+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
20 Сентябрь 2019, 13:02

Күбәләкле төйәк

– Сыйырсыҡҡайым, ниңәлер бошоноп, кәйефһеҙ йөрөйһөң. Берәйһе ҡыйырһыттымы әллә?

– Их, Күбәләк, Күбәләк... Күңелемдә ниҙәр булғанын белһәң икән! – тип күҙ йәштәрен йәшерә алманы Сыйырсыҡ. – Һинең менән дуҫлаштырған, ошонда оя ҡор­ған урманымды, йәшәү көсө биргән баҫыу­ҙарымды ташлап, йылы яҡтарға осҡом килмәй бит минең.
– Дуҫҡайым, борсолма. Мине лә ҡу­ша ал үҙегеҙ менән. Ғүмерем бик ҡыҫ­ҡа, йылы яҡҡа китһәм, бәлки, оҙағы­раҡ та йәшәрмен. Тик мин ул тарафтарҙы бер ҙә күргәнем юҡ. Һөйлә әле, Сыйырсыҡ.
– Ысынлап та, әллә тәүәккәлләйһеңме? Әгәр теләһәң, ел дә тейҙермәй алып ба­рырмын, Күбәләгем. Яңы ғына танышһаҡ та, миңә ныҡ яҡынһың. Һин генә түгел, Башҡортостанымдағы барыһы ла ғәзиз. Сөнки минең тыуған ерем – ата-бабам торған, ҡошсоҡтарым ҡанат нығытҡан урын, башҡорттарҙың төбәге. Ниндәй генә тарафтарҙа булманым, ниндәй генә матурлыҡты күрмәнем. Ләкин Ирәндекте ғорур Кавказ тауҙары ла, Талҡаҫымды икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙҙәр ҙә алыштыра алмай икәненә иманым камил, – тине Сыйырсыҡ. – Бер ваҡиға һөйләйем әле. Элегерәк булған был хәл. Ҡарт олатайым һөйләгәйне. Йәш сағында ул бик көслө ҡош булған, шуға ла беҙҙең башлығыбыҙ булып торған. Йылы яҡҡа осҡанда ла, Баш­ҡортостаныбыҙға ҡайтҡанда ла ҡоштар тубын әйҙәүсе итеп һайлағандар. Үҙе­нә ни тиклем ауыр булһа ла, бирешмәгән олатайым. Йылдар үтеү менән һаулығы ҡаҡшаны, хатта бер йылы Виктория шарлауығында ҡалды, хәле бик ауыр ине шул. Ә икенсе йылы беҙ ҡаршы булһаҡ та, туғандарынан ҡалмайынса ошо ерҙәр­гә ҡайтып етте. Үҙенең яратҡан Ғәҙел­ша шарлауығынан һыу эскәйне, шәбә­йеп киткәндәй булды. Ысынлап та, тыу­ған ерҙең һалҡын шишмәһе лә йәнгә дауа, тәнгә сихәт.
– Тыныслан, Сыйырсыҡ дуҫ. Бында яҡшыраҡ булғас, үҙ илебеҙҙә ҡалайыҡ.
– Гел генә ошонда йәшәр инем дә ул, балаларымдың ҡанаттары нығынып өлгөрмәй шул. Бындағы сатлама һыуыҡты ҡошсоҡтарым күтәрә алмаясаҡ. Йылы яҡҡа барһаҡ та, ватаныбыҙҙы бер ҙә онотмайбыҙ. Туғандар бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йәшәйбеҙ. Йәйҙәр еткәнен түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Ә һин минең менән осаһыңмы?
Бик тәрән уйға батҡан Күбәләк тертләгәндәй булды. Бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң:
– Ҙур рәхмәт, дуҫым. Изгелегеңде мәңге онотмам. Тик мин башҡорт ерендә ҡалам, сит илдәр миңә лә яҡын була алмаҫ. Күпме ғүмерем бар, шуның һәр минутын ҡәҙерләп йәшәрмен, әммә бер ҡайҙа ла бармаясаҡмын. Тыуған ерҙәй ер булмаҫ, тыуған илдәй ил булмаҫ, тип бушҡа әйтмәгән халыҡ.

Гөлназ СӘЛИХОВА.
Баймаҡ районы, Ҡаратал ауылы.


Читайте нас: