-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Әхирәтем менән серләштек

18 йәшлек Зөлхизә әхирәтем менән мөхәббәт тураһында һөйләштек.

– Сәләм, Зөлхизә! Ғөмүмән, һиңә ниндәй егеттәр оҡшай?

– Күп яҡшы сифаттарға эйә, һәр ваҡытта ярҙамға килергә әҙер булғандар, ышаныслы, вәғәҙәләрен үтәгәндәр. Әле йөрөгән егетем миңә тулыһынса тап килә, тип уйлайым.

– Ә бына егет кеше тиҫтерең йәки олораҡ булыу яҡшымы?

– Бәләкәй саҡтан атай-әсәйемә ҡарап үҫтем, ә уларҙың йәш араһы – бер йыл ғына. Хәҙерге ваҡытта үҙемдең тиҫтер менән дуҫмын һәм шуға шатланып бөтә алмайым. Әйткәндәй, уның ғаиләһендә ата-әсәләренең йәштәре тура килеп тора.

– Һинең өсөн егеттәрҙең аҡыллы ла, көслө лә булыуы мөһимме?

– Эйе. Көслө егет эргәһендә үҙеңде гәлсәр сәскә һымаҡ тояһың. Аҡыллы булһа, борсоған һорауҙарың тураһында һөйләшеп, кәңәшләшергә лә мөмкин.

– Ысын мөхәббәткә ышанаһыңмы?

– Әлбиттә, ышанам! Үҙемдең ысын мөхәббәтемде осраттым, тип тә әйтә алам. Ул гел буласаҡ һәм йәшәйәсәк. Һәр бер кеше мөхәббәтен осратырға һәм быны тойорға тейеш. Ҙур төшөнсә, шуға күрә мин мөхәббәт, һөйөү, яратыу тураһында оҙаҡ ҡына һөйләй алам.

– Сер булмаһа, әйт әле: беренсе тапҡыр нисә йәштә үбешкәйнең?

– 16 йәшемдә. Минеңсә, тәүге тапҡыр үбешеү ихлас күңелдән һәм оҡшаған кешең менән генә булырға тейеш, тип уйлайым.


XI синыф уҡыусыһы Шәүрә ХӘСӘНОВА һөйләште.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.


Шәүрәнән биш кәңәш


Егеттәр холоҡ-фиғелдәре менән һунарсы кеүек. Улар барыһын да үҙҙәренсә эшләргә ярата. Ә ҡыҙҙарға нисек шул «һунарсы»ның күҙенә салынырға һуң? Минән һеҙгә бер нисә кәңәш.


Үҙ-үҙенә ышанған кеше булығыҙ. Ҡыҙыҡлы, ябай, үҙ тормошон ҡора белгән, эшен яратып баш­ҡарған, тик алға барған ҡыҙҙар оҡшай ул егеттәргә. Ләкин ҡайһы бер­ҙәр баҙнатһыҙҙарға ла күҙ һала. Тик алданып ҡуймағыҙ, һаҡ булығыҙ.

Матур һәм сәләмәт күренергә тырышығыҙ. Егеттәр күҙҙәре менән ярата. Шуға күрә һеҙҙең кейемегеҙ бөхтә һәм матур, кәүҙәгеҙ тура, тырнаҡтарығыҙ буялған булыуы бик мөһим. Шулай уҡ спорт менән шөғөлләнергә лә онотмағыҙ.

Иғтибар менән тыңлағыҙ. Егет һеҙҙең барлығығыҙ хаҡында белмәһә, тейешле иғтибар көтмәгеҙ. Һөйләшер алдынан уның мауығып йөрөгән шөғөлө, ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында белешегеҙ, яратҡан йыр­ҙары менән танышығыҙ. Аралашыу өсөн дөйөм тема табып, егеттең буш ваҡыттарын нисек үткәреүен һорағыҙ. Һөйләшкән саҡта күҙҙәренә ҡарарға оялмағыҙ, иғтибар менән тыңларға ла тырышығыҙ.

Юмор хисе – иң кәрәкле ярҙамсы. Һәр хәлдә лә, ниндәй генә һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, шаяр­тыуға урын табып була. Мәҫәлән, хол­ҡоғоҙҙо күрһәткән ваҡытта юмор аша өндәшегеҙ.

Ихлас һәм асыҡ булығыҙ. Был һыҙаттар бөтәһенә лә оҡшай. Танышҡан ваҡытта ихлас булһағыҙ, егет кеше һеҙгә күҙ һалмай ҡалмаҫ.
Читайте нас: