Дияр:
– Паспорт алдыҡ. Атай-әсәйем ҙур байрам кеүек ойошторҙо тыуған көнөмдө: тортҡа заказ бирҙек, туғандар йыйылды, ә күп функциялы үҙәккә хатта ғаилә менән бергә барҙыҡ. Әсәйем, иҫтәлекле булһын, тине. Нимә әйтә алам: ҙур яуаплылыҡ өҫтәлде хәҙер. Яңылыш законды боҙоп ҡуйһаң, яуапҡа тарттырылыуың бар, инде бәләкәс тип ҡарап тормаҫтар. Шуға тиҫтерҙәремә: һаҡ булығыҙ, һеҙ инде тулы хоҡуҡлы граждандар, тип әйткем килә. Үҙемә килгәндә, мине йәйге каникулда аҡса эшләү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Юҡ, атай-әсәйем бар нәмә менән дә тәьмин итә, тик мин дә бәләкәс түгел хәҙер. Тәүҙә мәктәп кәрәк-ярағы, кейемде үҙем алыр инем.
Диана:
– Әле паспорт алырға документтар тапшырмағанбыҙ, яңы ғына тыуған көнөмдө билдәләнек. Әсәйем тортты үҙе бешерҙе, һәр саҡтағыса, бик тәмле булды. Ә синыфташтарымды был тәмлекәс менән репетиция ваҡытында һыйланым – йәкшәмбе ине, көнө буйы мәктәптә сәхнә әҫәре әҙерләү менән мәшғүл булдыҡ. Йәшермәйем, паспортлы булыуҙы күптән көттөм. Сөнки минең үҙ аллы аҡса эшләп ҡарағым килә. Ҙурмын бит инде, гел атай-әсәйҙән һорап булмай. Йәйен берәй ергә мотлаҡ эшкә урынлашасаҡмын.
Женя:
– Хәҙер инде, ҙурҙар һымаҡ, банктан ысын картаға заказ бирергә була. Дәүләт хеҙмәттәре порталына теркәлһәң, алдыңда яңы мөмкинлектәр асыла. Пушкин картаһын алырға ла кәрәк булыр – театр, музейҙарға бушлай йөрөйәсәкмен.