Изге төн алдынан көндөҙ мосолмандар ураҙа тотоп, ҡояш байығас, ҡөръән уҡып, теләктәр теләп, Аллаһы Тәғәләнән гонаһтары өсөн ғәфү итеүен һорап үткәрә. Ниндәй изгелектәр ҡылғандарын, гонаһтарын барлайҙар. Бәрә’әт кисендә бер йыллыҡ ғәмәл дәфтәребеҙ тамамланып ҡуя, тип иҫәпләй мосолмандар. Изге кистә фәрештәләр, кем ниндәй гонаһтарынан тәүбәгә килер икән,тип таң атҡансы көтөп тора икән. Шулай уҡ мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу, мохтаж кешеләргә хәйер биреү һәйбәт.
Был изге кистә булһа ла һәр кем уйланһын, яҡшы эштәр башҡарырға тырышһын ине. Тиҙҙән, 6 майҙа изге Рамазан айы башлана. Бәрә’әт кисе Ураҙаға әҙерлек кеүек тә ҡабул ителә.