+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
10 Ғинуар 2020, 12:57

Нур ҡайтарҙы күпме күҙҙәргә!

Марат АҘНАБАЕВ – Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылынан. Ул – билдәле ғалим-офтальмолог, күҙ микрохирургияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, республикабыҙҙың Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор. Марат Талғат улының ғүмер йомғағын һүтеү гәзит уҡыусыларына ла ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.

Медицина менән ҡыҙыҡһыныуы – бала саҡтан

Бәләкәй саҡтан уҡ белемгә ынтылышы бик көслө була уның.

– Минең дә уҡырға барғым килә, – тип алты йәшлек Марат әсәһен йөҙәтеп бөтә.

– Һиңә иртә бит, улым, үҫкәс, барыр­һың әле, – тип әсәһе әйтеп ҡараһа ла, тыңлағыһы килмәй, 1945 йылдың 1 сентябрендә мәктәпкә юллана.

Бер-ике аҙна йөрөр ҙә, бәлки, ялҡып бармаҫ, тип ата-әсәһе яңылыша. Тәүҙә малайға уҡыуы бик еңелдән булмаһа ла, тырышлығы арҡаһында алдынғылар рәтенә баҫа. Саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы – һәр ваҡыт китап уҡый. Туғандар – биология уҡытыусыһы Ғайса Кин­йәғоловтың өйҙәрендә тупланған бай китапхананан ҡайтып инә белмәй. Унан күберәге биология, медицинаға ҡағыл­ғандарын һайлай. Быға иғтибар иткән уҡытыусыһы бер саҡ зирәк малайға:

– Марат, һин, моғайын, табип булыр­һың ул! – тип әйтеп ҡуя.

Хәрби фельдшер Миңлебай Рахман­ғоловтың да киләсәк һөнәрен һайлауҙа ярҙамы ҙур була. Фельдшерлыҡ пунктына инеп йөрөүҙе малай ғәҙәтенә әйләндерә. Ә Миңлебай Вәлит улы, эше күп булыуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныусан уҡыусының һорауҙарына яуап бирергә ваҡыт таба.

– Бына ҡара әле, ҡайһы ауырыуҙарға ҡаршы ниндәй дарыуҙар бирергә кәрәк. Иҫеңдә ҡалдыр, бәлки, табиплыҡҡа ла уҡырһың, – ти ул.

Баянда, мандолинала ла уйнаған, драма түңәрәгендә шөғөлләнергә өлгөргән Марат был ваҡытта киләсәге тураһында бигүк уйлап еткермәһә лә, мәктәпте тамамлағас, һис шикһеҙ, медицина юлын һайларға ҡарар итә.


Хыялдарға юл ярып


Их, справка алһа, бәлки, уҡырға инеп китер ине лә бит. Тик шул немец теле ҡыйын хәлгә ҡалдыра. Шулай ҙа күңелен төшөрмәй егет, бер йылдан һуң тағы ла бәхетен Башҡорт дәүләт медицина институтында һынап ҡарарға уйлап, ныҡлап әҙерләнергә тотона. Юллама буйынса юридик институтта уҡырға мөмкинлек булһа ла, уныһын кире ҡаға.

– Зәкир ағай, Һарытауға мине ебәрмәгеҙ. Юрист булғым килмәй, табип булырға теләйем, – ти егет Юғары судтың рәйесенә.

Уныһы бер аҙ аптырап, ауыл егетенең бындай тәүәккәл аҙымына һоҡланыуын белдерә.

– Был һөнәрҙе һайлағанһың икән, уңыштар теләйем. Имтихандарҙы тап­шыр­ғас та хәбәр итерһең, – ти.

Күпмелер ваҡыт үткәс, һынау­ҙарҙы уңышлы үтеүен белгертеп сыға егет.

Институтта ла бик тырышып уҡый. Сит тел­дәр­ҙе төплө белергә теләп, бер аҙ өйрәнеү курсында уҡып ала. Шулай ул был белем киләсәктә кәрәк булырын алдан төҫмөрләй.

Өлкән курстарҙа Марат Аҙнабаев профессор Ғабдулла Ҡоҙаяров етәкләгән фәнни офтальмология түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Хатта үҙен староста итеп тә ҡуялар. Ғабдулла Хәбир улы студенттарҙы фәнни эш менән ҡы­ҙыҡһындыра белә.

Марат остазының бөтә эштәре менән дә яҡшы таныш була. Бер саҡ етәкселәре һуҡыр ҡатынға, күҙ мөгөҙсәләре дистрофияһына операция яһап, күреү һәләтен кире ҡайтара. Егет бөтә эш мәлен ҡарап тороп, ошо темаға ғилми хеҙмәт яҙа. Ул операцияны ғына һүрәтләп ҡалмай, сит ил ғалимдарының уңыштарын да миҫалға килтерә. Бына шул ваҡытта инглизсә белеүенең кәрәге тейә лә инде, мәҡәләләрҙе үҙ аллы тәржемә итә. Әлеге материалдары менән студенттарҙың фәнни-ғәмәли конференцияһында сығыш яһай.

Тырыш егет клиник ординатурала уҡырға ҡала. Инглиз телен һәйбәт белгәне өсөн сит илгә эшкә ебәреләсәк белгестәр исемлегенә эләгә. Тик инс­титут ректоры Зәйни Ихсанов ҡаршы була.

– Бер ҡайҙа ла бармайһың, беҙгә урында ла кадрҙар кәрәк, – ти.

Профессор Ғабдулла Ҡоҙаяров та бында ҡалырға өгөтләй.

– Һин булдыраһың, һинән рәт сығасаҡ, – тип аспирантурала уҡыуын дауам итергә кәрәклеген белдерә.

– Профессор Ҡоҙаяров кеүек абруйлы кеше саҡыра икән, бының ҡәҙерен белергә кәрәк, был – ҙур бәхет, – ти атаһы ла.

Шулай итеп, Марат күҙ ауырыуҙары кафедраһында Ғабдулла Ҡоҙаяровтың аспиранты булып китә. Ул студенттар менән шөғөлләнергә лә, практика алып барырға ла өлгөрә. Етәксеһе менән төрлө операцияларға ла ҡыйыу тотона. 1966 йылдан кафедраның ассистенты булып эшләй. Көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә кандидатлыҡ диссертацияһын да уңышлы яҡлай.


Эҙләнеү юлында. Тәүге ҙур асыш

Марат Аҙнабаев 1971 йылдан балалар офтальмологияһына махсуслаша башлай. Ул БДМИ-ның күҙ ауырыуҙары кафедраһында ошо йүнәлештә курсты етәкләй. Эше күп булыуға ҡарамаҫтан, йәш ғалим донъя кимәлендәге ҡаҙаныштар менән танышып бара. Уны бигерәк тә немец ғалимдарының микрохирургия өлкәһендәге тикшеренеүҙәре ҡыҙыҡһындыра.

1972 йылда балалар офтальмологияһы буйынса Мәскәүгә уҡырға барған ваҡытында Германияла яңы ғына баҫылып сыҡҡан «Микроскоп аҫтында күҙ операциялары» китабын ҡулына төшөрә. Уны уҡып ҡына сыҡмай, инглизсәнән тәржемә итә, журналға рецензия ла яҙып ебәрә.

Ошо уҡ йылда Марат Талғат улы балалар офтальмологияһында микрохирургия дәүерен тәүләп асыусы булып, СССР-ҙа беренселәрҙән һуҡыр балаларға микроскоп ярҙамында операциялар эшләргә тотона.

– Быға тиклем эшләгән операциялар­ҙың дүрттән бере уңышһыҙлыҡҡа юлы­ға ине. Ҙур киҫем яһағанлыҡтан, бәлә­кәй балаларҙың күҙҙәре күтәрә алма­ны. Микроскоп ҡулланып эшләй башлағас, киҫемдәр ҙә бәләкәйләнде. 1,6 –1,8 миллиметр ғына булғас, йөй ҙә һалырға кәрәкмәне. Бик уңышлы була башланы. 700-гә яҡын операция яһаныҡ, бер күҙҙе лә юғалтманыҡ, – ти ул ошо ваҡытты хәтерләп.

Был шул тиклем ҙур асыш була. Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә һуҡыр балалар операцияларға килтерелә. Марат Талғат улы шулай хирург булып ҙур танылыу таба. Ә 1987 йылда ошо йүнәлештә «Яңы алымдар, сабый­ҙар һәм балалар катарактаһында микрохирургияның эффективлығы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.


Рәсәйҙә, сит илдә лә танылыу таба

1980 йылда Марат Аҙнабаев Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры итеп тәғәйенләнә. Ул етәкләгән осорҙа институт балалар офтальмологияһының төп инновацион үҙәгенә әйләнә. Бында күҙгә операциялар яһатырға ниндәй генә илдәрҙән килмәйҙәр! Был ғилми-тикшеренеү учреждениеһы төрлө төбәктәрҙән, хатта сит илдәрҙән дә күп яҡшы баһалама, Рәхмәт хаттары ала.

