+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ен эйәләшкән

Хикәйә Хәмит йоҡоһонан уянғанда ҡояш байтаҡ ҡалҡып өлгөргән ине. Бер аҙ йыбанып ятҡандан һуң тороп тышҡа сыҡты. Аласыҡта сепарат тауышы сыға, әсәһе әллә ҡасан уҡ һыйырҙарын һауып, ҡаймаҡ айыртырға ла ҡуйған. Уның уңғанлығына аптырап та, һоҡланып та ҡуя малай. Ҡайһы арала ҡоймағын да ҡойоп өлгөргән. Табала бәрәңге лә ҡыҙҙырылған.

Ен эйәләшкән
Ен эйәләшкән

– Ә-ә-ә, улым, торҙоң дамы ней, – тип ҡаршы алды әсәһе. – Әйҙә, ултыр, сәй эсеп ал, хәҙер атайың да ҡайтып етер, һыйыр ҡыуырға киткәйне, ниңәлер һаман юҡ. Берәйһе менән гәп һатып торалыр.
Хәмит йәһәт кенә сәйен һемерҙе лә урамға сыҡты. Әсәһе дөрөҫ әйткән икән. Атаһы Зәбир ағай менән юл ситендә тора ине. Күрше ағай ҡулын һелтәй-һелтәй ниҙер һөйләй. Малай уларға яҡыныраҡ барып тыңлай башланы. Ен-пәрейҙәр хаҡында гәпләшәләр икән.
Һүҙҙәре бынан күп йылдар элек булған хәл тураһында ине. Мәмбәт ауылында Ҡотләхмәт тигән ағай йәшәгән. Ат менән утын ҡырҡырға йөрөгәндәр. Иптәштәре саҡ тауға артыла, ә Ҡотләхмәт утынын тейәп, кире әйләнә. Ҡалғандар ҡайтырға сыға, ә был бушата һалып, йәнә урманға китеп бара. Йәй булһа, бесәнен тиҙ генә эшләп бөтә һала. Башҡалар күбә күбәләгәнсе кәбәнен ҡойоп ултырта, ти. Халыҡтың аптыраулы һорауҙарына ни тип яуап бирергә лә белмәй икән үҙе. Баҡһаң, Ҡотләхмәткә ен эйәләшкән булған, имеш. Көнө-төнө ни ҙә булһа эшләйек, тип теңкәһен ҡорота, ти, теге.
Тамам арыған ағай бер хәйләһен уйлап тапҡан барыбер. Иҙел буйына барған да енгә: «Миңә Иҙел түбәненә барып, ҡомдан арҡан ишеп алып кил», – тигән. Шул китеүҙән уныһы кире әйләнеп ҡайтмаған. Иҙел түбәнен таба алмағанмы әллә ҡомдан арҡан ишә алмағанмы – зым-зыя юҡ булған. Ҡотләхмәт тыныс йәшәп алып киткән.
– Булған ул ҡустым төрлө ен-пәрейҙәр, әле лә юҡ түгел. Икенсе юлы һөйләрмен, әбейем көтөп ултыралыр, ҡайта һалайым, – тип Зәбир ағай өйө яғына ыңғайланы.
Атаһы менән күршеләренең һөйләшкәнен тыңлап, кешегә лә шулай ен эйәләшә икән, тип уйлап ҡуйҙы Хәмит. Ҡурҡып та ҡалды, шуға тиҙ генә өй эсенә инә һалып та китте.


Вәсилә ӘЙҮПОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: