Мәктәптә Ғашиҡтар көнөнә арналған концерттан һуң ун беренселәрҙә синыф сәғәте үтте.
– Йә, нисек, сара оҡшанымы? – тип килеп инде Мөнирә Мәрҙән ҡыҙы. – Миңә оҡшаны, шәп әҙерләнгәндәр, эйеме?
– Беҙгә лә, бигерәк тә «Мөхәббәт йәшниге»н асҡанда күңелле булды.
– Күптәрегеҙ «валентинка»лар ҙа алып ҡыуанғандыр әле. Әйҙәгеҙ, ошо теманы дауам итеп, мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ. Хәҙер һеҙ ҙурҙар бит инде.
Ун беренселәр бер-береһенә ҡарап йылмайышып алды. Ҡайһы берҙәре хихылдап көлөп ҡуйҙы. Артҡы партала ултырған Фәнүр менән Рәмиләгә ҡарап алдылар. Ике йылға яҡын дуҫлашып йөрөгән был икәү бер нәмә лә һиҙмәмешкә һалышҡан булды.
– Эй-й, Мөнирә Мәрҙән ҡыҙы, бармы һуң ул мөхәббәт тигән нәмә? Мин, мәҫәлән, ышанмайым. Ысын ир-егеттәр юҡ ул хәҙер. Йыйын булдыҡһыҙҙар, ҡулдарынан бер эш килмәй, компьютерҙан айырыла алмайҙар. Матур итеп ҡыҙҙар артынан ҡарап йөрөй ҙә белмәйҙәр бит. Китапта уҡыған, киноларҙа күргән батыр егеттәр ҡайҙа ул?– тип шунда уҡ ярһып сыҡты Ләйсән.
– Эйе, элек егеттәр яратҡан ҡыҙҙары өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер булған, ә хәҙер, – тип уның һүҙен Мәликә ҡеүәтләргә генә тотонғайны, яйлап ҡына Мансаф урынынан тороп баҫты.
– Мин һеҙҙең менән ниндәйҙер кимәлдә килешәм. Ләкин беҙҙең нәзәкәтле гүзәл заттарыбыҙ үҙҙәрен нисек тота һуң? Ҡайҙа ул Аҡйондоҙҙар, Ләйләләр, Зөһрәләр? Ана, Аҡйондоҙ Мәрәһимен ситтән генә күрер өсөн ниндәй михнәттәр аша үтергә риза була. Хәҙер шундайҙар бармы?
– Бар, минең атайым менән әсәйем, – тип белдерҙе Әлфирә. – Улар мәктәптә уҡығанда уҡ дуҫлашып йөрөгән. Әсәйем атайымды әрме хеҙмәтенән ҡайтыуын көтөп алған. Чечняла бер аяғын юғалтып ҡайтһа ла, уны бер кемгә лә алыштырмай. Икенсе егеттәр ҙә дуҫлыҡ тәҡдим иткән, ләкин мөхәббәтенә хыянат итмәй. Әле лә уларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәтенә һоҡланмау мөмкин түгел.
– Һиңә рәхәт. Бына минекеләр ҙә, моғайын, бер-береһен яратышып өйләнешкәндер. Хәҙер, ана, эт менән бесәй кеүектәр. Көн дә иреш, талаш. Атай эсеп ҡайта ла әсәйҙе йәберләй башлай. Ошомо мөхәббәт? – тине лә Таһир йүгереп сығып китте.
Әле генә геү килеп торған синыф бүлмәһендә тынлыҡ урынлашты. Мөнирә Мәрҙән ҡыҙы тороп баҫып, бер аҙ тәҙрәнән тышҡа ҡарап уйланып торҙо ла:
– Бар ул мөхәббәт, балалар. Сөнки унһыҙ йәшәү мөмкин түгел, – тип ҡуйҙы. – Хәҙер мин һеҙгә бик матур бер мөхәббәт тарихын һөйләйем. Тыңлайһығыҙмы?
– Һөйләгеҙ, һөйләгеҙ, – тине ҡыҙҙар, егеттәр бер тауыштан.
...Уларҙың йәшлеге минең күҙ алдымда үтте. Икеһе лә сибәр, килмәгән яҡтары юҡ. Ҡыҙҙың исеме – Ләйлә. Шуға микән, Саматына ла Мәжнүн ҡушаматы тағылды ла ҡуйҙы. Бер-береһенә булған мөхәббәттәре лә Ләйлә менән Мәжнүндекенән һис кәм булмағандыр. Урамдан икәү атлап үткәндә бөтәһе һоҡланып ҡарап ҡала торғайны. Иплелектәрен әйт әле һин уларҙың. Ә парлашып бейеүҙәре һуң!.. Клубта гармун тауышы ишетелеү менән Самат ағай төшөп тә китә, шунда уҡ ҡаршыһына, күбәләк һымаҡ осоп, Ләйлә апай килеп баҫа. Был ваҡытта башҡа берәү ҙә бейемәй. Баҙнат итмәйҙәр.
Мәктәп йәшенән дуҫлашып йөрөгән йәштәр, уҡыуҙы тамамлағас, икеһе лә һөнәр алырға баш ҡалаға юлланды. Самат ағай урман хужалығы техникумын һайланы. Ләйлә апай – тегенсе һөнәрен. Электән тегергә ярата торғайны шул. Беҙгә ниндәй генә итәктәр, күлдәктәр тегеп кейҙермәне. Ялға матур итеп ауылға бергә ҡайта торғандар ине. Йәше еткәс, Самат ағайҙы әрме сафына алдылар. Ләйлә апай тегенсе һөнәрен үҙләштереп, алыҫ райондарҙың береһенә практика үтергә китте.
Уны яңғыҙ ғына йәшәгән бер инәйгә фатирға индерәләр. Үҙе һылыу, үҙе уңған ҡыҙҙы хужабикә шунда уҡ үҙ итә. Үҙенең балалары ситкә таралғанлыҡтан, ҡыҙы һымаҡ күрә. Аралашырға яратҡан был һөйкөмлө ҡыҙ менән һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Һәйбәт, йәндәй күреп яратҡан егете барлығын белеп:
– Уның үҙенең бына тигән егете бар, йөрөмәгеҙ буталып, – тип ҡыҙ менән танышырға теләгәндәрҙең береһен дә өйөнә яҡын килтермәй ҡыуып ебәреп кенә тора.
«Клубҡа ла сыҡмай, исмаһам, оҙатып барырға мөмкинлек тейер ине»,– тип егеттәргә уфтаныуҙан башҡа сара ҡалмай. Бергә эшләгән ҡыҙҙары күпме генә саҡырмаһын, улар менән дә бер ҡайҙа бармай. Өҙөлөп Саматынан хәбәр көтә, аҙаҡ төндәр буйы яуап яҙа. Һағыныуына түҙер сиге ҡалмай. Етмәһә, сит-ят ерҙә бер үҙе. Үҙ яғында, дуҫ-иштәре янында еңелерәк булыр ине лә бит. Нимә тип шул тиклем алыҫҡа сығып китмәк кәрәк булғандыр? Өфөлә лә ҡалырлығы бар ине бит...
Бер заман һалдатынан хаттар ни өсөндөр һирәгерәк килә башлай. Улары ла ҡоро ғына. Ныҡ ҡыйын булһа ла, донъяның ни эше юҡ, ваҡыты етмәйҙер, тип Ләйлә үҙен йыуатырға тырыша. Май байрамы алдынан була был хәл. Уны оҡшатып йөрөгән Әхәт исемле егет, Ләйләнең ауылға ҡайтырға йөрөгәнен ишетеп, нисек тә бында ҡалдырырға тигән уй менән ҡыҙҙың янына һөйләшергә килә. Уның үҙенә ҡарата битараф икәнлеген белһә лә, шайтан ғына өмөтһөҙ, тип яҙмышын һынап ҡарарға уйлай. Кем белә, бәлки...
–Ҡал инде, йәштәр менән бергәләп «Ҡарға бутҡаһы»на сығырбыҙ, – тип тубыҡланып ҡаршыһында торғанда ғына ишек асылып китә һәм һалдат кейемендәге кеше пәйҙә була.
– Самат! Ни эшләп өндәшмәй-нитмәй генә килеп сыҡтың? Сюрприз эшләргә уйланыңмы? – тип егетенә барып һарыла күңелендә бер ниндәй шик йөрөтмәгән Ләйлә. Ләкин Самат еңелсә генә уны этеп, ҡулдарын иңенән һыпырып төшөрә.
Ләйлә мөлдөрәп һөйгәненең күҙҙәренә ҡарай. Нимә булды, йәнем, әйт. Хаттарың да һирәгәйҙе һуңғы араларҙа...
– Иптәштәр дөрөҫ яҙған икән. Ауылда ла егеттәр клубтан оҙатып ҡуйған үҙеңде. Бында ла тик ятмайһың. Маладис, ә мин уларға ышанмағайным. Үҙең менән һөйләшергә, аңлашырға теләнем. Бында нимә тиһең инде, барыһы ла аңлашылып тора.
– Уның бер ғәйебе лә юҡ. Мин... – Әхәт нимәлер әйтергә өлгөргәнсе, ишекте шарт ябып Самат сығып та китә.
Кеше һүҙе кеше үлтерә, тигәндәре дөп-дөрөҫ. Ҡыйын була Ләйлә апайға. Ул ауылға ла ҡайтмай, бында ла йәштәр менән яланға сыҡмай. Йүнләп ашамайынса, эсмәйенсә байрамды бүлмәһендә бикләнеп үткәрә. Кем белә, бәлки, шунда ғорурлығын еңеп ҡайтһа, һәйбәтерәк булыр ине. Нисек булһа ла күрешеп аңлашырҙар ине. Юҡ шул. Йәш саҡ, барыһын да аңлап бөтмәйһең.
Аҙаҡтан әллә күпме хаттар яҙып ҡарай, улар яуапһыҙ ҡала. Һалдатынан хәбәр бөтөнләй килеүҙән туҡтай. Эштә бер нәмә булмағандай йөрөһә лә, иламай ҡалған төндәре һирәк була уның. Йә, бер ғәйепһеҙ көйөңә яла яҡһындар әле. Самат та шәп: егет башы менән шулай ҡыланмаһа ла булыр ине. Анау тиклем ерҙән килеп етеп, һөйләшмәй-нитмәй ҡайт та кит. Яратыуы шул булғандыр инде.
Көндәрҙән-бер көндө Ләйләне был һоро тормош ялҡыта. Нимә эшләп ултырам әле мин дүрт мөйөштө һаҡлап, нимә көтәм? Барыһы ла бөттө бит инде, тип йәштәр менән бергә киске уйынға сыға. Элеккесә рәхәтләнеп бейеп, күңел асып ҡайта.
Шулай артынан бер тотам ҡалмай йөрөгән Әхәткә лә бер көн килеп бәхет йылмая. Бер йылға яҡын дуҫлашып йөрөгәс, өйләнешеп тә ҡуялар. Әхәт алама кеше булмай. Ләйләһе өсөн өҙөлөп тора. Тик... Ләйлә апай... Ниҙәр генә кисерҙе икән был ваҡытта ул? Әхәткә бит яратмайынса сыға. Кеше йәшәй-йәшәй бер-береһенә өйрәнә, барыһына ла күнә, тиҙәр. Аҙаҡ, балалар тыуғас, шуларға әүрәйһең. Ләйлә апай ҙа шулай иткәндер инде.
...Бер ялды ауылға ҡайтып, кискеһен клубҡа сыҡтым. Педагогия институтында уҡып йөрөгән сағым. Талғын ғына музыкаға йәштәр вальс әйләнә. Бер заман гармун ҡапыл бейеү көйөнә күсте. Шуны ғына көткәндәй, уртаға Самат ағай килеп сыҡмаһынмы! Күп тә үтмәне, ҡаршыһына Ләйлә апай килеп баҫты. Икеһенең дә ғаиләһе бар, нисек баҙнат иткәндәр, тиһең. Ныҡ бейенеләр, йәш ваҡыттарындағы кеүек тыпырҙатып сығарҙылар. Бер заман Ләйлә апай ҡапыл ғына туҡтап ҡалды. Шунан Самат ағайҙың ҡаршыһына баҫып, күҙҙәренә туп-тура ҡараны ла атылып ишектән сығып йүгерҙе. Самат ағай тағы ла таш бағаналай ҡатты ла ҡалды. Мәжнүн. Ә минең ныҡ итеп илағым килде.
Хәҙер улар өлкән кешеләр инде. Тик бергә генә була алманылар. Үкенесле. Самат ағай өсөн бигерәк тә. Теге хат яҙған дуҫы бергә ҡунаҡта ултырған саҡта шаңҡытҡыс хәбәр әйтеп, уның йөрәгенә мәңге уңалмаҫлыҡ яра һала. «Ләйлә һинеке лә, минеке лә була алманы бит, әй. Үҙемдеке итәм, тип теге ваҡыт алдап яҙғайным мин һиңә», – тигәс, нисек һикереп тороп яғаһынан бөрөп алғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Эргәләрендә ултырған ирҙәр саҡ аралап ала.
Самат сығып китә лә башҡаса инмәй. Анау тиклем һүҙҙәрҙән һуң ҡайһылайтып кеше араһында ултырмаҡ кәрәк? Ә дуҫы мәңгелек дошманына әйләнә.
Ләйлә апай ауылға һирәк ҡайтты. Ә «Мәжнүн»е уның иң яҡын әхирәте Динәгә өйләнде. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар ине. Ләйләнең кейәүгә сыҡҡанын ишеткәс тә үҙенең хатаһын аңлағайны инде ул, тик һуң ине. Әхирәте янына бер булмаһа, барыбер бер килер, тигән өмөттә йәшәне. Килде ҡәҙерле кешеһе уларға, хатта бер нисә тапҡыр. Саматтың янында ғына баҫып торҙо. «Ниңә ул аҙымға барҙыҡ инде? Һинең менән бергә нисек бәхетле булыр инек», – тип әйткеһе килде. Тик бер ни ҙә ҡылып булмай ине шул. Ләйләнең дә нимәлер һөйләгеһе килгәне күренеп тора. Их...
Бер-береһен өҙөлөп яратҡан парҙар бергә була алмай, тип әйтеүҙәре дөрөҫ. Үкенесле, ә шулай ҙа ҡайҙалыр үҙеңде йәнендәй күреп яратҡан, һинең турала уйлап йөрөгән кешеңдең барлығын бөтә йөрәгең менән тойоп йәшәү үҙе бәхет түгелме? Ул да һәр кемгә тәтемәй. Был донъяға бер тапҡыр ғына килгәнбеҙ, үкенестә ҡалмаһын, тип улар бергә лә була алыр ине, ләкин был аҙымға барманылар. Балаларын етем иткеләре килмәне. Уның ҡарауы, бер-береһенә булған яҡты хистәрен ғүмер буйы тап төшөрмәйенсә һаҡлай алдылар. Саф мөхәббәт бар бит ул.
Бына шулай, балалар. Хәҙер ысын һөйөүҙең барлығына ышанаһығыҙмы инде? – тип Мөнирә Мәрҙән ҡыҙы тып-тын ҡалған балаларға һораулы ҡарашын төбәне.
Ун беренселәр ни әйтергә лә белмәне. Апайҙарының һөйләгәндәре барыһын да тетрәндергәйне. Был матур ҙа, үкенесле лә мөхәббәт тарихының дауамын белергә теләгәндәй, урындарында ҡымшанмай ултырыуҙарын дауам иттеләр.
– Апай, һеҙгә уларҙың артабанғы яҙымышы билдәлеме? – тип ҡыҙыҡһынды бер аҙҙан Рәмилә, башҡаларҙың уйын ҡеүәтләгәндәй.
– Әлбиттә. Хәҙер улар олатай-өләсәй булып бөткәндәр инде. Һеҙ ҙә уларҙы беләһегеҙ. Көн дә тиерлек үҙҙәрен күреп тораһығыҙ.
– Нисек инде?
– Уйлап ҡарағыҙ һуң, – тине уҡытыусы мут ҡына йылмайып.
Шунда ғына балалар ауылдарындағы Самат бабай менән Динә әбейҙе иҫтәренә төшөрҙө. Бына кемдәр булған икән бөгөнгө әңгәмәнең геройҙары. Апайҙары һөйләгән ваҡытта береһенең дә башына килмәһенсе әле.
– Бәлки, киләһе синыф сәғәтенә үҙҙәрен саҡырырбыҙ?
– Әйҙәгеҙ, саҡырайыҡ! – тине балалар.
Ғәлиә ХӨСӘЙЕНОВА.
Һүрәт: yandex.ru.