+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
24 Август 2018, 12:43

«Алтын ҡаурый»түңәрәгенә йөрөүселәр ижады

Әсәйем Иң матур кеше – Минең әсәйем. Сәскәләр йыйып, Бүләк итәйем. Ҡәҙерле кешем Уңған бигерәк. Үҙенә оҡшап, Үҫәйем тиҙ(е)рәк. Нургизә ВӘЛИЕВА, VI синыф уҡыусыһы.

Һүнмәҫ дәрттәр өҫтәүсе
Бар донъяла яҡын кеше,
Дөрөҫ юл күрһәтеүсе.
Һүнмәҫ дәрттәр өҫтәүсе ул,
Ел-дауылдан һаҡлаусы.

Йөрәгемә уралған ул,
Мәңге китмәҫ күң(е)лемдән.
Бер ваҡыт та юғалмаһын
«Әсәй» һүҙе телемдән.
Алина МӘХМҮТОВА,

IX синыф уҡыусыһы.
Янымда булған саҡта
«Әсәй!» – тиеп өндәшәм,
Ауырлыҡтар тыуғанда.
Рәхәтләнеп мин көләм,
Ул янымда булғанда.
Иңдәреңә башым һалам,
Иркәләсе тағын да.
Изгелегеңдең сиге юҡ,
Рәхмәт барыһына ла.
Донъяла беҙҙең өсөн
Әсәй түгә бар көсөн.
Һис ҡыҙармаҫ йөҙҙәрең
Ҡылған ҡылығым өсөн.
Әлиә АЙЫТБАЕВА,

IX синыф уҡыусыһы.
Бар наҙын һалып
Әсәкәйем баҫа икмәк,
Күҙ эйәрмәй ҡулына.
Ҡайҙа ярҙам итәйем, тип
Мин йөрөйөм янында.
Әсәкәйем баҫа икмәк,
Бәйләп яулыҡтың ағын.
Изге теләк теләй-теләй,
Унда һала бар наҙын.
Айгүзәл СӘЙФЕТДИНОВА,

IХ синыф уҡыусыһы.
Донъя яҡты уның менән
Әсе елдәр миңә һис ҡағылмаҫ,
Аҙаштырмаҫ дауыл-бурандар.
Балаҡайым, тиеп йәнен атҡан,
Ҡурсып торор әсәй булғанда.
Донъям бөтөн, донъям теүәл минең,
Бары әсәй янда булғанда.
Донъя яҡты, уның наҙын тойоп,
Йылы ҡосағына сумғанда.
Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА,

йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,

Әбделмәмбәт мәктәбе.

Читайте нас: