+7 °С
Ясна
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Гав менән Шарикка ла һәйкәл бар

Донъяла мөхәббәткә, дуҫлыҡҡа, ғаиләгә һәм тоғролоҡҡа арналған һәйкәлдәр бихисап. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.

Гав менән Шарикка ла һәйкәл бар
Гав менән Шарикка ла һәйкәл бар

1. «Ғашиҡ эттәр».
Валерий Пчелиндың был һәйкәле Краснодар ҡалаһында урынлашҡан. Эргәләге йорт алдында ғашиҡтар осрашырға ярата икән.

2. «Мөхәббәтте белдереү».
Тольятти ҡалаһындағы Никах һарайынан алыҫ түгел ҡуйылған. Һәйкәл тәүге һөйөүҙе, ашҡыныуҙы, яҡты киләсәккә ышанысты һынландыра. Егеттең гитараһын ышҡып теләк теләһәң, ул ҡабул була, имеш.

3. «Мәңгелек дуҫлыҡ».
Мәскәүҙә һәм Германияла урынлашҡан скульптура Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы урыҫ-немец дуҫлығын кәүҙәләндерә. Ганс менән Машаға һәйкәл баш ҡалабыҙҙа 1989 йылда асыла.

4. «Ата бесәй Семён».
Бронза монумент Мәскәүҙән Мурманскиға 6 йыл буйы «тәпәйләгән» бесәйгә бағышланған. Үҙенең хужалары артынан 2 мең саҡрым юл үткән ул! Сиам бесәйен Синишиндар ғаиләһе ялдан ҡайтып килгәндә юғалтҡан була. Бесәйҙең тоғролоғона, батырлығына иҫ китерлек!

5. «Моряк ҡатыны».
Уның Одесса кеүек порт ҡалаһында тороуы ғәжәп түгел. 2002 йылда ҡуйылған.

6. «Ҡуяндар кисеүе».
Швециялағы һәйкәл бигерәк үҙенсәлекле. Ул ике ярҙа ла бар: береһенән ҡуяндар һыуға һикерә, икенсеһенән, бер-береһенә ярҙам итә-итә, юғарыға күтәрелә.

7. «Дуҫлыҡ сосискаһы».
Йәнһүрәттә бергәләп сосиска бәйләмен ашаған Гав менән Шарик бронзала ла һынландырылған. Дуҫлыҡҡа һәйкәл Новокузнецкиҙа ҡуйылған. Авторы – Константин Зинич.

8. «Күп балалы ғаилә».
Арт-объект Өфөләге «Мир» сауҙа үҙәге алдында урынлашҡан. Өс балалы ғаиләгә һәйкәл 2017 йылда асылды.

Гав менән Шарикка ла һәйкәл бар
Гав менән Шарикка ла һәйкәл бар
Гав менән Шарикка ла һәйкәл бар
Гав менән Шарикка ла һәйкәл бар
Гав менән Шарикка ла һәйкәл бар
Гав менән Шарикка ла һәйкәл бар
Гав менән Шарикка ла һәйкәл бар
Гав менән Шарикка ла һәйкәл бар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: