+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар

Йәй. Өс айҙың икенсеһе лә үтеп бара инде. Ҡайҙарҙа ял итәһегеҙ, дуҫтар?

Көндәрегеҙ файҙалы шөғөлдәр менән үтәме? Артыҡ иркенәйеп китмәнегеҙме? Ни тиһәң дә, барыбер контроль кәмене инде, шулай бит? Кемдәрҙеңдер ата-әсәһе көнө буйы эштә. Ҡайһыларығыҙ бөтөнләй уларһыҙ ғына олатай-өләсәйҙәрегеҙгә каникулға бар­ғанһығыҙҙыр әле. Көн дә клубҡа сығаһығыҙҙыр. Ул асылмаһа ла, ҡараңғы төшөү менән үҫмерҙәр, йәштәр биҙәнеп-төҙәнеп урамға ашыға торған. Ә унда ниндәй генә мажараларға осрамаҫһың?!

Мажара ғына булһа ярай ҙа ул, ҡурҡыныс хәлдәргә юлығып ҡуймағыҙ, Алла һаҡлаһын. Ауыл ерендә, ике ауыл йәштәре һуғышҡан, тигән хәбәр ҙә ишетелеп тора.

Бөгөн бигерәк тә ҡыҙҙарға өндәшке килә. Һылыуҡайҙар, эйе, күптәрегеҙ йәйгеһен сит ерҙә берәй егет менән таныша, уға ғашиҡ була. Иҫерткес эсемлекте лә тәүге тапҡыр ошо оҙайлы каникул көндәрендә татып ҡарай­ҙар, ишеткән бар. Төндә эсеп-иҫереп йөрөүҙе ҡайһы берәүҙәр егетлеккә һанай бит, ҡыҙҙарға ла тәҡдим итәләр. Ә иҫеректең аңы томалана, нимә эшләгәнен дә белмәй… Хәйер, был хәл йәй миҙгеленә генә лә ҡағылмай инде.

Башҡортостанда 2019 йылдың тәүге өс айында 41 балиғ булмаған ҡыҙ кейәүгә сығырға мәжбүр булған. Ауырлы булыуы йәки балаһы тыуыуы сәбәпле. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бит, ҡыҙҙар! Иң беренсе мәктәпте тамамлап, берәй күңелеңә ятҡан һөнәрҙе үҙләштерергә кәрәк. Унан инде аҡыллы ғына, бергә бәхетле тормош көтөрҙәй егет менән танышырға. Уҡыусы ғына көйөнә енси мөнәсәбәткә инеп йөрөү ярамағанын аңлаһағыҙ ине. Тиҫтер­ҙәрең үҙҙәрен оло тормош юлына әҙерләгәндә – белем алып, һөнәр үҙләштергәндә ваҡытынан алда өлкәндәр мәшәҡәтенә сумып, бала ҡосаҡлап ултыр инде?!

Һуңғы арала балиғ булмағандарҙы көсләү тураһында ҡолаҡҡа яҡмаған ҡурҡыныс хәбәрҙәр ҙә ишетелеп кенә тора. Боҙоҡ әҙәмдәр күп. Шуға һеҙгә һаҡ булырға кәрәк. Йыш ҡына таныш, күршелә генә йәшәгән енәйәтсенең бала тормошон боҙоп, хатта ғүмерен ҡыйып ҡуйған осраҡтар бар.

Кемдер ҡыйырһыта, нимәлер борсой икән, ҡыҙҙар һәм малайҙар, яҡындарығыҙға әйтергә тартынһағыҙ, Бөтә Рәсәй ышаныс телефонына шылтыратығыҙ: 8-800-2000-122. Тәжрибәле белгестәр һеҙгә һәр саҡ кәңәш бирергә, ауыр хәлдән сығыу юлдарын өйрәтергә әҙер. Шылтыратыу бушлай һәм аноним.

Йәйегеҙ хәүеф-хәтәрһеҙ үт­һен, дуҫтар!


Э. РӘШИТОВА.

Читайте нас: