Һаумы, берҙән-берем, яратҡаным! Ошо хатты уҡып, бәлки, уй-хистәремде аңларһың. Интернатҡа килгәс, тәү күреүҙән оҡшаттым да өс йыл инде һине генә уйлап йәшәйем. Ҡайҙа ғына барһам да, күҙ алдымдан китмәйһең. Үҙең менән һөйләшкәндә лә тәнем сымырлап, ҡаушап ҡалам, әйтергә теләгән һүҙҙәрем онотола. Уҡырға ла һине күрергә генә килгән кеүекмен.
Их, оҙаҡламай уҡыу йылы ла тамамлана. Һәр беребеҙ тыуған райондарына таралышыр. Йәйгеһен үҙеңде күрмәй торһам, ҡыйын булыр инде. Ә һин минең нимә уйлағанымды белмәйһең, дуҫ итеп кенә күрәһең. Шуға икенсе ҡыҙҙар менән һөйләшкәнеңде күрһәм, нисек ауыр кисергәнемде белһәң икән?! Тик аңламайһың шул. Бөтә кешегә лә яратыу, һөйөү хистәрен татыу тойғолары бирелмәгәндер ҙә. Бәлки, мин һинең ниндәй икәненде бик белеп тә бөтмәйемдер. Шулай ҙа көтәм әле. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр бит. Ҡапыл уйламағанда миңә ғашиҡ булырһың да сәскәләр тотоп килерһең, тип хыялланам.
Ҡыҙ кеше сабыр булырға тейеш. Шуға әлегә эргәңдә ихлас йылмайыуыңды, шаяртыуҙарыңды тыңлап, тыныс ҡына йөрөй бирәм.