Өйҙә ултырып эшләүҙәренә, уҡыуҙарына ҡарамай, күп кеше ураҙа тота. Ундайҙар минең уҡыусыларым араһында ла бар. Шуларҙың береһе тураһында һүҙем. Ул – Карина Ғәниева, VII синыфта белем ала. Уҡыуҙа тырыш, башҡорт телен теләп өйрәнә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бөхтә, мөләйем ҡыҙҙы тиҫтерҙәре лә үҙ итә. Сөнки ул яғымлы һәм ярҙамсыл. Карина ураҙаны инде икенсе йыл тота. Ул был ҡарарға әсәһенә эйәреп килә. Ирина Рәүеф ҡыҙы иһә был ғәмәлде өсөнсө йыл ҡалдырмай. Уларға быйыл беренсе синыфты тамамлаған кескәй Денис та эйәргән.
– Ураҙаны хәҙер ғаиләбеҙ менән тотабыҙ, атайым да доғалар уҡый, беҙгә кәңәштәрен биреп кенә тора, – ти Карина йылмайып. – Доға уҡыу тынысландыра, тыйнаҡлыҡҡа өйрәтә. Үҙеңде ышаныслы тояһың. Уҡыуға ҡамасауламай, киреһенсә, аяттарҙы өйрәнеү, уны ятлау мейе эшмәкәрлеген яҡшырта, хәтерҙе үҫтерә.
Һуңғы йылдарҙа, ысынлап та, дингә ылығыусылар һаны артты. Урамдарҙа баштарына күркәм яулыҡ бәйләгән, оҙон итәкле күлдәк кейгән ҡатын-ҡыҙҙар ихтирам уята. Уларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Был, беренсенән, матур ҙа, икенсенән, яулыҡлы, доға уҡыған, ураҙа тотҡан кеше боҙоҡ юлға баҫмаҫ, башҡаларҙы ла әҙәпкә, хаҡ юлға әйҙәр. Устарыбыҙҙы усҡа ҡуйып, Аллаһы Тәғәләгә ялбарғанда бит күңелде ниндәйҙер илаһи һиллек солғап ала. Ә аяттарҙы тыңлағанда инде бар донъяны моң биләгәндәй.
Карина йәйге ялды түҙемһеҙлек менән көтөүен белдерҙе. Сөнки каникул ваҡытында мәсеттә балалар өсөн лагерь ойошторола икән. Унда төрлө спорт ярыштары, конкурстар, аяттар уҡыу, ятлау өсөн курстар ҙа үтә.
– Бар халыҡты яҡынлашып килгән Ураҙа ғәйете менән ҡотлайым. Киҙеүҙең тиҙерәк үтеүен, бар халыҡтың һау-сәләмәт, шат булыуын, мәктәпте тамамлаусыларға имтихандарын яҡшы биреүен, тиҫтерҙәремә йәй көнө рәхәтләнеп ял итеп, көс йыйып мәктәпкә барыуҙарын теләйем, – ти Карина.
Рәхмәт, әйткәнең килһен. Үҙеңә лә уңыштар теләйем, имен-һау бул!
Гөлмирә БИКБУЛАТОВА, юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар берлеге ағзаһы.
Туймазы ҡалаһы, 6-сы мәктәп.