-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Артистары – балалар, ә режиссёрҙары – тәрбиәселәр

Был көндө беҙ үҙебеҙҙе театрға килеп ингәндәй хис иттек. Бер түгел, алты спектакль ҡараныҡ. Артистары – балалар, ә режиссёрҙары тәрбиәселәр ине. Сәхнәгә бер-бер артлы етенселәр, һигеҙенселәр сыҡты, һәр сығышты һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.

Артистары – балалар, ә режиссёрҙары – тәрбиәселәр
Артистары – балалар, ә режиссёрҙары – тәрбиәселәр

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында «Дебют» мәктәп театры фестивале үтте. Унда VII «А», VII «Б», VII «В», VII «Г», VII «Д» һәм VIII «А» синыфтары уҡыусылары тамашасы иғтибарына иҫ киткес матур сәхнә әҫәрҙәре тәҡдим итте. Проекттың етәксеһе – белем усағы директоры Илнур Сәлихов, авторы – билдәле режиссёр Әлмира Ҡыуатова, продюсеры – Шәүрә Кейекбирҙина.
Тамашаны VII «А» синыфы башлап ебәрҙе. Улар Сәрүәр Суринаның «Алтын балта» әкиәтен сәхнәләштергәйне. Арыҫлан Арыҫланов – Тимербай, ә Көнһылыу булып Вилиә Шаһивәлиева бигерәк килештерҙе.
VII «Б» синыфы менән бергә Бремен ҡалаһына сәйәхәт иттек. Эт, Әтәс, Бесәй, Ишәк, Трубадур, Принцесса, аҡылһыҙ Батша, Ирмәк, юлбаҫарҙар менән бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ. Был синыф Вильгельм һәм Якоб Гриммдарҙың «Бремен музыканттары»н күрһәтте. Бейенеләр, йырланылар, төрлө мажараларға тарынылар. Әкиәт беҙҙе дуҫлыҡҡа, изгелеккә, берҙәмлеккә өйрәтә. Ҡайһы ваҡыт хәйлә лә кәрәк икәнен аңланыҡ.
VII «Б» синыфында малайҙар аҙыраҡ икән. Шуға ла күп ролдәрҙе ҡыҙҙарға башҡарырға тура килде.
– Бер, ике, өс, дүрт, бер, ике, өс, дүрт!
VII «В» сәхнәгә зарядка яһарға сыҡтымы? Юҡ икән шул. Улар фес-тивалгә Гөлнара Мостафинаның «Сынығырға ваҡыт» әкиәтен әҙерләгәйне. Айыухан һымаҡ ялҡауланмаҫҡа, төшкә тиклем йоҡламаҫҡа, өйҙә телевизор, компьютер алдында ғына ултырмаҫҡа кәрәк.
– Әйҙә тор, тышҡа сығайыҡ, ҡар көрәйек! – тип саҡыра уны дуҫтары. Әммә Айыухан уларҙы тыңламай, хәйләкәр Төлкөгә ышана. Өйҙә генә ултырып башы ауырта башлағас:
– Үләм, үләм, – тип илай үҙе. Ярай әле дуҫтары дауалай. Айыу-хан һүҙ бирә: ул да сыныға башлаясаҡ!
VII «Г» синыфы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме»н сәхнәләштергәйне. Әҫәрҙәге Йәмил һәм Оксана менән осрашҡандай булдыҡ. Күҙ алдына һуғыш осоро балалары килеп баҫты. Йәмилде – Асҡар Маликов, ә Оксананы Ирина Мөхәмәтдинова оҫта уйнаны.
Беҙгә был көндө Алтынай Буринаның ике әкиәтен күрһәттеләр. «Шүрәле»не – VII «Д», ә «Золушка»­ны VIII «А» синыфы ҡуйҙы. Береһендә – Ғабдулла Туҡай, икенсеһендә Шарль Перро әҫәре иҫкә төштө.
– Мин «Золушка»ла Принц ролен башҡарҙым. Сәхнәгә тәүге тапҡыр сыҡмайым, былтыр «Сыңғылдаҡ» спектаклендә уйнағайным, унда Әкиәтсе – Май ҡуңыҙы булдым. Ә «Золушка» – беҙҙең оҙаҡ эшләнгән проектыбыҙ. Фестивалгә әҙерләнгән ваҡытта күп нәмәгә өйрәндек. Үҙебеҙҙе сәхнәлә тота беләбеҙ хәҙер, – ти VIII «А» синыфы уҡыу-сыһы Тимерхан Кәбиров.
Торғаны артист инде үҙе! Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, спектаклдә уйнарға яратһа ла, Тимерхан киләсәген театр менән бәйләргә уйламай икән. Медицина юлынан китергә теләй.
– Әммә тормошомдан театр ҙа ситтә ҡалмаясаҡ. Шулай уҡ йырларға, гитарала уйнарға яратам, – ти егет. Белгегеҙ килһә, Тимерхандың атаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Кәбиров. Ул да ошо гимназияла уҡыған. Тимерхандың ҡустыһы, һеңлеһе бар. Улар ҙа атаһы менән спектакль ҡарарға килгәйне.
– Мин Фея булып уйнаным. Был роль ныҡ оҡшаны. Үҙемде ысын тылсымсы итеп тойҙом. Театр кешене үҫтерә, тел асҡысы бирә, – ти шул уҡ синыфтан Әзизә Арғынбаева.
Был синыфтан Данияр Камалиев спектаклдә Джеки ролен башҡар-ҙы. Ул да тамашасыларҙы һоҡландырып уйнаны. Данияр ошо әкиәтте һайлағаны, сәхнәләштергәне өсөн тәрбиәсеһе Таңһылыу Закирйән ҡыҙы Бикмуллинаға, һәр саҡ файҙалы кәңәштәрен биреп, ярҙам итеп торғаны өсөн Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатоваға рәхмәтен дә белдерҙе.
«Дебют» мәктәп театры фестивале гимназияла икенсе тапҡыр уҙҙы. Йәнә зал тулы тамашасылар йыйып, береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле, уйланырлыҡ, йылмайып-көлөп ҡарарлыҡ алты спектакль күрһәтелде. Һәр тамаша сәхнә декорациялары менән дә, музыкаль яҡтан да иҫ киткес матур биҙәлгәйне.
Шуныһы ла мөһим: спектаклдәр-ҙә балалар бөтә синыф менән ҡатнашты. Уларҙың төрлө ролдәрҙе килештереп уйнауы, сәхнәлә баҙап ҡалмай, үҙҙәрен ҡыйыу тотоуҙары ҡыуандырҙы. Бына ҡайҙа үҫә таланттар, тип ғорурландыҡ та.
Мәктәп театры фестивалендә спектаклдәрҙең режиссёрҙары булған тәрбиәселәр ҙә ҙур һынау тотто. Фәйрүзә Арыҫлан ҡыҙы Абдуловаға, Эльвира Фәнис ҡыҙы Иҫәнғоловаға, Рәзилә Рамаҙан ҡыҙы Өмөтбаеваға, Рәйлә Әхтәм ҡыҙы Әминеваға, Зилә Мәжит ҡыҙы Ғафароваға һәм Таңһылыу Закирйән ҡыҙы Бикмуллиналарға «бишле» ҡуйырға була. Уларға белем усағының директоры Илнур Рифат улы Сәлихов – Рәхмәт хаттары, ә фестивалде ойоштороусы Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова менән Шәүрә Шәһит ҡыҙы Кейекбирҙиналарға Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
Театр тигән сихри донъяға сәйәхәт тамам. Фестивалдә яңынан осрашҡанға тиклем!


М. СӘЙЕТОВ.
Өфө ҡалаһы.

Александр КОРОЛЁВ фотолары.

Артистары – балалар, ә режиссёрҙары – тәрбиәселәр
Артистары – балалар, ә режиссёрҙары – тәрбиәселәр
Артистары – балалар, ә режиссёрҙары – тәрбиәселәр
Артистары – балалар, ә режиссёрҙары – тәрбиәселәр
Артистары – балалар, ә режиссёрҙары – тәрбиәселәр
Артистары – балалар, ә режиссёрҙары – тәрбиәселәр
Артистары – балалар, ә режиссёрҙары – тәрбиәселәр
Артистары – балалар, ә режиссёрҙары – тәрбиәселәр
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: