Синыфташыма үлә яҙып ғашиҡ булғайным. Икебеҙгә лә 17 йәш тулғайны инде, мәктәпте тамамларға 1 йыл ҡалғайны. Ул да хистәремә яуап бирҙе, бик матур ғына осрашып йөрөнөк. Уҡыу бөткәс, төрлө ҡалаларҙа белем алыуҙы дауам иттек. Шунан башланды ла инде аңлашылмаусанлыҡтар. Егетем мине ныҡ ҡыҙғана ине. Тиҙҙән ташлашып та ҡуйҙыҡ. Бер ҙә үкенмәйем, яҙғаны осрар әле.
ӘЛИӘ.
Үҫмерлек осоронда ныҡ оялсан булдым, психологтар теле менән әйткәндә, үҙбаһам түбән ине. Кемдер миңә «матурһың», тиһә, мыҫҡыллап әйтә, тип уйлай инем хатта. Бер синыфташ малай оҡшай ине: етди, аҡыллы... Ул да тойғоларын асҡайны бит. Тик мин йәнә, был минән көлә икән, тип уйланым. Ә хәҙер үҙемә ғәжәпләнәм һәм асыуым килә. Шул тиклем комплекстар менән үҫкәнмен шул.
НИСА.
Ә миңә 13 йәшемдә күрше малай оҡшай башланы. Үҙем ут бөрсәһе кеүек инем, тегене ауыҙыма ҡаратып алыуы ҡыйын булманы. Тәүге үбешеүҙе лә хәтерләйем әле! Күп тә үтмәне, йәйге каникулда лагерға киттем. Ҡайтһам, ниңәлер, һөйләшкеһе лә килмәй, минән һыуынған... Ныҡ ауыр булды. Нимәһе ҡыҙыҡ – 2 йылдан йәнә осраша башланыҡ һәм әле лә бергәбеҙ!
ИНДИРА.
Бер синыфҡа ҙурыраҡ уҡыған егеткә ғашиҡ булып алғайным, тик барып һөйләшергә оялдым. Шулай ваҡыт үтеп китте, минең дә мөхәббәт хистәрем һүрелде. Бер-ике йылдан «Бәйләнештә» социаль селтәрендә күреп ҡалдым уны. Үҙгәреп киткән, хәҙер оҡшатмаҫ инем ундай егетте.
ГӨЛНАЗ.
Балалар баҡсаһында Айрат тигән малай була торғайны. Һуңынан ғаиләһе менән икенсе районға күсеп киттеләр. Ә туғыҙҙа уҡығанда йәнә осраштыҡ – мәктәбебеҙгә уҡырға килде. Бер парта артында ултырҙыҡ, бер-беребеҙгә аңламаған темалар буйынса ярҙамлаша инек. Шулай 3 йыл бик күңелле үтеп китте. Дуҫлығыбыҙ әле лә дауам итә, хәҙер инде студенттарбыҙ.
ЛӘЙСӘН.
Беренсе мөхәббәтем менән лагерҙа таныштым. Ул дискотекала бейергә саҡырҙы. Беҙ бер нисә көн генә аралаштыҡ, һуңынан ул икенсе ҡыҙға әүрәп китте. Тәүге һөйөү онотолмай икән шул: һаман йылы хәтирәләр һаҡлайым.
ДИЛБӘР.