-2 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Кешене мөхәббәт йәшәтә

Һеҙ йыш ҡына телевизорҙан күргән, радионан ишеткән, интернет аша күҙәткән был ағайҙар тәүге мөхәббәттәрен хәтерләйме икән? Ә ғүмерлеккә юлдаш итеп һайлаған тормош иптәштәре менән нисек танышҡандар? Әйҙәгеҙ, үҙҙәрен тыңлайыҡ.

Кешене мөхәббәт йәшәтә
Кешене мөхәббәт йәшәтә

Рәсил СЫНБУЛАТОВ, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актёры:
– Мәктәптә уҡыған саҡта кемделер оҡшатыуҙы мөхәббәт тип тә әйтеп булмайҙыр инде ул. Шулай ҙа күңелдә йылы тойғолар һаҡлана. Ул заманда анкета тултырыу ныҡ модала булды. Ҡыҙҙар беҙгә «Кемде яратаһың?» тигән һорауға яуап яҙыр­ға ҡуша. Серҙе барыбер сисмәйбеҙ. Оҡшатып йөрөгән ҡыҙҙың исеменең баш хәрефен генә ҡуябыҙ. Йәнә запискалар яҙышыу ҙа ныҡ тарал­ғайны. Кеше күрмәгәндә генә хатыңды ҡыҙҙың куртка йә пальто кеҫәһенә һалып китәһең. Шунан инде яуап көтәһең. Элек гардеробтар асыҡ, ә ҡайһы бер кейемдәр бер иш ине бит. Өҫ кейемен бутап, записканы икенсе берәүҙең кеҫәһенә һалып киткән саҡтар ҙа булғыланы. Үҫә төшкәс, етдиләндек, бүләктәр ҙә бирешә инек. Ҡатыным Юлиә менән Мәскәүҙә уҡығанда таныштыҡ. Бер ҡараштан ғашиҡ булышып, оҙаҡҡа һуҙмай, фатир табып, бергә йәшәп киттек. Ике йылдан Башҡортостаныбыҙға ҡайттыҡ һәм никах, туй үткәрҙек. Был 2007 йылда булды. Ә уның миңә иң ҡиммәтле бүләге нимә, беләһегеҙме? Ике малайыбыҙ. Әлеге көндә, Аллаға шөкөр, бик матур йәшәп ятабыҙ.

Дим АЛЛАЯРОВ, блогер:
– Тормош иптәшем Әлиә интернет селтәрендә үҙ блогын әүҙем алып барғас, танышыу ҙа виртуаль донъяла килеп сыҡты. Йәшермәйем, һәр беребеҙҙең шәхси тормошонда ауыр саҡ ине. Нимәһе ҡыҙыҡ, икебеҙ ҙә Хоҙайға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәнбеҙ. Һәм ураҙа айының тәүге көнөндә бер-беребеҙҙе таптыҡ, Аллаға шөкөр! Әлеге көндә ике ҡыҙыбыҙ беҙҙе ҡыуандырып үҫеп ки­лә.

Айбулат СӘСӘНБАЕВ, «Юлдаш» радиоһы алып барыусыһы:
– Мин дә ғүмерлек мөхәббәтемде социаль селтәрҙә таптым. Арабыҙҙа осҡон лайк рәүешле йүгереп үтте. Буласаҡ кәләшем «Теге өсәү»гә ниндәй яңы кеше килгән икән, тигән булып, дуҫтарға өҫтәлде. Мин дә баҙап ҡалманым – һылыу ҡыҙға яҡындан танышырға тәҡдим иттем. Тәүге осрашыуыбыҙ театрҙа булды, әлегәсә икәү ошо сәнғәт усағына йөрөргә яратабыҙ.

Ринат РАМАҘАНОВ, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө етәксеһе:
– Студент булып киткәс, сәнғәт академияһы ятағында йәшәнем. Өфөнө электән тапаусы малай булараҡ, ҡалала дуҫ-таныштар күп, ятаҡта һирәк күренәм. Бер кис беҙҙең ҡаттың старостаһы Алиса бүлмәләрҙе тикшереп йөрөй. Мине күреп аптырап ҡалды, уға бында йәшәгәнемде аңлатырға тура килде. Ярай, аңлаштыҡ, иртәгә аш-һыу бүлмәһендә дежур инем. Ә мин быны онотҡанмын. Әлбиттә, старостаға эләккән, ә Алисанан – миңә. Ошо хәлдән һуң яйлап аралашып киттек, гөлләмә алып, киноға саҡырҙым. Шулай итеп, беренсе курстан алып беҙ бергә!

Айнур КӘБИРОВ, Башҡортос­тан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы:
– Мин тәүҙә Раушанияның бейеүенә ғашиҡ булдым, һуңынан инде – үҙенә! Буласаҡ ҡатыным Учалы музыка училищеһын тамамлап, Өфө дәүләт филармонияһына эшкә килгән йәш бейеүсе ине. Ә беҙ сәнғәт академияһындағы махсус алып барыусылар курсында белем алабыҙ. Йәш коллегаларыбыҙҙың репетицияһын хужаларса ҡараған булабыҙ. Шулай танышып киттек. Тиҙҙән икебеҙ ҙә Артур Туҡтағолов ойошторған «Далан» төркөмөнөң тәүге составына эләктек. Инде 21 йыл бергә тормош вальсында әйләнәбеҙ.

Руслан ЮЛТАЕВ, режиссёр:
– Хәләл ефетем Зиләрә менән танышыу осраҡлы ла һымаҡ, яҙмыш ҡушыуы ла кеүек. 2007 йылда «Сәксәк» фильмы актёрҙарына кастинг иғлан иттек. Мин шуға ҡағылышлы ниндәйҙер һорау менән Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының художество етәксеһе Гөлдәр Ильясоваға шылтыраттым. Ул беҙгә артистар менән килеп һөйләшергә тәҡдим итте. Шулай итеп, 27 август, Рәсәй киноһы көнөндә, театрҙа йыйылдыҡ. Зиләрә килеп ингәйне, башымды юғалттым да ҡуй­ҙым. Нимәһе ҡыҙыҡ – уның бында беренсе эш көнө булған икән! Фильмға дүрт кешене һайлап алдыҡ. Съёмкалар барышында бер-беребеҙҙе яратҡаныбыҙҙы ныҡлап аңланыҡ. Никах Әбйәлилдә булды, һуңыраҡ гөрләтеп туй үткәрҙек. Әле Роберт улыбыҙға һәм Амелия ҡыҙыбыҙға ҡарайым да, танышыуыбыҙ осраҡлы булмағандыр, тип ҡуям. Өйҙә лә, эштә лә бергәһегеҙ, ялҡытмаймы, тип һораусыларға яуабым: ысынлап һөйгән кешеңдән нисек ялҡаһың инде?

 

Кешене мөхәббәт йәшәтә
Кешене мөхәббәт йәшәтә
Кешене мөхәббәт йәшәтә
Кешене мөхәббәт йәшәтә
Кешене мөхәббәт йәшәтә
Кешене мөхәббәт йәшәтә
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: