнә. “Әтәс менән Төлкө” тигән әкиәтте һайлағандар. Бәйге Асы ауылында уҙасаҡ һәм Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 100 йылға арналасаҡ. Шиғырҙарҙы матур итеп һөйләй, йырлай. Һүрәт төшөрә. Бейеүгә лә йөрөй. Буш ваҡыттарында конькиҙа шыуалар. Берештамаҡтағы Рәлифә өләсәһенә йыш ҡына ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Ул Линизаға төрлө сүрәләрҙе ятлатҡан. Хәҙер ул ауылдағы мәсеткә йөрөп, дини дәрестәр ала. Диниярҙы ла эйәртә.
– Аталары мәрхүм булып ҡалғас, ҡыйын ваҡыттарҙа ҡыҙым миңә лә сүрәләр уҡырға кәңәш итте. Шул баланы тыңланым. Иншалла, еңел булып ҡалды, – ти әсәһе. – Балаларым итәғәтле. Төрлө йомош менән ҡайҙалыр барырға тура килһә лә икәүләп матур итеп донъя көтөп ултыралар, үҙ-ара татыуҙар.
Малай кеше булараҡ, Динияр утын, һыу индереп ҡуйһа, Линиза гөлт иттереп өйҙө йыйыштыра. Шундай тәрбиәле балалар менән танышыуыбыҙға беҙ ҙә шат булдыҡ.
Белорет районы, Йөйәк ауылы.