Тимәк, был ваҡыт йома намаҙына аҙан булғандан алып башлана. Башҡортостанда йома намаҙына аҙан йыл әйләнәһенә көндөҙгө икенсе яртыла әйтелә. Шулай итеп, йома ваҡыты ун икелә түгел, ә икенсе яртыла башлана. Был ваҡыттан алып ирҙәр эштәрен туҡтатырға тейеш – Ҡөрьәндә “сауҙағыҙҙы (шулай уҡ бөтә донъяуи эштәрҙе лә) ташлағыҙ” тиелә. Тағы ла йома ваҡыты ял итергә түгел, ә йома намыҙын уҡыу нийәте менән мәсеткә барыу өсөн бирелә. Йома намаҙы ир кешеләр өсөн фарыз (мотлаҡ үтәлә торған ғәмәл) булһа, ҡатын-ҡыҙға мәсеткә барыу мотлаҡ түгел. Йома ваҡыты намаҙ уҡылыу менән тамамлана, ә намаҙ ваҡыты, имамдың хөтбәһенә ҡарап, яҡынса ярты сәғәттән бер сәғәткә тиклем һуҙылыуы бар. Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, йома ваҡыты икенсе яртынан алып намаҙ тамамланғанға тиклем, һәм был ваҡытта ир-ат мотлаҡ мәсеттә булырға тейеш тигән һығымта яһарға була. Ҡыҙғанысҡа күрә, республикабыҙҙа бик күп мәсет булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың бөтәһендә лә йома намаҙы уҡылмай. Ә бит беҙҙе яралтҡан Аллаһты ошо мөбәрәк көндә иҫләү, уға ғибәҙәт ҡылыу өсөн ни бары үҙ ауылыңда урынлашҡан мәсеткә ярты сәғәткә барыу ҙа етә. Аллаһы Тәғәлә:
فَاذْكُرُونِي أَذْكُرْكُمْ
“Мине иҫләгеҙ, һәм мин һеҙҙҙе иҫләрмен” (“Һыйыр” сүрәһе 152-се аят), - ти. Шуға күрә лә ир кешеләр йома көндө үҙенең ярты сәғәтен булһа ла Аллаһҡа бағышларға тейеш.
"Нәсихәт" журналы төркөмөнән (https://vk.com/club53481237)
Фото: Башҡортса асылмалар.