+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
6 Сентябрь 2019, 13:05

Етемәк

Аҡйондоҙ илаған тауышҡа тертләп уянды. Башын ҡалҡытмай ғына өйҙөң эсенә күҙ һалды: бүлмә эсе яҡтырған, ә ҡорған ситенән генә ҡояш нуры тап уның ятҡан еренә төшә. Кем илай, нимә булды икән, тип урынынан ҡыбырларға ҡурҡып, тыңлап ятты ҡыҙ.

– Ниңә генә тик беҙгә ебәрәң бәлә-ҡазаңды, Хоҙай Тәғәләм, – тип һөйләнә-һөйләнә шыңшыған кешенең әсәһе икәнен таныны. Ул биҙрәһен ҡулына алып, өйҙән сығып киткәс, һикереп килеп торҙо. Тәҙрәнән тышҡа ҡараны. Бер ни ҙә үҙгәрмәгән кеүек, бөтәһе лә үҙ урынында. Йәһәт кенә кейенде лә тышҡа сыҡты. Аҡйондоҙҙоң күренеүен генә көтөп торғандай, әтәс донъя яңғыратып: «Ки-ки-ри-күк», – тип ҡысҡырып та ебәрҙе. Аяҡ аҫтында өйрөлөп йөрөгән ҡаҙҙарға, тауыҡтарға ем һипте, һыу ултыртты. Ә үҙе һыйыр һауып ултырған әсәһен ситтән генә күҙәтте. Уның күҙҙәре шешенеп бөткән, һаман да илауҙан туҡтай алмай. Атаһының да кәйефе юҡлығы һиҙелә. Аҡйондоҙ бер ни аңламаны, үҙе ата-әсәһенән һорарға ҡыймай ине. Инде әсәһе һөт тулы биҙрәләрен тотоп, өнһөҙ генә өйгә ыңғайланы. Атаһы һыйыр, һарыҡтарҙы ялан кәртәнән ҡыуып сығарып, көтөүгә алып китте.

Ҡапыл ҡыҙҙың иҫенә кис көнө ҡолонлаған бейәләре килеп төштө. Кисә бит һуң булғас, бәләкәсте күрмәне, атаһы ла, иртәнсәк ҡарарһың, тигәйне. Ҡайҙа йәһәтерәк күрәйем, ялдарынан иркәләйем үҙен, тип шатлығы эсенә һыймай, йүгереп сыҡты һарай артындағы аҙбарға. Хәрәкәтһеҙ ятҡан бейә эргәһендә кескәй генә ҡолондоң еҫкәнеп торғанын күреп, шаҡ ҡатты ла ҡуйҙы. Атаһы менән әсәһенең ни өсөн кәйефе юҡлығын шунда аңланы. Ә бахыр ҡолонсаҡ хәрәкәтһеҙ ҡатҡан әсәһенең кәүҙәһен мороно менән төртөп, имергә эҙләй ине. Аҡйондоҙҙоң күҙҙәренән сөбөр-сөбөр йәштәр тамды. Ул етемәкте шул тиклем йәлләне, ҡосағына алып йыуатҡыһы килде.

Шул ваҡытта атаһы ҡайтып етеп:

– Илама, ҡыҙым, килер бәлә шуның менән бөтһөн инде. Кисә бейәбеҙ ауыр ҡолонланы шул, укол ҡаҙаһам да, ярҙамы теймәне. Бар әсәйеңә әйт әле, шәкәр һалып, һөт әҙерләһен бәләкәскә, асыҡҡандыр, имгеһе килә бит, – тине.

Етемәккә иркәләтеп кенә Бәләкәс тип исем дә ҡуштылар. Көн дә һөт менән һыйлай торғас, күҙгә күренеп ирәйеп үҫеп китте. Яйлап ҡына үлән дә йолҡоп ашай башланы.

Ҡолонҡайҙың ялдарынан һыйпап, арҡаһынан һөйөп алырға ла онотманылар. Шуныһы ҡыҙыҡ: Бәләкәс һыйырҙың һөтөнә генә түгел, үҙенә лә ныҡ эҫенде лә ҡуйҙы. Һыйырҙарҙы көтөүҙән кешнәп, ҡыуа­нып ҡаршы алһа, ә аттарҙы күрһә, ҡурҡып ҡасты.

Бәләкәс, әкиәттәге кеүек, көндән-көн үҙгәреп, олпатланды ғына. Ә Аҡйондоҙ уға ҡарап бик һөйөндө. «Үҫеп етерһең дә Аҡбуҙатҡа әйләнерһең, мине ултыртып алырһың да бар донъяны бергәләп урап сығырбыҙ, эйеме, Бәләкәс», – тине ҡолонсағына ҡарап.
Читайте нас: