+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
12 Апрель 2020, 10:58

Рамаҙан айына ла күп ҡалманы

24 апрелдә, йома көндө, кис, ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана. 23 майҙа тамамланасаҡ.

Нәҡ ошо айҙа Мөхәммәт пәйғәмбәргә Ҡөрьәндең тәүге аяттары индерелә башлаған. Рамаҙанды лайыҡлы ҡаршылаһаҡ ине. Бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, быйыл да ураҙа тоторға йыйынған дини ҡәрҙәштәребеҙ күптер. Ҡыҙ балаларға - 9, малайҙарға 12-13 йәштән ураҙа тоторға мөмкин.
Ләкин быйыл коронавирус пандемияһы сәбәпле мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙҙары, ифтар аштары ойошторолмаясаҡ. Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин: «Йолаларҙы өйҙә башҡарырға мөмкин, был осраҡта мосолман ҡанундары боҙолмай. Диндарлыҡ – ул үҙеңдең һәм тирә-йүндәгеләрҙең ғүмерен һаҡлау. Бөгөнгө шарттарҙа йәмәғәт намаҙына барыу – тимәк, яҡындарыңды хәүеф аҫтына ҡуйыу», - тип белдерҙе.
Читайте нас: