– Гүзәл апай, һеҙҙе бөгөнгө күркәм юбилейығыҙ менән бөтә уҡыусыларыбыҙ исеменән ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ. Һеҙ балалар өсөн күп яҙаһығыҙ, улар өсөн төрлө матур саралар ойоштораһығыҙ. Ә үҙегеҙҙең бала сағығыҙ нисек үтте? Ғөмүмән, ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫтегеҙ? Уҡыусы сағығыҙ, ул ваҡыттағы мәктәп тормошо тураһында һөйләгеҙ әле.
– Беҙ – һуғыш бөтөүгә күп тә үтмәй донъяға килгән балалар. Атайым – уҡытыусы, әсәйем – йорт хужабикәһе, бер аҙ китапханала эшләп алды. Атайым хеҙмәт юлын Арышпар ауылында башлаған, шунан уны Аҙналы (Мышы) мәктәбенә директор итеп ебәргәндәр. Йөйәк ауылына күскәндә миңә 6 ғына йәш ине. Шул йылда уҡырға өйрәндем. Бер йылдан һабаҡҡа төштөм. Ул ваҡытта 6 йәштә уҡырға өйрәнеү һирәк күренеш була, мәктәпкә 8 – 9 йәштә генә барған балалар ҙа бар ине. Атайым миңә китапхананан Зәйнәб Биишеваның «Йәнле хәрефтәр» тигән китабын алып ҡайтҡайны. Төҫлө һүрәтле, икешәр юллыҡ ҡына шиғырҙар яҙылған иҫ киткес матур китап ине ул. Шунан атайым әлифба буйынса бик анһат итеп хәрефтәрҙе өйрәтте. Китапта алфавит буйынса һүрәттәр төшөрөлгәйне, шуның береһенә төртөп күрһәтә лә, бына ул ниндәй өнгә башлана, шул хәреф ошолай яҙыла, тип аңлата торғайны. Хәрефтәр күрһәтелгән һүрәттәрҙе сағыштырып ҡарап, уларҙы таный башланым. Шунан ижекләп уҡырға өйрәндем. Үҙ аллы тиерлек уҡый башлағас, мине китаптан айыра ла алмаҫ булдылар, китап ҡортона әйләндем.
– Атайығыҙ ниндәй фәндәрҙән уҡытты?
– Ул иҫ киткес мәғлүмәтле, белемле кеше ине, немец, урыҫ, башҡорт телдәренән уҡытты. Өйөбөҙҙә китап, матбуғат иң хөрмәтле урында булды, тиҫтәгә яҡын баҫмаға яҙыла инек, уларҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алып, уҡый торғайныҡ. Төпкөлдә йәшәгәс, электр уты ла, телефон да юҡ. Радио ла һирәк кешелә генә булды, «питание» тип йөрөтөлгән ҙур батарейка менән эшләй торғайны. Иртән, көндөҙ, кис ярты сәғәтлек кенә башҡортса концерт була, бына шулай ине беҙ үҫкәндә тыуған моңдарҙы ишетеү мөмкинлеге. Ә телевизорҙы тәүге тапҡыр 15 йәшемдә генә, Белорет педагогия училищеһына уҡырға ингәс, күрҙем.
– Ауыл балаларына бәләкәйҙән эш күп тейә, нисек уҡырға ваҡыт еткерҙегеҙ һуң?
– Мәктәптә уҡыу миңә еңел бирелде, өйҙә яҙма эштәрҙе генә үтәй инем. Ә бына әҙәби китаптарҙы ҡайһы саҡ хатта ҡаса-боҫа уҡырға тура килгеләне, сөнки ҡыҙыҡлы китап ҡулға эләкһә, айырыла алмай ҙа ҡуя торғайным. Ауылда, ысынлап та, йәйгеһен эш уғата күп, дүртенселә уҡығанда бесән саба башланым, үҫә төшкәс, күбә лә һуға торғайныҡ. Ғаиләлә 4 ҡыҙ бала, бер ҡустым булды. Мин – иң өлкәне, ҡыҙҙар эше, малайҙар эше, тип һайлап торманыҡ, утынын да бысып ярҙыҡ, кирбес тә һуғыштыҡ, баҡсала ла эшләнек, IV синыфта уҡығанда уҡ һеңлеләремә ойоҡбаш, бейәләй бәйләргә өйрәндем, сигеү сигә инем... Уйнап йөрөргә ваҡыт бик һирәк тейә торғайны. Ереклектәге алыҫ ҡына шишмәнән сәйгә һыу ташып үҫтек. Һуңғы йылдарҙа мал йөрөп, ошо ереклек, бала саҡ шишмәһе юҡҡа сыға башлағайны, 2017 йылда ғаиләбеҙ менән барып кәртәләп, тәрбиәләп ҡайттыҡ.
– 10 июнь – тыуған көнөгөҙ. Уны билдәләй башлаған көн иҫегеҙҙәме?
– Элгәре халҡыбыҙҙа тыуған көн билдәләү юҡ ине бит. Мине тәүге тапҡыр 10 йәшем тулғанда ҡотлағандары иҫемдә. Игенһеҙ төбәктә ҡош-ҡорт аҫрау ифрат мәшәҡәтле булғанға тауыҡтар һанаулы ғына ине, шунлыҡтан йомортҡа ла танһыҡҡа ғына эләгә торғайны. Әсәйем йәй башынан уҡ бесән эшләүгә тип йомортҡа йыя башлай. Ә шул тыуған көнөмдә башҡаларға – берәр, ә миңә бүләккә ике йомортҡа бешереп бирҙе. Барыбер был ваҡиға ҡыуаныс булып иҫтә ҡалды.
– Һеҙ – шағирә, тәржемәсе, тиҫтәнән ашыу китап авторы. Ижад юлығыҙ ҡасан башланды? Тәүге әҫәрегеҙ нисек яҙылғанын хәтерләйһегеҙме?
– Иң тәүге шиғырым иҫемдә түгел. IV синыфта мәктәп стена гәзите өсөн тәбиғәт тураһында, «икеле» алған, тәртип боҙғандарға төртмә шиғырҙар яҙа торғайным. Әйткәндәй, Николай Носовтың «Витя Малеев в школе и дома» китабынан малайҙың нисек һүрәт төшөрөп, мәсьәлә сисергә өйрәнгәнен уҡып, мин дә мәсьәләләрҙе һүрәт төшөрөп эшләй башланым, төртмә таҡмаҡтар сығарырға ла шунан үрнәк алдым.
– Ә юғары белемде ниндәй уҡыу йортонда алдығыҙ?
– Педучилищенан һуң Силәбе мәҙәниәт институтының китапхана факультетында уҡып, балалар әҙәбиәте библиографы дипломы алдым. Унда алған белемем ижадта бик ныҡ ярҙам итә, сөнки балаларҙың уҡыу психологияһы, ғөмүмән, әҙәбиәте буйынса шул тиклем күп яҡлы мәғлүмәт бирелде.
– Матбуғатта әҫәрҙәрегеҙ ҡасан сыға башланы?
– Яҙышһам да, шиғырҙарымды матбуғатҡа бирергә ашыҡмай торғайным. Улыма йәш ярым ғына саҡта Бөйөк Ватан һуғышы тураһында «Помни имя свое» тигән фильм сыҡты. Концлагерға эләгеп юғалып ҡалған бала тураһында ине ул. Шуны тетрәнеп ҡараным да, улымды ҡосаҡлап-ҡосаҡлап илап, шиғыр яҙҙым һәм район гәзитенә алып барҙым. «Исемеңде онотма» тигән шул шиғыр ташҡа баҫылып сыҡҡан тәүге әҫәрем булды.
– Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрегеҙ, моғайын, үҙегеҙҙең балалар, ейәндәргә арналалыр? Улар идея бирәлер?
– Балалар өсөн яҙғанда, ысынлап та, тормоштан алырға, тормошҡа өйрәтергә тырышам. Үҙенән-үҙе лә килеп сыға темалар, ейәнсәрҙәрем Ғәзизә менән Һәҙиә, ейәнем Асман – байтаҡ хикәйәләремдең геройҙары. Балалар баҡсаһында тәрбиә биреү программаһын ҡарап, иң кесе йәштәге балалар белергә тейешле төшөнсәләр менән махсус рәүештә лә шиғырҙар яҙҙым.
«Текетек» тигән тәүге шиғри әкиәтемде улыбыҙға бағышлап ижад иттем. Кәзә малайы Текетек – шуҡ, ҡыйыу, теремек, тирә-яҡты бик әүҙем өйрәнә, белем алырға ярата, зирәк, тырыш, хатта Бүре алдында ла юғалып ҡалмаҫ бала. Улыбыҙға ошо әкиәт аша тормошта белем алыуҙың мөһимлеген, ауыр һынауҙар ҙа була икәнен шул йәшенән аңлатырға тырышып ижад иткәйнем. «Текетек Бәшмәгестан илендә», «Текетектең диңгеҙгә сәйәхәте» тигән дауамын да яҙҙым. Быларын энциклопедик әкиәттәр тиергә лә була.
– Беҙҙең балалар йыш ҡына бик баҫалҡы шул. Тормошҡа, һынауҙарға әҙәбиәт аша ла бала саҡтан әҙерләргә кәрәктер ул...
– Таныш булмаған балаға бәйле бер ваҡиға иҫкә төштө. Белоретта йәшәгәндә Ҡаҙағстанға барырға ниәтләп, «8-се километр» тигән станцияға төштөк. Вокзал алдында сиған таборы ята торғайны. Өс сиған малайы килеп сыҡты. Береһе магазин янына килеп туҡтаған 10 – 11 йәшлек малайҙан велосипедын, хәҙер йөрөп кенә киләм дә кире ҡайтарам, бына иптәштәрем эргәңдә ҡала, тип һорай башланы. Башҡортса, бирмә, ул һиңә кире ҡайтармай, тинем. Әллә аңламаны, әллә тегеләрҙән шөрләне, бирҙе лә ебәрҙе. Ә теге ике малай бер аҙ торҙо ла китә башланы. Мин икеһен дә ҡулдарынан тотоп алдым, велосипедты ҡайтармай тороп, ебәрмәйем, тинем. Ҡатын-ҡыҙҙары шар-шор килеп етте, ҡарғана башланы. Бер ир кеше таборҙан килеп етеп, уҫал ҡарап, яурындары менән ҡағылып китә, мин үҙ һүҙемде ҡабатлай бирәм. Ә теге малай юҡ, поезға ултырыр ваҡыт етеп килә, шунда ғына бөтөнләй икенсе яҡтан, табор палаткалары араһынан килеп сыҡты – сараһыҙҙан ололары ҡайтарырға ҡушҡандыр инде. Инде улай таныш булмаған кешегә әйбереңде бирмә, алып китер ҙә юғалырҙар, тип малайға өгөт-нәсихәт биреп хушлаштым. Хәтерләүемсә, Әмир исемле ине, хәҙер ир уртаһылыр инде. Бәләкәстәрҙе үҙҙәрен һаҡларға, яҡларға өйрәтергә кәрәк, бөгөнгө ауыр заманда бигерәк тә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя изге күңелле кешеләрҙән генә тормай, насар әҙәмдәр ҙә күп.
– Һеҙ бит оҙаҡ йылдар депутат булдығыҙ. Шул йылдар нисек хәтерегеҙгә уйылып ҡалған?
– Әҙәби ижад менән мауығыуым мине журналистикаға алып килде. Шунан инде сәйәсәткә инеп киттем. 1990 йылда Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланылар, ул саҡта район гәзите мөхәррире инем. Эшемдән айырылмай әүҙем генә эшләнем, шуға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына яңынан кандидат булып күрһәтелеүемде һоранылар, һайланып, Өфөгә күсеп килеп, өс саҡырылыш депутаты булдым. Милләт, матбуғат, выждан ирке мәсьәләләре менән шөғөлләнгән комитетта эшләнем, ошо өлкәлә ҡанундар әҙерләүҙә үҙ өлөшөмдө индерҙем. Шул уҡ ваҡытта журналист булараҡ, матбуғатта сығыш яһауымды дауам иттем, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаштым. Республикабыҙҙа ул йылдарҙа бик күп типлы мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары төҙөлдө, юлдар һалынды, төпкөлдәрҙәге байтаҡ ауылдарға ла газ барып етте. Туған телебеҙҙә сыҡҡан баҫмалар һаны артты.
– Һеҙҙе халҡыбыҙҙың иң билдәле ҡатын-ҡыҙҙарының береһе тип беләбеҙ. Тәрбиәгә ҡағылышлы яҙмаларығыҙ бик файҙалы. Социаль селтәрҙәр таралып киткәс, күп кенә төркөмдәр астығыҙ. Шуларҙы ла атап үтәйек. Төркөмдәрҙе үҙегеҙ алып бараһығыҙмы, ярҙамсыларығыҙ бармы?
– Әҙәбиәт, ижад итеүем хаҡлы ялға сыҡҡас та үҙ урынымды табырға ярҙам итте. Үҙемдән-үҙем интернетҡа инеп киттем. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен етәкләгәндә уның сайтын булдырып, алып барҙым. «Бәйләнештә» селтәрендә балалар өсөн, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы», «Ҡыҙыҡлы топонимика», ир-аттарға «Ыласын» тигән төркөмдәр астым, бүтән селтәрҙәрҙә лә төркөмдәрем булды. Уларҙы алып барырға ярҙам итеүселәр ҙә бар һәм был эшебеҙ тик йәмәғәт башланғысында ғына, йәғни түләүһеҙ алып барыла. Башҡорт википедияһында 10 йылдан ашыу яҙышам, был да – йәмәғәт башланғысында. Унда балаларҙың да әүҙем булыуын теләр инем. Һәр ауыл тураһында кескәй генә мәғлүмәт бар, ә атаманың килеп сығышы, шәхестәр, ер-һыу буйынса тулыландырылмаған. Википедияға тарих, тыуған яҡты өйрәнеү, география буйынса мәҡәлә яҙғанда үҙеңдең аң-зиһенең дә үҫә, телмәр ҙә байыға. Яҙмаңды бит Ер шарының бөтә мөйөштәренән уҡыйҙар, бик ҡыҙыҡлы, файҙалы шөғөл.
– Һеҙ мәктәптәр менән дә тығыҙ бәйләнештәһегеҙ.
– Мин хеҙмәт юлымды Белореттағы интернат-мәктәптә башлағайным, хәҙер интернат-лицей инде. Күп йылдар үткәс, быйыл башҡорт теле кабинетын шефлыҡҡа алыуымды һоранылар. Бик риза булып ҡабул иттем. Яңыраҡ лицейҙың 60 йәшен туйланылар, унда мине лә саҡырҙылар, мәктәпте тамамлаусылар ҙа килгәйне. Лицейға капиталь ремонт яһарға йыйыналар, башҡорт теле кабинеты заманса йыһазландырыласаҡ, был эштә мин дә ярҙам итермен, тип ниәтләнәм. Мәктәптәргә генә түгел, балалар баҡсаларына ла осрашыуҙарға саҡырып торалар.
– Һеҙҙең бала саҡ. Бөгөнгө балалар. Сағыштырып ҡараһаҡ, ниндәй айырма бар?
– Тормош шарттарында айырма бик ҙур. Беҙ үҫкән ваҡытта урыҫса белмәй инек. Төпкөл ауыл булғас, был телдә һөйләшкәндәрен бик һирәк ишетә торғайныҡ. Ауылда хатта урыҫ милләтле балалар ҙа беҙҙең менән бергә башҡорт мәктәбендә уҡыны. Бөтәбеҙ ҙә башҡортса һөйләшә инек. Хәҙерге балалар хатта төпкөл ауылда йәшәһә лә, телде онотоп бара. Ә уны белеү бик мөһим, берҙән, телебеҙ бик күп төрки телдәр менән ауаздаш, беҙ улар менән тәржемәсеһеҙ ҙә аралаша алабыҙ. Икенсенән, туған тел – ул беҙҙең рухи байлығыбыҙға асҡыс, борондан килгән халыҡ аҡылы, күңел хазинаһы – бөтәһе лә туған тел аша күңелебеҙгә, аңыбыҙға һеңә.
Сит илдәрҙә, төрки телле республикаларҙа булғанда туған телдә шиғырҙарымды уҡырға тура килгеләне. Төркиәлә, мәҫәлән, VI синыф уҡыусылары менән осраштым. Уларҙың дәүләт мәктәптәрендә кәмендә 50-шәр бала белем ала, үҙҙәре әүҙемдәр, ҡыйыуҙар, бер тамсы ла тартыныу юҡ, һорауҙар менән күмеп ташланылар. Шунда, беҙҙең балалар барыбер ҡыйыуһыҙыраҡ, дәрескә ситерәк кеше килһә, тартыналар, өндәшмәй генә ултыралар, тип уйлап ҡуйғайным. Төрөк балалары телдәр оҡшашлығына, таныш һүҙҙәрҙең күплегенә бик аптырағайны.
– Телевизор, радио булмаһа ла, ауылығыҙға кино килтергәндәрҙер, моғайын?
– Эйе, клубҡа фильмдар килтерә торғайнылар. Ябырылып барабыҙ, һүрәтен генә ҡарайбыҙ инде, бик аңламайбыҙ ҙа. Урын етмәй, ваҡ малай-шалай иҙәндә ултыра, аңламағас, үҙ ара-һөйләшеп, уйнап ултырып, дөмбәҫләшеп тә китәләр. Төлкөһөнән бигерәк көлкөһө, тигән кеүек инде. Һуғыш тураһында киноларҙы ярата инек. Сөнки беҙ үҫкәндә һуғыш иҫтәлеге яңы, яралары уңалып бөтмәгән ветерандар, аяҡһыҙ бабай ҙа бар ине. Кинола һәр саҡ беҙҙекеләр оҫтараҡ һуғыша, дошманды еңә – быға ихлас шатланабыҙ. Беҙ, һуғыштан һуңғы йылдар балалары, аслы-туҡлы булһаҡ та, Тыуған илебеҙҙе яратып, Ватанға тоғролоҡ тойғоһо менән үҫтек. Киноның йөкмәткеһен иһә ололар аңлатып бирә торғайны.
– «Витя Малеев в школе и дома» урыҫ телендә булған бит. Нисек аңланығыҙ һуң?
– Китапты уҡығанда белмәгән һүҙҙәрҙе һүҙлектән ҡарай инем, һөйләмдәрҙе мәғәнәһе буйынса төшөнә башлайһың. Урыҫса һөйләшке килә бит, китаптар уҡый торғайным инде, күпмелер аңлайым, әммә һөйләшеү практикаһы юҡ шул. Шулай ҙа һеңлеләр менән урыҫса үҙебеҙ һүҙҙәр уйлап сығарып та бик хәтәр һөйләшкән була торғайныҡ. Шунан ҡолаҡҡа бышылдап ҡына, һин нимә тип әйттең ул, үҙебеҙсә нисек була, тип бер-беребеҙҙән һорашабыҙ, хәҙер хәтергә төшөрөп, көлөшөп алабыҙ.
– Ауыл балаларына урыҫса бик белмәйенсә ҡалаға барып уҡып китеүе ҡыйын булғандыр инде.
– Тәүге йылы ғына ауыр ул. Шунан өйрәнеп кителә. Ә туған телде белеү ғүмер буйы ярҙам итә. Урыҫса уҡымаған балалар юғары уҡыу йортона инә алмай тороп ҡала, тигән һүҙ дөрөҫ түгел ул, беҙҙең быуын, мәҫәлән, башҡортса уҡып сыҡһаҡ та, бик күптәр юғары белем алды. Был тырышлыҡтан да, кешенең һәләтенән дә тора. Урыҫ мәктәптәрендә уҡып, билдәле булып киткән кешеләребеҙ әҙ. Ә туған телдә мәктәп тамамлап сыҡҡандар тырыш, шул замандарҙа ла Мәскәү, Ленинградта ла уҡынылар, абруйлы уҡыу йорттарын тамамлап, күренекле ғалимдар булып киткән милләттәштәребеҙ күп. Эш кешенең тырышлығында, ҡыйыулығында.
– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырығыҙ әле.
– Тормош иптәшем Ғилман Хәмзә улы – Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы, һуғыштан яраланып ҡайтҡан атаһы вафат булғас, 16 йәшенән хеҙмәт юлын башларға мәжбүр була. Хәҙер инде эш стажы 60 йылға етеп бара. Улыбыҙ ҡыҙыл диплом менән нефть институтын тамамланы, ҡыҙыбыҙ – юрист, иҡтисад буйынса ла юғары белем алды, икеһе лә аталарына иптәш, ярҙамсы булып, энергетика өлкәһендә эшләй. Ейәнсәребеҙ Ғәзизә лә авиация университетын тамамлап, олатаһы янына эшкә барҙы. Һәҙиәбеҙ иһә медицина өлкәһен һайланы. Атаһы яғынан олатаһы менән өләсәһе лә – медиктар бит. Уҡып ҡына йөрөһә лә, ковид менән ауырыусылар араһында ла эшләне. Асман быйыл IX синыфты тамамланы. Иң кесе ейәнсәребеҙ Әмирәгә тиҙҙән 4 йәш тула, минең шиғырҙарымды ла ятлап һөйөндөрә.
– Яңыраҡ республика балаларын ҡыуандырып, конкурс үткәрҙегеҙ. Нисек уҙҙы ул?
– Эйе, шиғырҙарымды ятлаусылар араһында дистанцион форматта республика бәйгеһе ойошторҙом. Балалар бик әүҙем ҡатнашты, видеолары социаль селтәргә һалына барҙы. 3 аҙна эсендә 400-гә яҡын эш ҡабул ителде. 13 балаға аҡсалата бүләктәр тапшырҙым. Учалынан 5 йәшлек кенә Сәлимә Сафина Гран-при яуланы. Ул «Йәйғор» тигән ете өлөштән торған шиғырымды ете төҫлө күлдәк алмаштырып кейеп, бик матур итеп һөйләне. Еңеүселәргә һәм призлы урын алыусыларға, уңышлы сығыш яһаған 70 ҡыҙ һәм малайға – Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең Почёт грамоталары, ҡалғандарға – ҡатнашыусы сертификаты, һәр балаға китабым ебәрелде.
– Былтыр туған телдә әкиәт һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсында әкиәтегеҙҙе һөйләп, бер бала Гран-при алғайны...
– Шулай. Минең өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды ул – Әбйәлил районынан Әзизә Дауышева тигән 5 йәшлек ҡыҙыҡай «Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ» тигән оҙон шиғри әкиәтемде ятлап алып, шул тиклем оҫта башҡарҙы! Өләсәһе менән шөғөлләнә икән, шиғыр иҫтә ҡалһын өсөн һәр өлөшөнә һүрәттәр төшөрөп ятлайбыҙ, тип һөйләне ул миңә. Күҙ генә теймәһен инде үҙенә.
– Балаларҙы шулай дәртләндереп, ҙурлауығыҙ бик шәп! Уҡыусыларға ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?
– Баяғы һүҙҙе дауам иткәндә, беҙҙең бала саҡ һәм бөгөнгө көн ер менән күк кеүек айырыла. Телевизор, радио ла мөғжизәле әйберҙәр ине. Әммә бик күп уҡыныҡ, гәзит-журналдарҙы алдыра торғайныҡ. Күп уҡығанға ла хатаһыҙ яҙабыҙҙыр. Ғөмүмән, башҡорт мәктәбендә уҡып сыҡҡан кешеләр урыҫса ла хатаһыҙ яҙа, сөнки телде грамматика аша өйрәнгәнбеҙ. Хәҙерге балаларҙың мөмкинлектәре бик ҙур: төрлө гаджеттар менән файҙаланалар, бәләкәйҙән смартфонда ултыралар, бер яҡтан, һәйбәт, әммә әҙ хәрәкәтләнеүҙәре хәүефләндерә. Туранан-тура аралашыу етмәй.
Хәҙерге балаларға хәрәкәт етешмәй. Шуға ла уларҙа элек ололарҙа ғына осрай торған ауырыуҙар килеп сыға. Хәрәкәттә – бәрәкәт. Төрлө спорт менән шөғөлләнгән балалар маҡтауға лайыҡ, тик сәләмәтлеккә зыян килтерә торған ысулдарҙан алыҫ торһондар. Бөгөн белем алырға, һәләттәреңде үҫтерергә мөмкинлек күп, балаларҙың ошонан файҙаланып, тормош юлдарын лайыҡлы үтеүҙәрен теләйем.
– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.