Эшләгән дәүерендә Марат Талғат улы институтты йыһазландырыуға ла ҙур иғтибар бүлә. Үҙҙәрендә үк яһалма күҙ яҫмығы, тотона торған материалдар, контактлы линзалар, офтальмохирургияға биотрансплантаттар етештерелә башлай. Институттың фәнни асыштары халыҡ-ара күргәҙмәләргә ҡуйылып, Мәскәү, Һиндостан, Ҡытай, Германия һәм башҡа илдәрҙә миҙалдар, диплом, грамоталар менән билдәләнә.

Күренекле күҙ табибы республикабыҙҙа офтальмология хеҙмәттәрен булдырыуҙы ла хәстәрләй. Уның башлан­ғысы менән Яңауыл, Сибай, Күмертау, Учалы, Туймазы, Салауат районының Малаяҙ ауылында район-ара микрохирургия үҙәктәре барлыҡҡа килә. Шулай алыҫ райондарҙа йәшәүселәргә лә күҙ буйынса медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге еңелләшә.

Һанай башлаһаң, Марат Талғат улының башҡарған эштәре лә, маҡтаулы исемдәре лә бихисап. Ул – БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор. 1991 йылдан Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана, 1995 йылдан – академигы. Хеҙмәте дәүләт кимәлендә ордендар менән дә билдәләнә.

Әйткәндәй, профессор Марат Аҙнабаев бөтә илгә билдәле офтальмологтарҙың фәнни мәктәбен дә булдыра. 1987 – 2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетында офтальмология кафедраһын етәкләй. Ошо осорҙа уның ҡулы аҫтында ғына 7 докторлыҡ, 47 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана. Үҙе – 17 китап һәм монография авторы, Рәсәй һәм сит ил матбуғатында 600-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте донъя күргән.

– Мәктәп балаларға белем, мәғлүмәт бирә, өйрәтә. Шулай ҙа, минеңсә, беҙ һәр ваҡыт йәмғиәттең үҫешенән саҡ ҡына арттараҡ барабыҙ. Мәғлүмәттәрҙе көн дә үҙләштереп өлгөрөргә кәрәк. Шунда ғына уҡыусының донъяға ҡарашы дөрөҫ була.

Балаларҙың күбеһе мәктәп йылдарында ғәмәлгә ашмай торған өмөт менән йәшәй, шуға оло тормош юлына аяҡ баҫҡас, яраҡлаша алмайҙар. Тегеләй, былай ынтылып ҡараһалар ҙа, барыбер килеп сыҡмай. Сөнки уларҙың әҙерлеге дөрөҫ алып барылмаған. Уҡығанда уҡ йәмғиәттең үҫеше менән бергә булырға, бала киләсәктә ниндәй һөнәр һайлай, ҡайҙа уҡырға бара, шуға яраҡлаштырып уҡытырға кәрәк, – ти күренекле ғалим-табип.


Күҙҙе нисек һаҡларға?


Балалар күп ваҡытын телефонға, компьютерға текләп үткәрә. Бөтә көсөргәнеш күҙгә төшә. Шуға беҙ 30 – 40 минут ултырғас, саф һауаға сығып инергә кәңәш итәбеҙ. Тышта йөрөмәһәң, кислород етешмәһә, күрәшлек көсәйә. Күнекмәләр эшләү, спорт менән мотлаҡ шөғөлләнергә кәрәк.Ауырыуҙар араһында конъюнктивит та йыш осрай. Күҙгә ҡом, туҙан-фәлән инеп, стафилококк, стрептококк кеүек бактериялар үҫешә. Дауаламаһаң, күҙҙең мөгөҙсә ҡатламына күсеүе мөмкин. Шунын өсөн дә күҙегеҙ саҡ ҡына ҡыҙарып торһа ла, иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Махсус тамыҙмалы дарыуҙы көнөнә 3 – 4 тапҡыр һалһағыҙ, бер нисә көн эсендә үтеп тә китә. Әлбиттә, табип рецебы, кәңәше менән.

Күҙҙең гигиенаһы хаҡында ла оноторға ярамай. Уҡығанда китапҡа бик яҡын ҡарамағыҙ, алыҫлыҡ 30 – 35 сантиметр тирәһе булырға тейеш. Әлбиттә, өйгә эш әҙерләгәндә яҡтылыҡтың етерлек төшөүен балалар үҙҙәре хәстәрләмәй инде. Быға ата-әсәләр, уҡытыусылар иғтибар итһен ине.


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Читайте нас: