Әйтеүемсә, мәктәптә уҡыған осорҙа береһе менән дә дуҫлашманым. Студент булып киткәс, яйлап ҡыҙҙарға күҙ һала башланым, шулай ҙа улар менән яҡындан аралашырға ҡыйыулығым етеңкерәмәй ине. Ә бер көн хәтергә уйылып ҡалырлыҡ ваҡиға булды. Уҡыу йорто коридоры буйлап китеп барғанда, фәрештәләй һөйкөмлө ҡыҙ миңә шундай итеп йылмайып ҡарамаһынмы! Ҡыҙыҡһынғаны әллә ҡайҙан күренеп тора. Мин дә уға йылмайҙым. Ошо 3 – 4 секунд ваҡыт эсендә кәйефем дә күтәрелеп китте. «Танышырға кәрәк», – тип ҡуйҙым эстән генә.
Көҙ ине, бығаса был ҡыҙ минең күҙгә салынғаны булманы, тимәк, беренсе курс студенткаһы, тип уйланым. Үҙемә лә оҡшаны ҡыҙый. Тик ситтән күрә биреп йөрөһәм дә, танышырға форсат оҙаҡ ҡына сыҡманы. Мине тап итһә, серле йылмая ла ошоноң менән бөтә осрашыу тамамлана. Бер ваҡыт уларҙың төркөмөн университет алдында күреп ҡалдым. Экскурсияға йыйынғандар икән. Шул саҡ кемдер: «Әлфиә!» – тип ҡысҡырҙы. Мин оҡшатып йөрөгән ҡыҙ уға боролдо. Әһә, мин әйтәм, исеме Әлфиә икән!
Шул төркөмдә яҡташ егет уҡый булып сыҡты, уңайһыҙланып ҡына булһа ла, Әлфиәнең номерын алдым. Бар ҡыйыулығымды йыйып, хат яҙҙым бит! Тик яуап бөтөнләй көтөлмәгәнсә ине. «Һин – яҡшы егет, әйҙә, дуҫ ҡына булып ҡалайыҡ», – тигәнсе. Шулай икән, ә ниңә миңә серле ҡараштарын ташлап, йылмайып үтеп китә һуң был ҡыҙ? Башым бөтөнләй буталды.
Ошолай йәнә ике йыл уҙҙы. Мин диплом алдым, эшкә урынлаштым. Әлфиә менән бәйләнеш өҙөлдө. Әйтәм бит, бигерәк ҡыйыуһыҙ булғанмын, эйе бит, дуҫтар? Шунда бар ҙа үҙе менән һөйләш бит инде. Әйтерһең, ауыҙыма һуғалар.
Бер көндө эш буйынса ҡалалағы бер ойошмаға барырға тура килде. Ҡараһам, хеҙмәткәрҙәр араһында Әлфиәм балҡып йөрөп ята. Мин ул саҡта Зилә исемле бер ҡыҙ менән осраша инем инде, шулай ҙа эргәһенә барып һөйләшергә булдым.
– Сәләм, Әлфиә, нисә йыл үткәс, бына тағы күрештек. Хәлдәрең? – тигән булам.
– Мин Әлфиә түгел, Гөлнара бит, – ти был, миңә аптырап ҡарап.
Тағы бер ни аңламайым. Яҡшылап ултырып һөйләшкәс, бына нимә асыҡланды. Теге саҡта: «Әлфиә!» – тип ҡысҡырғанда Гөлнара былай ғына боролоп ҡараған икән, шулай тура килгәнме... Тимәк, дуҫ егеттән дә мин уның номерын түгел, ә икенсе ҡыҙҙыҡын алғанмын. Их! Ҡыйыуыраҡ булһам, хәл-ваҡиғалар бөтөнләй икенсе төҫ алыр ине. Туҡта! Әле лә, бәлки, һуң түгелдер?
Гөлнараның дуҫлашып йөрөгән егете юҡ икән. Мин дә Зилә менән ташлаштым. Яратмағанмындыр инде. Гөлнара менән сәстәребеҙҙе сәскә бәйләп, әлеге көндә балалар үҫтереп, шау-гөр килеп йәшәп ятабыҙ...
Осраҡлылыҡ та яҙмышты үҙгәртә икән. Бәлки, киреһенсә, маңлайға яҙылған йәр булғандыр минең Гөлнарам?
Азамат ағайығыҙ.
Ишембай ҡалаһы.