+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
24 Апрель 2020, 11:05

Изге Рамаҙан айы башланды

Аллаға шөкөр, Рамаҙан айына ла аяҡ баҫтыҡ. Был осорҙа бер ай дауамында ураҙа тотоу фарыз ителгән. Изге айҙа мосолмандар ашап-эсеүҙән тыйылып ҡына тормай, насар ғәмәл-һүҙҙәрҙән арына, тирә-яҡтағыларға изгелек ҡыла, үҙендә ихтыяр көсө лә тәрбиәләй.

Ураҙа – исламдың биш шарты­ның береһе. Үҙен мосолман тип һанаған һәр кем әлеге ғәмәлде үтәргә бурыслы. Бик өлкән йәштәгеләргә, сирлеләргә ура­ҙа тотмаҫҡа ла була. Уның урынына фи­диә саҙаҡаһы бирергә кәрәк. Әлеге аҡсаны етем, ауырыу йәки аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға тапшырырға мөмкин. Ризыҡ­лата биреү ҙә ярай. Әйткәндәй, мәк­тәп уҡыусыларына ла ураҙа тоторға мөмкин: ҡыҙҙарға – туғыҙ, малайҙарға – 12 – 13 йәштән.

Ураҙа тотоу өсөн иртән тороп ашаған ризыҡты – сәхәр, кискеһен ауыҙ асыу­ҙы ифтар, тибеҙ. Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда, сәхәр ашынан һуң, мосолман ошо доғаны уҡып, үҙенең ниәтен әйтә: «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Нәүәйтү ән әсүмә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи Тәғәлә. Аллаһу Әкбәр».

Кисен ауыҙ асҡанда ошо доға уҡыла: «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Алла­һүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғади мин шәһри рамаҙәнә нәүәйтү фәғфирли мә ҡаддәмтү үә мә әххәртү».

Быйылғы Рамаҙан айы, бөтә донъя буйынса таралған яһил сир айҡанлы, мосолмандар өсөн ҡайһы бер сикләүҙәр менән уҙғарыла. Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин хәбәр итеүенсә, тәрәүих намаҙҙары һәм ифтарҙар үткәрелмәй, ғәмәлдәр өйҙә генә башҡарыласаҡ. Шулай ҙа кәйефебеҙҙе төшөрмәйек, изге Рамаҙан айын яҡшы уйҙар ғына уйлап, мәрхәмәтлелек күрһәтеп, изгелектәр генә ҡылып үткәрәйек.
Читайте нас: