+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле шәхестәр
16 Апрель 2022, 13:20

Тәбиғәт йырсыһы

Флүр Ғазин Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған. Ул мәктәп йылдарынан уҡ яҙыша башлаған. «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенең йәш хәбәрсеһе була. Әрме сафтарында ла «Красный боец» баҫмаһында хәрби хәбәрсе йөгөн тарта.

Тәбиғәт йырсыһы
Тәбиғәт йырсыһы

Ә бит Флүр Ғазин – фоторәссам ғына түгел, шулай уҡ ҡыҙыҡлы, тәбиғәткә бәйле хикәйәләр ижад итеүсе лә. «Һыбайлы ҡыҙ» һәм «Эш алтында түгел» исемле ике китап авторы.
2007, 2010 йылдарҙа Төркиәнең Истанбул ҡалаһында, Өфөлә төрки телле халыҡ­тарҙың IV, V фоторәссамдар конгресында ҡатнаша. «Истанбул», «Башҡортостан – Евразияның ынйыһы» тигән фотолары альманахтарҙа сыға. Шулай уҡ «Бөрйәндең 18 матур урыны», «Матурҙар һәм ҡырағай­ҙар», «Был ергә Хоҙай ҡыҙығыр», «Ауылымдың ете мөғжизәһе» һәм «Берйән. Бөрйән. Бурзян» тигән фотоальбомдары донъя күрә.
2015 йылдан алып 2021 йылға хәтлем меңәрләп тираж менән «Шүлгәнташ һәм уның тирә яғы», «Хайуандар донъя­һы», «Көньяҡ Уралдың матур урындары», «Тал­ҡаҫ – Уралдың ынйыһы», «Яҡтыкүл», «Сибай» открыткаларын сығара.
Фоторәссам Флүр Ғазин үҙенең 60 йәшлек юбилейын «Флүрография» исемле яңы сыҡҡан китабы менән ҡаршылай. Унда мәҡәләләр, хикәйәләр, фотоһүрәттәр урын алған. «Мин – тәбиғәт ҡосағында. Иҫ белгәндән алып тәбиғәт ҡосағында – урман-тауҙар, йылға-шишмәләр, йәнлек-януар, ҡош-ҡорттар янында йәшәгәнемде тойҙом. Ғүмерем буйы ошо гүзәллеккә табындым һәм уны хәлемдән килгәнсә ҡурсаларға тырыштым. Ул ғына түгел, тәбиғәтте тәләфләргә, ҡырырға ниәтләгәндәрҙең юлына арҡыры торҙом. Һүҙ менән дә, гәзит-журналда донъя күргән мәҡәләләрем аша ла әҙәмдәрҙе үҙебеҙҙе уратып алған мөхиткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға өгөтләнем. Матбуғат биттәрендә баҫылған яҙмаларым йөҙҙән берәүҙе булһа ла уйға һалғандыр», – тип һөйләй автор китабында тупланған ижади эше хаҡында.
Ғөмүмән, Флүр ағай ниндәйерәк кеше һуң? Ул – тәбиғәт балаһы. Хоҙай үҙен гүзәл төйәгебеҙҙе ҡурсалау, данлау өсөн тыуҙырған. Әле лә ул кешенең тирә-яҡ мөхиткә ҡырағайҙарса ҡарауына ныҡ борсола, йәне әсей. Ғүмере буйы фотоаппаратынан айырылмаған, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ижады аша шул хозурлыҡты халыҡҡа еткерергә тырышҡан ҡәләмдәшебеҙҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалһаҡ ине.
Тәбиғәт йырсыһы булған уҙамандың ижады ҡәләмдәштәре араһында ла юғары баһалана. Уның хаҡында шағирә, журналист, яҡташы Айһылыу Ғарифуллина: «Еребеҙ йәмен, халҡыбыҙ ғәмен күңел күҙенән үткәреп, Бөйөк ижадсының үҙенән ғәм, сәм алып, илаһи матурлыҡты фотоаппараты менән бер генә ҡыҫҡа арауыҡҡа туҡтатып, уны кеше күңелдәренә изгелек, миһырбан орлоғо итеп сәсеп йөрөй Бөрйән уҙаманы, осҡор күҙле фоторәссам Флүр Сабирйән улы Ғазин», – тип яҙа.
«Фотоларына бөтә Бөрйән һыйған, – ти күренекле шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина. – Тәбиғәт тураһында Флүр Ғазиндан да шәп төшөргән фоторәссам юҡ беҙҙең Башҡортостанда. Сөнки ул хозур төбәктә йәшәй. «Бөрйән айыуы» тигән ҡушамат та юҡҡа бирелмәгән үҙенә».
Эйе, ысынлап та, шундай һоҡланғыс ке­ше бит ул.
– Таңды яратам. Фотоға төшөрөргә лә шул саҡта сығып китәм. Был – тәбиғәттең йоҡонан уянған сағы. Томан күтәрелә. Яйлап уның таралғанын көтөп ултыраһың. Ҡояш ҡалҡҡанын күҙәтәһең. Ҡоштар һәм йәнлектәрҙе лә ошо мәлдә объективҡа эләктерәһең, яҡшы кадрҙар эшләргә мөмкин, – тип һөйләй үҙе лә.
Флүр Ғазин тыуған яғы Бөрйәнде биш бармағы кеүек белә. Тәбиғәткә һөйөүе Әхмәтшәриф олатаһынан күскән уға. Бәләкәс кенә малайҙы олатаһы үҙе менән Бөрйән буйлап ике-өс көнлөк сәфәргә алып сығыр булған. Бик дини кеше булыу сәбәпле, ул намаҙ ваҡыты етеү менән доға уҡырға ултырһа, ә кескәй бала шул ваҡытта сәскәләрҙе, күбәләктәрҙе күҙәткән, сиңерткә, иңкеш, бал ҡорто тауыштарын тыңлаған. Олатаһының изге доғалары фәрештәләрҙең «Амин» тигән сағына тура килеп, Флүр ағай изгелекле бала булып үҫә.
Йылы хәтирәләргә бирелеп:
– Мин «Йәншишмә» («Башҡортостан пионеры») гәзитенә рәхмәтлемен. Мәктәп йылдарынан алып бөгөнгәсә һаман матур идеялар менән илһамландырыусы остазым Зөһрә Ҡотлогилдинаға ихтирамым ҙур. Ул хатта әрмелә саҡта ла хаттар яҙып, миңә илһам, дәрт өҫтәп торҙо. Шулай уҡ Йомабикә Ильясова, Рәмил Йәнбәк менән дә хәбәрләшә инек. Ҡулыма ҡәләм һәм фотоаппарат алырға сәбәпсе ваҡиғалар әле һаман да иҫемдә.
«Башҡортостан пионеры» гәзитендә Басир Мәһәҙиевтең имәнташ тураһындағы мәҡәләһе баҫылғайны. «Әгәр ҙә уны күреүселәр булһа, яҙып ебәрегеҙ», – тигән һүҙҙәрҙән һуң дәртләнеп, гәзиткә хат яҙып һалдым. Оҙаҡ та үтмәй, хәбәрем баҫылып сыҡты. Шунан инде тағы «Ҡарағай морон» тигән мәҡәлә яҙҙым. Фотоһы ла булһын, тип Буранбай ағайҙан ағасты фотоға төшөрөүен һорағайным, ә ул: «Үҙең өйрән, гел кешенән һорап йөрөмәҫһең», – тине. Шул миңә этәргес булды инде әлеге һөнәремде һайлауға, – ти Флүр Ғазин.
Фоторәссамдар союзы ағзаһы булараҡ, ул шәхси күргәҙмәләрен дә йыш үткәреп тора. Быға тиклемге ижад емештәре Бөр­йәндә генә түгел, республиканың башҡа ерҙәрендә лә ҙур уңыш менән тамашасаларҙы йәлеп итте.
Әле фоторәссам «Тәбиғәт һәм ҡош-ҡорттар» тигән фотокүргәҙмәһен ойоштора. Был юлы ла уның эштәре ҙур ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙырыр, тип уйлайым.
Рәссамдар киләсәк өсөн ижад итә, тиҙәр. Хоҙай үҙе ҡыҙығыр гүзәл Уралыбыҙ тәбиғәтен һаҡларға саҡырған Флүр Ғазин­дың рәсемдәрен ҡарап, уйланып, уның һоҡланғыс ижадын әллә ҡасан юғары исем менән баһаларға ваҡыттыр, тип тамамлағым килә һүҙемде.
Юбилейығыҙ менән Флүр Сабирйән улы, һеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ижад ҡомарығыҙ бер ҡасан да һүрелмәүен теләйбеҙ!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Тәбиғәт йырсыһы
Тәбиғәт йырсыһы
Тәбиғәт йырсыһы
Тәбиғәт йырсыһы
Тәбиғәт йырсыһы
Тәбиғәт йырсыһы
Тәбиғәт йырсыһы
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: