+1 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Төҫтәр күпте һөйләй

Дуҫтар, ә һеҙ ниндәй төҫтө нығыраҡ яратаһығыҙ? Кешенең холҡон ошоға ҡарап та белеп була икән. Мәҫәлән, һеҙ магазинда гел бер төҫтәге кейемде һайлайһығыҙ икән, был юҡҡа түгел. Әйҙәгеҙ, иң оҡшаған төҫөбөҙҙө күҙ алдына килтерәйек һәм яуабын ҡарайыҡ. Нисек, холоҡ-фиғелегеҙгә тура киләме?

Төҫтәр күпте һөйләй
Төҫтәр күпте һөйләй

Аҡ – тәртипле, намыҫлы, ихлас күңеллеһең.

Ҡара – үҙеңдең хис-тойғоларыңды йәшерергә тырышаһың, башҡаларға асылып бармайһың.

Һоро – сығыш яһауҙы, кеше алдында маҡтауҙарын яратмайһың.

Зәңгәрҙе бер хәстәрһеҙ һәм тыныс холоҡло кешеләр һайлай.

Ҡыҙыл – көслө характерлыһың, уңыштарға ынтылаһың.

Күк – һине тоғро дуҫ һәм тыныслыҡ яратыусы кеше булараҡ беләләр.

Алһыу – йомшаҡ күңеллеһең, бар нәмәне үҙеңә яҡын алаһың.

Һарыны асыҡ, шат күңелле үҫмерҙәр үҙ итә.

Ҡыҙғылт һары оҡшаһа, һин – уңышҡа ынтылған, үҙ-үҙенә ышанған оптимист.

Йәшелде эш һөйөүсән, ныҡышмалдар ярата.

Шәмәхә – башҡаларға оҡшамаған кешеһең, фантазёрһың.

Көрән – тормошта тотороҡлолоҡ яратаһың.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: