+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ниңә йөҙөк уң ҡул бармағына кейҙерелә?

Бармаҡтағы балдаҡ – кешенең һөйгән йәре булыу билдәһе. Әммә элек уны һәр ваҡыт яңы өйләнешкәндәр генә йөрөтмәгән. Мәҫәлән, Боронғо Рим кейәүҙәре балдаҡты булсаҡ кәләшенең ата-әсәһенә бүләк иткән. Йәнә йөҙөктө бер генә ҡул бармаҡтарына кеймәйҙәр, төрлө илдә – төрлөсә.

Ниңә йөҙөк уң ҡул  бармағына кейҙерелә?
Ниңә йөҙөк уң ҡул бармағына кейҙерелә?

Мысырҙа йәшәүселәр һул ҡулының сығанаҡ бармағын «мөхәббәт артерияһы» аша йөрәк менән туранан-тура бәйләнгән, тип иҫәпләгән. Шуға күрә был бармаҡтағы биҙәүес йөрәктең ирекле түгеллеген күрһәткән. Ә Грецияла һул ҡул ҡараңғылыҡ, бәхет­һеҙлекте аңлатҡан, шуға ул яҡҡа йөҙөк кеймәгәндәр. Англияла иһә һул ҡул ҡатындың иренә буйһоноу һәм хөрмәт билдәһе итеп һаналған. Шуныһы ҡыҙыҡ, көнбайыш илдәрҙә оҙаҡ ваҡыт ир-егеттәрҙең күбеһе никах балдаҡтарын йөрөтмәгән. Был йола XX быуаттың ҡырҡынсы йылдарында ғына тарала. Һуғыштағы һалдаттар, ҡулындағы балдаҡҡа ҡарап, өйҙә һөйгәне көткәнен иҫенә төшөргән, был уларға көс биргән.
Балдаҡты туйға хәтлем – бер, һуңынан икенсе ҡул бармағында йөрөтөү ҙә йыш осрай. Мәҫәлән, Нидерланд, Төркиә, Ливан, Бразилия, Сүриә йәштәре шулай итә. Ә Һиндостанда, ғөмүмән, теләгән ҡул бармағына кейәләр, имеш. Тик һул ҡулда ғына балдағын Англия, АҠШ, Австралия, Чехия, Хорватия һәм Азияның бер нисә илендә йәшәүселәр йөрөтә. Ҡайһы бер илдәрҙә тол ҡатындар йөҙөгөн икенсе ҡулына күсерә.
Никах балдағын уң ҡул бармағына тағыу Рәсәйҙә генә түгел, Латвия, Испания, Колумбия, Норвегия һәм башҡа күп илдәрҙә ҡабул ителгән. Рәсәйҙәр өсөн дә никах балдағы — ғаиләле булыу, мөхәббәт, тоғролоҡ символы. Уны уң ҡул бармағында йөрөтөү христиан йолаһы аша килгән. Был яҡ изгелек, яҡтылыҡ, татыулыҡты аңлата. Ә ниңә тап сығанаҡ бармаҡ һайланған һуң? Сөнки эш ваҡытында ныҡ ҡамасауламай.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: