-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Әгәр уҡытыусыңа ғашиҡ булһаң…

Күптән түгел интернетта Өфөнән 18 йәшлек ҡыҙҙың БДИ буйынса репетиторға дәрес ваҡытында хистәрен белдереүе тураһында видеояҙма таралды. Махсус рәүештә алдан әҙерләнеп төшөрөлгәнме ул? Әллә ҡыҙҙың синыфташтары осраҡлы ғына телефон видеокамераһына теркәгәнме? Ҡыҙ ысынлап тойғоһон белдерҙеме әллә уйын, шаярыу ғынамы? Аңламаҫһың. Әммә был яҙма барыбер шау-шыу тыуҙырҙы. Нимә генә тимә, уҡытыусыға ғашиҡ булыу осраҡтары элек-электән бар. Шул арҡала күңелһеҙ хәлдәргә юлыҡҡан, ғүмер буйы үкенеп йәшәгән кешеләр, тарҡалған ғаиләләр ҙә юҡ түгел.

Күптән түгел интернетта Өфөнән 18 йәшлек ҡыҙҙың БДИ буйынса репетиторға дәрес ваҡытында хистәрен белдереүе тураһында видеояҙма таралды. Махсус рәүештә алдан әҙерләнеп төшөрөлгәнме ул? Әллә ҡыҙҙың синыфташтары осраҡлы ғына телефон видеокамераһына теркәгәнме? Ҡыҙ ысынлап тойғоһон белдерҙеме әллә уйын, шаярыу ғынамы? Аңламаҫһың. Әммә был яҙма барыбер шау-шыу тыуҙырҙы. Нимә генә тимә, уҡытыусыға ғашиҡ булыу осраҡтары элек-электән бар. Шул арҡала күңелһеҙ хәлдәргә юлыҡҡан, ғүмер буйы үкенеп йәшәгән кешеләр, тарҡалған ғаиләләр ҙә юҡ түгел.

Ысынлап та, уҡытыусыға ғашиҡ булырға мөмкинме икән ул? Бәлки, оҡшатыу барҙыр, тик был бөтөнләй икенсе төрлө, ихтирам итеү, идеал итеп күреү кеүегерәк хис. Һәр хәлдә, уҡытыусы белемле булыуы, нисек һөйләүе, үҙ-үҙен тотошо менән оҡшай икән, быны, мөхәббәт, тип уйлап, хаталанырға ярамайҙыр. Кемдер килешмәйме? Уҡытыусыһы менән элекке уҡыу­сыһы өйләнешкән миҫалдар ҙа етерлек, тиһегеҙме? Сетерекле мәсьәлә, әлбиттә, әммә уҡытыусы һәм уҡыу­сы араһында сик булырға тейеш, ул бит һеҙҙең тиҫтерегеҙ түгел, шулай бит, ҡыҙҙар, егеттәр?! Ғөмүмән, беҙҙең халыҡта ҡыҙҙарға шулай асыҡтан-асыҡ хис-тойғоңдо белдереү килешмәй. Тәүфиҡлы, әҙәпле булғандар быны яҡшы аңлайҙыр.

Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА, йәш хәбәрсе. Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы:

– Был ҡыҙҙың ҡылығы менән килешмәйем, сөнки уның әлеге ваҡытта үҫмер сағы. Күптәр ошо йәштә йыш ҡына ғашиҡ була, хисләнәләр. Минеңсә, той­ғоларҙы шунда уҡ белдереп барырға кәрәкмәйҙер, сөнки был ваҡытлыса. Күпмелер мәлдән һуң барыбер үтеп китәсәк.

Зилиә БУРАНБАЕВА, йәш хәбәрсе. Бөрйән районы, Байназар мәктәбе:

– Белеүебеҙсә, мөхәббәт – шундай изге тойғо. Ул кешеләрҙең йөрәктәрен бергә итеүсе, уларҙың күңелендә мәңгелеккә бер-береһенә ихтирамлыҡ, берҙәмлек тыуҙырған илаһи хис. Күп кенә осраҡтарҙа мөхәббәт беҙҙең менән ҡаты шаярып та ҡуя. Ни тиһәң дә, үҫмер ваҡытта, күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағында, ғашиҡ булып, шул йыһанда ғына йөҙөп йөрөүҙең үҙебеҙ өсөн насар тамамланыуы ла бар. Үҫмер ҡыҙҙар йыш ҡына күпкә оло кешеләргә ғашиҡ була, мәҫәлән, үҙ уҡытыусыларына. Был осраҡтың, әлбиттә, бер ниндәй ҙә насар яғы юҡ һымаҡ. Ә шулай ҙа ныҡлы уйланырға кәрәктер ул. Беренсенән, ғашиҡ булып, беҙ уҡытыу­сыға уңайһыҙлыҡ тыуҙырабыҙ. Ундай осраҡтар бик күп. Икенсенән, уҡытыусының ғаиләһе булыуы мөм­кин. Һанап кит­һәң, насар яҡтары бик күп. Эйе, мөхәббәт – ул, әйтерһең дә, утлы йәшен. Шуның өсөн дә был хис менән шаярмаҫҡа кәрәк.

Тимур Г., мәктәптә практикант:

– Бөгөн бигерәк тә ҡала ерендә уҡыусы ҡыҙҙар үтә ҡыйыу. Үҙҙә­ре менән йәш уҡытыусы ара­һындағы сикте тоймаусылар хатта 14 – 15 йәшлектәр араһында ла бар. Ҡайһы берәүҙәр ҡыҙыҡһыныуын йәшермәй, машинағыҙ бармы, телефонығыҙ ниндәй, тип һорарға ла аптырамай. Был үҙе үк уларҙың тәрбиәһеҙлеге, тыйнаҡ булмауы тураһында әйтеп тора. Уҡытыу­сыны егет урынына күрәләр. Былай йәш педагогты уңай­һыҙ хәлгә ҡалдырыуҙары ла ихтимал. Минеңсә, мәктәптә уҡыусы өсөн уҡытыусы педагог ҡына булып ҡалырға тейеш.
Читайте нас: