Гүзәл менән Ришат социаль селтәр ярҙамында танышҡан. Хәйер, быға хәҙер аптырарға түгел: бөтә белгәнебеҙ шул телефон бит. Шулай ҙа Гүзәл өсөн 19 йәшлек егеттең 16 йәшлек мәктәп уҡыусыһына танышырға тәҡдим иткән хаты көтөлмәгәнерәк була. Яҡшы уҡыған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙҙың быға тиклем малай-шалайға иҫе китмәй. Интернеттағы танышыу ысынбарлыҡта дауам итә: улар бер айҙан һуң осраша. Һуңынан беленеүенсә, Гүзәлдең фотоларына егет күптән иғтибар иткән, яҙырға ҡыймай йөрөгән икән.
Йәштәр дуҫлашып китә. Тиҙҙән Ришатҡа әрмегә повестка килә. Әммә оҙатырға бер-ике аҙна ҡалғас, егеткә киләһе саҡырылышта алынасағы тураһында хәбәр итәләр. Башта Гүзәл менән Ришат был хәбәргә бик шатлана, әммә яҙға ҡарай уның ноябрҙә хеҙмәт итергә китеүе яҡшыраҡ булыуын аңлайҙар: инде ярты йылы үткән булыр ине бит.
Яҙын саҡырыу килгәнде тынысыраҡ ҡабул иттем, ти әхирәтем. Иртәме-һуңмы был көн етер ине. Ошо ваҡыт арауығы эсендә бер-береһенә бик эҫенә йәштәр. Араларында татыулыҡ, аңлашыусанлыҡ, ышаныс хөкөм һөрә. Бер-береһенән серҙәре булмай. Ә алда... Алда Гүзәлде – имтихандар һәм сығарылыш кисәһе, Ришатты әрме хеҙмәте көтә. «Бер йыл буйы мине көтөрһөңмө?» – ти егет. «Әлбиттә», – тип яуаплай ҡыҙ.
Иң ҡыйын көн булды ул, тип хәтерләй Гүзәл. Иртәнән күңеле тыныс түгел, ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ хәл булыр һымаҡ... Һөйгәндәргә айырылышыу ауыр шул. Етмәһә, отчёт концертын ҡуйғандар – ҡыҙ мәктәп ансамблендә бейей икән. Шул ваҡытты күберәк яратҡан кешең менән уҙғарырға кәрәк бит инде, тик булмай. Көн тиҙ генә үтеп китә. Поезд – төнгө ун икелә, ә Гүзәл инде кистән илай башлай. Иң ҡурҡынысы – перронға күмәкләп оҙатырға сыҡҡанда поездың күренеүе. Иламаҫҡа тырышаһың, тик күҙ йәштәре үҙенән-үҙе тәгәрәй... Бер ҡайҙа ла ҡасып булмай. Уға ла ҡыйын икәнен аңлайым, ти Гүзәл. «Бәләкәсем, илама инде. Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Иң мөһиме – көт», – ти уға егет.
Әлбиттә, Гүзәлдең тәүге мәлдә кәйефе бөтөнләй булмай. Әсәһе тынысландырырға, ваҡыттың тиҙ үтеүен аңлатырға тырыша. Бер генә йыл хеҙмәт итә бит хәҙер егеттәр – күҙ асып йомған ара. Етмәһә, сығарылыш кисәһенә әҙерләнергә кәрәк, күңелһеҙләнергә ярамай, тип йыуата әсә ҡыҙын. Ысынлап та, иртәгә мәктәпте тамамлайбыҙ тигән көндө Ришат һөйгәненә шылтыратып, хәрби ант ҡабул итәсәктәрен еткерә. Ҡыҙ мотлаҡ килергә вәғәҙә бирә.
Сығарылыш кисәһе буласаҡ көн ныҡ мәшәҡәтле бара: таңдан тороп әҙерләнеү – сәс бөҙрәләтеү, кейемде ҡат-ҡат тикшереү... Тантананан һуң синыфташтар төнгө усаҡ янына йыйыла, таңға ҡарай ғына ҡайта. Ә иртәнге етелә һөйгәне янына юлға сығырға кәрәк.
Ныҡ борсолдом, ти Гүзәл. Ниңә икәнен үҙе лә аңламай. Таныш булмаған ҡалала кәрәкле урынды табыумы, үҙеңде ят кешеләр араһында дөрөҫ тотоумы – нимә булһа ла, йөрәк һикереп сығыр кеүек тойолдо, ҡулдар ҡалтырап торҙо, тип тәьҫораттары менән бүлешә ул. Әммә Ришатты күргәс, барыһы ла урынына ултыра. Тәүҙә һөйгәненең ябығып киткәненә аптырай ҡыҙ. Һуңынан ҡосаҡлашып, яңылыҡтары менән бүлешәләр, бәхетле минуттар кисерәләр.
Ришаттың хеҙмәте бөтөргә лә күп ҡалмаған инде. Йәштәр телефондан йыш аралаша. Хәҙер, ҡайтырға ваҡыты кәмегән һайын, еңелерәк, ти Гүзәл. Сөнки белә: осрашыу минуттары яҡынайғандан-яҡыная. Дүрт айҙан ҡала вокзалында Ришатты һөйгән ҡыҙы ҡаршы аласаҡ. Тоғро ҡыҙҙар аҙ түгел. Әммә көтмәгәндәр ҙә бар. Әгәр яратаһың икән, кәртәләр юҡ. Һағынаһың, түҙәһең һәм... көтәһең.