+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Купидон булып ҡараным

Сәләм дуҫтар! Кәйефтәрегеҙ нисек? Бер нисә көнгә генә Купидон булып ҡараным әле. Был миңә бик ҡыҙыҡ тойолдо, хатта оҡшаны, тип әйтер инем. Тиҫтерҙәрем үҙҙәренең мөхәббәте тураһында һөйләне. Һеҙгә лә ҡыҙыҡ булыр, моғайын. Әлбиттә, беҙ уларҙың исемдәрен үҙгәртеп алдыҡ.

Сәләм дуҫтар! Кәйефтәрегеҙ нисек? Бер нисә көнгә генә Купидон булып ҡараным әле. Был миңә бик ҡыҙыҡ тойолдо, хатта оҡшаны, тип әйтер инем. Тиҫтерҙәрем үҙҙәренең мөхәббәте тураһында һөйләне. Һеҙгә лә ҡыҙыҡ булыр, моғайын. Әлбиттә, беҙ уларҙың исемдәрен үҙгәртеп алдыҡ.
Әхирәтем ҠОЯШҠАЙ, минән бер синыфҡа өлкәнерәк, 13 йәш:
– Бер малай бик оҡшарға теләп йөрөнө. Һәр ваҡыт юлымда осрап ҡына торҙо. Бер көндө синыфыбыҙ менән урамда йөрөп килергә һөйләшкәйнек, ул да бар ине. Күңелле генә булды, кискә табан таралыша башланыҡ. Ул да автобусҡа ултыр­ҙы. Икәү һөйләшеп барҙыҡ. Синыфташтар менән бергәләп йө­рөү икебеҙгә лә оҡ­шағай­ны. Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне. Минең туҡталышҡа етер алдынан көтмәгәндә үҙенең мөхәббәтен белдерҙе. Шундай һүҙ булырын бел­һәм дә, ҡапыл юғалып ҡалдым. Автобустың ишеге асылыу менән, бер ни әйтмәйенсә, сығып йүгер­ҙем. Ҡайт­ҡас, был турала оҙаҡ ҡына уйланып ул­тырҙым. Аҙағыраҡ SMS ебәр­ҙем. Ләкин егетемдән яуап булма­ны. Башҡаса юлымда ла осраманы.

Бәй, ни хәл? Әллә әхирәтемдең яҙған хәбәре ҡурҡыттымы икән, аңлашылмай. Ә бына параллель синыфтағы АЙ ҠЫҘЫ менән шундай хәл бул­ған:
– Лагерҙа ял иткәндә бер малай оҡшаны. Ул минән бер йәшкә кесе ине. Эй, тыңламай торғайны, вожатыйҙарҙан әрләнеп бөттө. Ә миңә ошондай малайҙар яҡын. Өлкән апаһы – лагер­ҙың директоры. Һуңынан аңланым: ул оҡшар өсөн шулай ҡыланған икән. Хушлаш­ҡанда матур гөлләмә бүләк итте. Сәскәләрҙе ҡай­ҙан алған, тиһегеҙме? Лагерь биләмәһендәге баҡсанан өҙгән. Беҙ яҡшы дуҫтар булып айырылыштыҡ. Хәҙер шул ваҡыттарҙы һағынып иҫкә алам.

Ә синыфташым ӘЛИӘ мөхәббәт тураһында нимә уйлай икән?
– Миңә үҙен ҡарап, ыҫпай кейенеп йөрөгән, төҫкә-башҡа матур егеттәр оҡшай, был мөхәббәт булмаҫҡа ла мөмкин. Дуҫтарым бик күп. Ә мөхәббәт темаһы һәр ваҡыт көлкөлө тамамлана. Шуға үҙемдең дуҫ егетем менән булған хәлде генә һөйләргә теләйем.
Йәй көнө лагерҙа ял иткәндә: «Мин Маша исемле ҡыҙға ғашиҡ булдым!» – тип һөйләнеп йөрөнө ул. Әммә мөхәббәте – яуапһыҙ… Бер заман теге ҡыҙ бүлмәбеҙгә йүгереп килеп инде лә:
– Йәшерегеҙ мине, йәшерегеҙ инде тиҙерәк, – тип беҙгә үтенде.
Карауат аҫтына боҫоп ятыуы ғына булды, шунда уҡ «Ромео»һы ла килеп тә инде. Машаны таптыра башланы.
– Ул бында юҡ, сыҡ беҙҙең бүлмәнән, – тибеҙ.
– Маша барыбер бында киләсәк. Мин ошо карауат аҫтында йәшенеп, көтөп ятам, – тине лә Маша ҡасҡан урынға инде лә китте. Тегеһе секунд эсендә килеп сыҡты һәм беҙ бергәләп бүлмәнән тайҙыҡ. Вәт, ҡыҙыҡ булды!
Һеҙҙең менән дә булғандыр әле ошоға оҡшашыраҡ хәлдәр, эйеме? Ә мин барығыҙға ла бәхет, мөхәббәт теләп ҡалам.

Руфина ЛОҠМАНОВА.


Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафи на исемендәге20-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: