Минән һораған булһалар:
«Ниндәй төҫтә күңелең?»
Яуап бирһәм, аптырарҙар,
Сөнки белмәйем үҙем.
Бәлки, ул хәҙер һарылыр
Ҡояштың нуры һымаҡ.
Кешеләрҙе йылыталыр,
Наҙлы һүҙҙәр бит байтаҡ.
Бәлки, күккә әйләнгәндер,
Туңып торалыр төптә.
Ғәйбәт тыңлап рәнйегәндер,
Шуға ҡуйғандыр нөктә.
Бәлки, ҡыҙылдыр төҫө,
Һөйөү тип янып торһа.
Ысынында ул былбылдыр,
Моңло йырын ул һуҙа.
Бәлки, ул йәшел төҫтәлер,
Тыныслыҡты ярата.
Юғалғандыр мәшәҡәттәр –
Улар бик ныҡ ялҡыта.
Уның төҫө, бәлки, зәңгәр,
Һағыналыр бар ерҙе:
Тыуып тәпәй баҫҡан мәлде,
Әсе, һыуыҡ бер елде.
Әйтә алмам ниндәй төҫтә
Күңелем минең, тиеп.
Бәлки, төҫө юҡтыр бер ҙә,
Ямғыр яуалыр һибеп.
Фото: yandex.ru.