-6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бер мөхәббәт тарихы

Һәр парҙың үҙ мөхәббәт тарихы бар. Кемдәрҙер бер уҡыу йортонда уҡыған, икенселәр бер урында эшләгән, өсөнсөләр дуҫтары аша танышҡан. Хәҙерге ваҡытта социаль селтәрҙәр аша үҙ бәхеттәрен тапҡан кешеләр ҙә бихисап. Ә шулай ҙа мәктәп йылдарында ҡабынған һөйөү хистәре күңелдәрҙә мәңгелеккә уйылып ҡала. Һөйҙөргән дә, көйҙөр­гән дә тәүге мөхәббәт, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер ул.

Ғәлиә менән Әминә бәләкәй генә саҡтан бергә уйнап үҫте. Күрше генә йәшәгәс, бер-береһенә йыш ҡына ҡунаҡҡа ла йөрөнөләр. Ғәлиә тыныс холоҡло, оялсан, ә Әми­нә – уттай янып торған ҡыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, улар һәр ваҡыт бергә ине. «Беҙҙең дуҫлығыбыҙға берәү ҙә ҡамасауламаясаҡ. Мәңгегә дуҫ булырбыҙ!» – тип йыш ҡына ҡабатланы Әминә. Ләкин бер ваҡиға арҡаһында улар араһынан ҡара бесәй үткәндәй булды.

Туғыҙынсыла уҡығанда синыфтарына яңы егет килде. Оҙон буйлы, көләс йөҙлө, йәшел күҙле Раян шунда уҡ күп ҡыҙҙарҙың башын әйлән­дерҙе, төн йоҡоларын алды. Ғәлиә лә тәү күреүҙән оҡшатты. Ләкин ул егеткә һүҙ ҡушырға ояла ине. Күпме тырышып ҡараһа ла, шул баҙнатһыҙлығын бер ҙә еңә алманы.

Бәхетенә күрә, бер көндө ҡыҙҙы синыф етәксеһе Рәмилә апай саҡырып алды.

– Һин бит яҡшы уҡыйһың, Ғәлиә. Раянға геометриянан ярҙам итһәң, бик шәп булыр ине, – тине ул.

Ҡыҙ ҡыуанып риза булды. Сөнки уның хәҙер Раянды йышыраҡ күреү мөмкинлеге килеп сыҡты бит.

Шулай итеп, ике ай ҙа һи­ҙел­мәй үтеп китте. Бер көн тә­нәфес мәлендә Рәмис исемле синыфташы Ғәлиәнең ҡулына ҡағыҙ киҫәге тотторҙо. Был хат Раяндан ине. Унда егет ҡыҙҙы ныҡ оҡшатыуын белдереп, дуҫлыҡ тәҡдим иткән. Ғәлиә ҡыуанысынан ни эшләргә белмәне. Иң яҡын әхирәте Әминәгә серен һөйләргә булды. Ул да Раянды күптән яратып йөрөй икән. Әхирәтенең һүҙҙәрен ишеткәс, уның күҙ алдары ҡараңғыланды, аяғының аҫтында ер убылып төшкәндәй булды. Шулай ҙа ул үҙен тиҙ генә ҡулға алды ла:

– Һине ысын оҡшата, тип уйлайһыңмы? Алдаша бит ул! Мин кисә генә бер ҡыҙ менән паркта етәкләшеп китеп бар­ғанын күрҙем. Онот һин уны, – тине.

Әминәнең был һүҙҙәре Ғәлиәнең йөрәгенә бысаҡ булып ҡаҙалды. Ҡыҙ ни әйтергә белмәй, телһеҙ ҡалды. Ҡулындағы ҡағыҙ киҫәген йыртып ташланы. Бынан һуң Ғәлиә Раянға бөтөнләй иғтибар итмәҫкә тырышты. Яуап көтөп йөрөгән егет ҡыҙҙың уға ҡарата мөнәсәбәте былай ҡапыл үҙгәреүенә бик аптыраны һәм бер көндө сәбәбен һорарға булды. Яратҡан кешеһенең һүҙҙәрен тыңлағандан һуң, Раян ихлас көлөп ебәрҙе. Паркта ул ҡунаҡҡа килгән ике туған һеңлеһе менән йөрөгән икән. Уның менән таныштырырға ла вәғәҙә итте. Шунан егет Әминәнең уның артынан йүгергәнен дә һөйләп бирҙе һәм үҙенә тик Ғәлиә оҡшағанын белдерҙе.

Биш йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, ҡыҙ менән егет өйләнешеп тә ҡуйҙы. Уларҙың мөхәббәт тарихы әле лә да­уам итә.

Лилиә СОЛТАНОВА, БДУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.


Читайте нас: