-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күренекле рәссамдың тыуыуына – 160 йыл

Михаил Васильевич Нестеров 1862 йылда Өфөлә тыуған.

Михаил Васильевич Нестеров. Автопортрет. 1915 йыл.
Михаил Васильевич Нестеров. Автопортрет. 1915 йыл.

Тәбиғәтте яратып, уның матурлығына һоҡланып үҫкән малайға рәссамлыҡ һәләте бала саҡтан һалына. 12 йәшкә тиклем гимназияла белем ала. 1874 йылда Мәскәүҙә уҡыуын дауам итә. Ә өс йылдан рәсем сәнғәте буйынса училищеға уҡырға инә. Унда өс йыл уҡығас, Петербург ҡалаһына күсә. Әммә унда оҡшамай. 1882 йылдан элекке урында уҡыуын дауам итә.

1883 йылдың йәй айҙарын Өфөлә уҙғара. Унда үҙенең буласаҡ ҡатыны Мария Мартыновская менән таныша. Уларҙың Ольга исемле ҡыҙҙары тыуа. Мария Ивановна вафат булғас, икенсе тапҡыр Екатерина Васильеваға өйләнә. Унан ике ҡыҙы, бер малайы донъяға килә: Наталья, Анастасия, Алексей.

1938 йылда Михаил Нестеровты ҡулға алалар, ике аҙна төрмәлә була. Ҡыҙын, Ольга Михайлованы, Джамбулға лагерға оҙаталар, 1941 йылда инвалидҡа әйләнеп, кире ҡайта. Уның ире Виктор Шрётерҙы шпионажда ғәйепләп, аталар.

Михаил Нестеровты билдәле иткән картиналарының береһе «Дәрүиш» тип атала. 1888 — 1889 йылдарҙа яҙылған. Уны билдәле коллекционер Павел Третьяков һатып ала. Рәссам шул аҡсаға Европа буйлап сәйәхәт ҡыла. «Ауылда көҙ» тигән иң һуңғы картинаһын 1942 йылда яҙа.

Ситтә йәшәһә лә, рәссам тыуған ҡалаһына йыш килгән. Нестеровтарҙың усадьбаһы әлеге Ленин урамындағы «Ағиҙел» ҡунаҡханаһындағы урынында була.

Әлеге көндә Өфөлә Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы эшләй. 1919 йылдың 5 ғинуарында ойошторолған был мәҙәни үҙәктең ишектәре баш ҡала халҡына һәм килгән ҡунаҡтарға һәр ваҡыт асыҡ. Музейҙың алдында 2015 йылда рәссамға ҡуйылған һәйкәл ҡаршы ала.

Михаил Нестеров 81-се йәшендә Мәскәүҙең Боткин больницаһында үлә. Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Фото: uraloved.ru.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: