+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙ атылғанда...

Төнгө тынлыҡ. Ә мин һаман йоҡламайынса тәҙрә аша күкте күҙәтәм. Күҙҙәремдән субырлап йәш аға. Ошондай мәлдәрҙә хәлдәремде, кисерештәремде ай ғына аңлай кеүек. Ул да минең һымаҡ яңғыҙ бит. Улай тиһәң, уның йондоҙҙары янында. Күҙ ҡыҫышып-емелдәшеп, кәйефен күтәреүселәре бар. Ә миңә ни бары уйҙар ғына юлдаш...

Йондоҙ атылғанда...
Йондоҙ атылғанда...

Их, уйҙар, уйҙар.... Әллә ҡайҙарға, һинең менән бәхетле булған мәлдәргә алып китә улар. Ҡасандыр, ысынлап та, үҙемде иң бәхетле кеше тип һанай инем. Һөйгәнем – янымда, мәңге бергә булыр төҫлө инек...
Әлегеләй сирендәр сәскәгә төрөнөп, тирә-яҡҡа хуш еҫ бөрккән мәлдә дуҫлыҡ тәҡдим иттең. Ул төн бөгөнгөләй күҙ алдымда. Ҡыҙҙар-егеттәр менән йылға буйына төшкәйнек. Усаҡ яғып, шешлек ҡыҙҙырып, йырлашып-көлөшөп ултырҙыҡ. Тик мин ниңәлер кәйефһеҙ инем. Һин быны һиҙеп, яныма килдең, күңелемде күтәрергә теләп, шаяртып һүҙ ҡуштың. Тап шул саҡта һиңә ҡарата йөрәгемдә осҡон ҡабынды ла инде. Бер мәктәптә уҡыйбыҙ, нисек быға тиклем иғтибар итмәгәнмендер үҙеңә?! Әле лә аптырап ҡуям. Улай тиһәң, егеттәр хаҡында бөтөнләй уйламай торғайным бит. Минең өсөн бары тик яҡшы итеп уҡыу ғына һәр саҡ алғы урында булды. Әле был юлы ла әхирәтемдең һүҙен йыҡмайым, тип кенә сығырға ризалашҡайным. Күрәһең, юҡҡа булмаған... Ул төндө һин оҙата килдең. Күптән мине оҡшатыуыңды, тик яныма килергә ҡыйыулығың етмәүен белдерҙең. Һинең менән һөйләшеүе шул тиклем еңел ине. Башҡа берәйһе булһа, ни тип һүҙ башларға белмәй торор инем, моғайын. Ә һинең менән бөтөнләй башҡаса. Әйтерһең, йөрәктәр бер-береһе менән үҙҙәре серләшә...
Был осрашыуҙан һуң аралашыуыбыҙ йышайҙы. Тора-бара үҙеңә ғашиҡ булыуымды аңланым. Бер минутҡа ла уйымдан сыҡмай тор­ғайның. Мәктәпкә лә һине күрер өсөн генә барам, килереңде ашҡынып көтәм. Балҡып, ҡанатланып йөрөүемде эргә-тирәләгеләр ҙә һиҙҙе. Күрәһең, йөрәктә яралған мөхәббәтте йәшереп кенә тотоп булмай­ҙыр. Бындай тойғоларҙы тәүләп кисереүем ине. Бөтә донъяға яңғыратып: «Яратам!» – тип ҡысҡырырға әҙер инем ул саҡтарҙа. Ә һинән был һүҙҙәрҙе ишетеү тағы ла рәхәтлек өҫтәне. Ҡосағыңа алып иркәләгәндә бәхеттең етенсе ҡатына үрләгәндәй тоя инем үҙемде.
Бер-бер артлы айҙар үтте. Хуш еҫле яҙҙы – эҫе йәйҙәр, уны алтын көҙҙәр алыштырҙы. Һалҡын ҡышҡа ла аяҡ баҫтыҡ. Ә беҙҙең һөйөү ваҡыт уҙған һайын нығына ғына барҙы. Дуҫлашыуыбыҙ хаҡында атай-әсәйҙәребеҙ ҙә белде, улар ҙа ҡаршы булманы. Ошондәй бәхетле минуттар мәңге бөтмәҫ кеүек тойола ине. Әммә бар нәмәнең дә ахыры була икән...
Синыфташ ҡыҙ арабыҙҙы бутаны. Минең хаҡта һиңә нахаҡ һүҙҙәр һөйләп, нисек тә беҙҙе айырырға тырышты. Ә һин миңә түгел, уға ышандың... Ул ҡыҙҙың күптән үҙеңә күҙ атып йөрөүен әхирәтем әйткәйне инде. Әммә мин быға иғтибар бирмәнем. Йәнәһе, бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәрҙәрҙе берәү ҙә, бер нәмә лә айыра алмаясаҡ. Һинең ул ҡыҙҙың һүҙҙәренә ышанып, мине тыңларға ла теләмәүең, улай ғына ла түгел, бөтөнләйгә бәйләнеште өҙөүең хайран итте. Миңә һөйөп баҡҡан күҙҙәр­ҙе күрмәйенсә нисек йәшәрмен, тип түккән күҙ йәштәремә бары ай һәм йондоҙҙар ғына шаһит.
Инде аралашмауыбыҙға бер айлап ваҡыт үтте. Күңелемдә ярһыған хистәр ташҡыны һаман да тынырға уйламай. Их, шул тиклем һағындым үҙеңде! Яныма килеп, ҡосағыңа алһаң ине. Элекке кеүек: «Бәхетем!» – тип ҡабатлаһаң ине!
Минең теләгемде генә көтөп тор­ғандай, шул мәл күктә йондоҙ атылды. Быны күреп, йылмайып ҡуйҙым.
Бер нисә минут үтеүгә шомло тынлыҡты боҙоп, телефон шылтыраны. Ә унда һинең тауышың:
– Һағындым һине, Бәхетем! Берүк ғәфү итә күр! Сыҡ әле яндарыма...
Телефонды һүндерергә лә онотоп, ҡалтыранып, тиҙ генә кейендем дә тышҡа атылдым. Ә ирендәрем бер туҡтауһыҙ:
– Рәхмәт, йондоҙом! Теләгемде ҡабул иттең! – тигән һүҙҙәрҙе ҡабатланы.

ГҮЗӘЛИӘ.
Әбйәлил районы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: