Әле Алһыуҙың атаһы Флүс ағай – Баҡалы районындағы Туҡтағол ауылы мәсетендә имам-хатиб. Бында балаларҙы дингә ҡыҙыҡһындырыу йәһәтенән күп кенә саралар ҙа ойошторола, экскурсияларға ла сығалар. Һәр бер мосолман байрамдары иҫ киткес матур үтә. Ауылда «Рания» мәҙрәсәһе лә эшләп килә.Шуға Алһыуҙың дингә тартылыуы ла бик иртә башланған. 7 — 8 йәшендә үк атаһына эйәреп, «Фатиха», «Аятел Көрси», «Нәс», «Ихлас» сүрәләрен отоп алып, һөйләп йөрөгән.
– Үҙ-үҙемде белә-белгәндән дини мөхиттә булдым. Күп нәмәне атай-әсәйемдән өйрәндем. Улар үҙҙәре лә намаҙға баҫҡан. Мин кискелекте генә уҡыштырып торам. Ҡустымдан башҡа, бөтә ғаиләбеҙ менән ураҙаларҙы ла, әлхәмдүллиләһ, ҡалдырмайбыҙ. 10 – 11 йәштәр тирәһе булғандыр, мин дә үтәп ҡарайым инде, тип ураҙа тота башланым. Һәр бер һау булған кешегә мөмкиндер, тип уйлайым. Тик ихтыяр көсө генә кәрәк. Ураҙаның бер нисә көнө генә яйһыҙыраҡ, шунан инде тән яңы тәртиптә эшләргә бик тиҙ күнегеп китә, – ти мосолман ҡыҙ.
Яулыҡты етенсе синыфта уҡығанда ябына. Уның шулай йөрөүе бер Ҡөрьән ашынан һуң башланған. Алһыу, һин башҡа ваҡыттарҙа ла яулыҡ ябынаһыңмы, тигән һорау бирә ололар. Был уны уйланырға мәжбүр итә һәм бер нисә айҙан башына яулыҡ бәйләй.
Әле Алһыу Шәйхелисламова Баҡалының 2-се мәктәбендә социаль-гуманитар йүнәлешле XI «В» синыфында уҡый. Яулыҡ ябынып йөрөгән ҡыҙға синыфташтары ла бик ихтирам менән ҡарай.
– Дин менән бәйле булыуым миңә ныҡ ярҙам итә. Шунлыҡтан да инде ғүмерем юлында тик яҡшы кешеләр генә осрап тора. Кеше ысынлап дингә бирелһә, үҙенән-үҙе тормошон уның менән тоташтыра, – ти ипле ҡыҙ.
Уның сығарылыш синыфынан икәнен белеп, ҡайҙа уҡырға барырға теләүен дә һорашҡас, һуңғы йылдарҙа хоҡуҡ фәне менән бик ҡыҙыҡһыныуын, олимпиадаларҙа ла тәүге урындар яулауын һөйләне. Районда һәләтле йәштәргә ярҙам итеү фонды ағзаһы ла булып тора. Шуға Алһыу үҙенең киләсәген йәмәғәт эшмәкәре итеп күҙ алдына баҫтыра. Шулай булһын да. Уйлаған уйҙары, теләгән ниәттәре, әйҙә, һәр ваҡыт тормошҡа ашып торһон.