+17 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
17 Июль 2020, 14:52
Доға көсө
Быйыл олатайым Фәрит Рамаҙанов бик ҡаты ауырып китте. Уны ашығыс ярҙам машинаһында Туймазы дауаханаһына илттеләр.
Олатайым быға тиклем дә инсульт кисергәйне. Әле тағы ла хәле насарайғас, уны Өфөгә республика дауаханаһына алып киткәндәр. Атайым һәм әсәйем табиптарҙан уның хәлен һорашып торҙо, яҡшы яҡҡа үҙгәреш булмағас, бик хафаландыҡ. Атайым әбей-бабайҙарға хәйер биреп, олатайымдың һауығыуына доға ҡылдырҙы.
– Ҡыҙым, һин дә уның тиҙерәк шәбәйеүен теләп, белгән доғаларыңды уҡы әле, – тине бер көндө атайым өмөт менән миңә бағып.
– Ярай, атай, ҡайғырма, – тинем.
Көнө буйы белгән доғаларымды уҡып, Хоҙайға ялбарҙым, олатайымдың һауығырына ысын күңелдән ышандым. Иртәгеһен табип менән һөйләшкәс, атайымдың йөҙө яҡтырып китте.
– Хәле яҡшырған, реанимациянан сығарғандар! – тине ул.
Бына бит мөғжизә! Доғаларҙың көсө шундай ҙур! Хоҙай олатайымды был юлы ла һаҡланы.
Мин ошо дауахананың һәм илебеҙ медицинаһының бик көслө икәнен дә аңланым. Табиптарға сикһеҙ рәхмәтлемен, үҙҙәре лә бәхетле булһындар, бер ҙә ауырымаһындар.
Олатайымды артабан дауаланып бөтөргә үҙебеҙҙең район дауаханаһына ҡайтарҙылар. Хәҙер беҙ уның хәлен белергә көн дә бара алабыҙ, яҡындарын күрһә, тиҙерәк шәбәйер әле, тип өмөтләнәбеҙ.
Ландыш РАМАҘАНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?