-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
8 Ғинуар 2021, 02:08

Ижад донъяһының тылсымлы көсө

Декабрь байрамдарға бик йомарт ай булып сыҡты. Шуларҙың иң иҫтәлеклеһе – Башҡорт теле көнө. Был айҙа байтаҡ арҙаҡлы башҡорт шәхестәре лә яҡты донъяға килгән: Рауил Бикбаев, Рәшит Солтангәрәев, Әнисә Таһирова, Хәҙисә Кинйәбаева... Тик минең бөгөн шуларҙың икәүһе – апалы-ҡустылы ике бер туған хаҡында бәйән иткем килә. Рәшит Солтангәрәев – республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле прозаик, публицист, журналист, ә Хәҙисә Кинйәбаева – Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Икеһе лә – башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур көс һалып, уның нескәлектәрен халыҡҡа еткереүсе күренекле шәхестәр.


«Тыуған ил тойғоһо – кешегә Хоҙаймы, тәбиғәтме тарафынан бирелгән иң изге, иң гүзәл һәм иң бөйөк тойғоларҙың береһе. Тыуған ил тойғоһо: ошо көс кенә йөрөткән, ошо көс кенә йәшәткән, ошо көс уны йыр сығарырға, китап яҙырға, әҙәм аҡылы етмәҫлек батырлыҡтар ҡылырға, үлергә, терелергә, күккә олғашырға, ерҙән китергә мәжбүр иткән... Совет власының башҡортҡа биргән ҙур бүләге – ул китап! Саф башҡорт телен­дә баҫылған китап, тимәк, милли әҙәби тел. Милли әҙәби тел, милли телдәге китаптың әһәмиәте дәүләтселектән кәм түгел. Телһеҙ, китапһыҙ милләт юҡ. Йәшәһен милләтебеҙгә һәр заманда саф көс өҫтәп торған тыу­ған ауылыбыҙ, тыуған еребеҙ!» – тип яҙғайны 1999 йылда Рәшит ағай.

«Рәшит, нисек яҙыусы булып киттең икән? – тип һорайым. Гел шаярып, кеше көлдөрөп, кәзекләп йөрөй бит.

– Әсәйемдән, – тип яуапланы ул.

Эйе, беҙҙең әсәйҙең маҡтаған, шелтәләгән һүҙҙәре лә әйтем, мәҡәлдәрҙән генә тора ине. Эш ҡушыр алдынан йомаҡ, әкиәт һөйләр ине», – тип хәтерләй Рәшит ағайҙың бер туған апаһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы. Әсәләре йыш ҡына балаларына әйтемдәр, мәҙәк һүҙҙәр, таҡмаҡтар менән һүҙ ҡуша: «Аяғың тәп-тәп итһә, ауыҙың сәп-сәп итә», «Тик торғанға шайтан тоттор­ған», «Йән биргәнгә йүн бирә», «Алабута аш булған, ҡушауыҙҙар баш булған», «Һыйыр ҡойроғо тығылды», «Елдән килгән – елдән киткән»... Бындай йор һүҙлелек, әлбиттә, бала саҡтан бөтә нәмәне күңеленә һеңдерә бар­ған Рәшиттең телен байытмай ҡалмай. Шуға күрә лә ул үҙенең әҫәрҙәрендә халыҡтың тел байлығын, рухи маһирлығын шул тиклем оҫта итеп күрһәтә белә лә инде. Мәҫәлән, үҙенең бала сағында быҫҡып ҡына янған шәм яҡтыһында уҡыуҙары тураһында: «Сысҡан күҙеләй яҡтыла дәрес әҙерләү генә түгел, ҡыҙыҡлы китап уҡып аптырай­һың...» – тип бәйән иткән.

«Рәшит Солтангәрәев үҙ һүҙе, үҙ геройҙары менән килеп кер­ҙе... Әҙәбиәттең нимә икәнен аңы менән тиҙ аңланы, йөрәге менән тиҙ һиҙемләне. Аҡыл менән хыял, өн менән төштән яратылған был донъяның, йәғни ижад донъяһының тылсымлы көсө уны арбап уҡ алды», – тип яҙғайны республикабыҙҙың халыҡ шағиры Мостай Кәрим уның хаҡында.

Рәшит Ғимран улы Солтангәрәевтең «Туй алдынан» исемле тәүге хикәйәһе 1956 йылда «Ленинсе» гәзите биттәрендә баҫыла, ә «Тыуған йорт» тигән тәүге китабы 1967 йылда донъя күрә. Йәнә «Аҡ тирәктәр», «Сәскәләр бүләк итегеҙ», «Аҡ умырзая», «Таш болан», «Тау», «Беҙҙең дуҫ», «Тыуған яҡҡа ҡайтыу», «Оло юлдың туҙаны», балалар өсөн «Ҡояш ҡайтты» тигәндәре бар. Рәшит ағайҙың нефт­селәр хаҡындағы «Нефтселәр юлынан», «Аҡ сәскәләр», «Йылы ямғыр» әҫәрҙәре баҫылып сыҡҡас, уға республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.

«Башҡорт прозаһының күрке, талантлы әҙип, хәҙерге башҡорт прозаһында Рәшит Солтангәрәев – иң үҙенсәлекле, иң талантлы хикәйәселәрҙең береһе», – тигәйне уның хаҡында халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.

Уҙған Башҡорт теле йылында яҙыусыға 85 йәш тулған булыр ине. Уның әҫәрҙәре беҙҙең телебеҙҙе байыта, киләсәк быуындарға үҙ заманының герой-ҙарын аңлар­ға, дөрөҫ фекер йөрөтөргә ярҙам итә.

«Һәләтле ижадсы Рәшит Солтангәрәев үҙенең әҫәрҙәрендә йәшәүен дауам итә. Уның китаптарын асҡан һәр кем ҡабат-ҡабат яҙыусы менән тормош, мөхәббәт, тыуған яҡ хаҡында һөйләшә.

Ә инде Рәшит ағайҙың бер туған апаһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙына килгәндә, уға ошо декабрь айында 90 йәш тулды. Башта Таймаҫ мәктәбендә белем алып, аҙаҡ Рәми Ғариповтар менән бер мәлдә 1-се интернат-мәктәптә уҡый, юғары белем ала. Бар ғүмерен башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бағышлай, тиҫтәләрсә тел белгестәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Уны Күмертау ҡалаһында бик яратып, ихтирам менән «Әбей-батша» тип йөрөтәләр. Баҡһаң, тура һүҙлелеге, тос фекерле булыуы өсөн икән. Туп-тура йөҙөңә ҡарап, тәнҡит һүҙен әйтә алғаны өсөн дә үҙен ныҡ ихтирам итәләр, хатта юғары урын биләгән ир-уҙамандар ҙа уның алдында нисектер баҙап ҡала. Хәҙисә Ғимран ҡыҙы – бик үткер, ярҙамсыл кеше, баш­ҡорт телен үҫтереүгә бик күп көс һалды. Милли мәктәптәр астырыу өсөн өйҙән өйгә инеп, ата-әсәләрҙе балаларын баш­ҡорт телендә белем алыуға өгөтләп йөрөнө.

Бер мәл мин Башҡортостан мәҙәниәте буйынса «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашырға булдым. Беренсе көндө сығышыма уртаса ғына билдә ҡуйғандар. «Хәҙисә апай, аңламайым, нишләп миңә шундай билдә ҡуйылған ул? Комиссия рәйесе бик ныҡ маҡтағайны лаһа?» – тигән булам. Ул: «Мин үҙем ҡуйҙым һиңә түбән билдәне, сығышың бик шәп, ә төҫ-ҡиәфәтең, кейемең мөғәллимә һынына тап килмәй, сосолдороп әллә нәмә кейеп алғанһың. Бер ваҡытта ла үҙеңде кәмһәтеп, йәлләтергә тырышма. Башҡорт теле, мәҙәниәте уҡытыусыһы һәр яҡтан өлгө булырға тейеш – үҙе лә, теле лә, кейеме лә. Бына нисек бөхтә кейенә белә башҡорт теле уҡытыусылары, тип башҡа милләт кешеләре һоҡланырлыҡ булһын!» – тип яуапламаһынмы?! Был миңә ғүмерлек һабаҡ булды.

Тағы ла бер хәл иҫкә төшә: бер килгәнемдә Хәҙисә апайҙың урын-түшәген рәтләмәксе булып, мендәрҙәрен һөйрәп алғайным, яҫтыҡ-түшәге аҫтында ҡынына тығылған штык-шпага ята. Был баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡы атайҙарының 1927 йылда һалынған йортон һүткәндә килеп сыға. Ҡылыс XVI быуатҡа ҡарай икән, боронғо француз телендә яҙмаһы ла бар. Һөйләүҙәре буйынса, Солтангәрәевтәр ҙә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша, ата-бабаларының ҡомартҡыһы шулай киләсәк быуынға ла килеп еткән.

Бына әле килеп 90 йәшен тултырһа ла, Хәҙисә апай һәр саҡ ыҫпай йөрөй, кейеме заманса, сәс-башы йыйнаҡ, барлыҡ уҡытыусыларға өлгө булырлыҡ. Һәр гәзит-журнал биттәрен уҡып-күҙәтеп бара, әле лә тырышып мәҡәләләр яҙа, күп уҡый. Шундай кеше ул Хәҙисә Ғимран ҡыҙы!

Рәшит ағай ҙа үҙенең әҫәрҙәре, публицистикаһы, яҙмалары, хатта төрлө яҙыусыларға сығар­ған көләмәстәре менән дә телебеҙҙе байытыусы оло шәхес, күренекле прозаик булды. Уның «Йортом. Илем. Ерем» хикәйәһендә шундай юлдар бар: «Мин үҙ ғүмеремдә байтаҡ юл үттем. Хәҙер бик алыҫҡа йөрөгөм дә килмәй. Тик күҙемде йомам да уйым менән генә күккә олғашам, айға менеп ултырам да аҫтағы ергә ҡарайым. Унда матур булып яп-яҡты бер урам күренә. Был яҡты күркәм урын – минең Башҡорт­ос­таным, тыуған ауылым, тыу­ған йортом.

Бына күҙемде асам: бәй, әле мин ошо яҡты урында ултырам икән дә! Янымда – туғандарым, дуҫтарым, иптәштәрем, ауылдаштарым. Башҡа бер ҡайҙа ла китмәйем. Ошонда йәшәйем. Ошонан да яҡын ер юҡ минең өсөн тотош йыһанда ла, Ер шарында ла...»

Бер ҡайҙа ла китмәне ул, үҙенең тыуған ауылында мәңгелеккә ҡалды. Үҙе ҡасандыр уҡыған Таймаҫ ауылы гимназияһы хәҙер Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөтә. Бында матур йолаға әүерелгән сара ла бар – йыл да Көйөргәҙе районы хакимиәте, мәғариф бүлеге етәкселәре ярҙамында «Солтангәрәев уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла. Белем усағында тыу­ған яҡты өйрәнеү музейының байтаҡ өлөшө Рәшит Солтангәрәевкә бағышланған. Музей етәксеһе Гөлнур Карамат ҡыҙы Хәмитова уны әленән-әле яңы экспонаттар менән тулыландыра. Мәктәп коридорында Рәшит ағайҙың бюсы ла ҡуйылған.

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Читайте нас: