– Тәүге шиғырымды өсөнсө синыфта уҡығанда яҙғайным. Уны беҙгә уҡытыусыбыҙ өй эше булараҡ биргәйне. Гимназияға етенсе синыфҡа уҡырға килгәс, ижад донъяһына киңерәк сумып, «Аҡ ҡауырһын» ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә башланым, – ти шиғыр «ене» ҡағылған ҡыҙ.
Буш ваҡытында ул үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарарға тырыша, белем усағында уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмай. Киләсәктә телдәр белгесе булырға теләй.
Бөгөн һеҙгә уның шиғри күстәнәстәрен тәҡдим итәбеҙ.
Беҙҙең күҙҙәр осрашырҙар,
Тынғыһыҙлыҡ. Ел дә тынмай,