0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн – күренекле шағир, тәржемәсе, республикабыҙҙың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖАның тыуыуына – 80 йыл

Әсхәл Әхмәт-Хужа (Әсхәл Әбүта­лип улы Әхмәтҡужин) 1942 йылдың 24 июнендә Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуған.

Бөгөн – күренекле шағир, тәржемәсе, республикабыҙҙың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖАның тыуыуына – 80 йыл
Бөгөн – күренекле шағир, тәржемәсе, республикабыҙҙың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖАның тыуыуына – 80 йыл

Үҙҙәрендә ете йыллыҡ мәктәптә уҡығандан һуң Асҡарҙа урта белем ала. Артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия инс­титутына уҡырға инә. Аҙаҡ Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәбиәт курстарында белем ала.
1970 йылдан СССР, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Әсхәл Әхмәт-Хужа тормош иптәше Лүзә апай менән Азамат исемле ул тәрбиәләп үҫтерә. Ул Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлап, әлеге көндә Силәбелә «Уралым» тигән башҡорт гәзитендә эшләй. Азаматтың ҡатыны Люциә менән үҫтергән Арыҫлан исемле улдарына – хәҙер 34 йәш. Ул Мәскәүҙә юғары белем алған, илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәй. Әхмәтҡужиндар нәҫелен дауам итеп, улдары Әмир тыуған. Уға – 7 йәш һәм быйыл I синыфҡа уҡырға бара.
...Әсхәл ағай, улы Азамат, ейәне Арыҫлан, бүләһе Әмир... Нәҫел ағасы ҡоромай, тормош дауам итә. Улын, ейәнен, бүләһен күргән шағир ижады менән дә, ғаиләһендә лә бәхетле бул­ған.
2018 йылдың 8 ноябрендә арабыҙҙан китһә лә, әҫәрҙәре үлемһеҙ. Ҡатыны Лүзә апай, улы Азамат Әсхәл ағайҙың әҙәби мираҫын баҫтырып сығарыу, уҡыусыларға еткереү буйынса ҙур эштәр башҡара. Тимәк, киләсәктә лә беҙ Әсхәл Әхмәт-Хужаның әҫәрҙәре менән танышасаҡбыҙ әле.

Күренекле шағир һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужа башҡорт әҙәбиәтенә «Һыбай сыҡтым» тигән тәүге китабы менән килеп инә. Икенсе китабының «Бәйге» тип аталыуы ла юҡҡа түгел.
Бәйге килә, бәйге саба,
Эйәренә тарих төйнәп!
Бәйге оса – йөрәктәрҙә
Заман сыңлай көйләп-көйләп!
Бәйге шағир өсөн әҙәбиәт кенә түгел, ә тотош донъя, тормош, тарих... Бәйге – уның өсөн халҡының үткәне лә, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә.
Донъяға, тормошҡа үҙ һүҙен әйтер өсөн шиғриәт арғымағына атланып, оран һалып, майҙан тоторға сыға шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа. Шуға ла артабанғы шиғыр йыйынтыҡтары «Оран» һәм «Май­ҙан» тип атала.
Исемдәре шул тиклем мәғәнәле һәм бер һүҙҙән генә торған был тос шиғри йыйынтыҡтары авторҙы күренекле әҙиптәр рәтенә ҡуя.
Шағирҙың ижады күп ҡырлы. Унда мәҙхиә, робағи, әйтеш, парса кеүек төрлө жанрҙарҙы табырға мөмкин.
Әсхәл ағай – һүҙгә шул тиклем һаҡсыл ҡарашлы әҙип. Минең тәүге шиғри китабымды поэзия секцияһы ултырышында тикшергәндә ҡулъяҙмамды уҡып сығып, ситтәренә үҙенең фекерҙәрен, кәңәштәрен яҙғайны, оҡшағандарына өндәү билдәһе ҡуйғайны. Ул секцияның сәркәтибе булды. Ә рәйесе күренекле шағир Муса Ғәли ине. Тағы 5 – 6 әҙип – секция ағзаһы. Улар барыһы ла беҙҙең ҡулъяҙмаларҙы уҡып, фекерҙәрен әйтергә тейеш. Кемдәр нимә һөйләгәндер – улар хәтерҙә ҡалмаған. Ә бына Әсхәл ағайҙың ике шиғырыма ҡарата яҙған ике-өс һүҙҙән генә торған иҫкәрмәһе мәңге онотолмаҫлыҡ һабаҡ булды. Унан мин һүҙгә ни тиклем иғтибарлы булырға кәрәклеген аңланым. Шиғриәттә был бигерәк тә мөһим.
Әсхәл Әхмәт-Хужаның һуңғы йылдарҙа сыҡҡан ике китабы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Береһе – бәләкәстәр өсөн «42 хәреф» тигәне шундай үҙенсәлекле итеп сығарылған. Ул веер рәүешендә донъя күргән. Башта башҡорт алфавиты бирелгән. Һәр хәрефкә бер шиғыр килтерелгән. Бындай китаптар элек тә сыҡҡаны бар ине. Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Биишева, халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева һәм башҡаларҙың да әҫәрҙәрен хәтерләйҙер әле уҡыусылар. Әммә Әсхәл Әхмәт-Хужаныҡы оригиналлеге менән айырылып тора. Нисекме? Һәр хәрефкә яҙған шиғыры тик шул бер хәрефтән генә тора. Мәҫәлән, «А» хәрефенә яҙылғанын уҡып ҡарайыҡ.
Аҫау айғырға атланған Айрат.
Азат алданған: арый ажар ат.
Арғымағында алға атылып,
Алдынғылыҡты алды Азамат.
Йәки «О» хәрефенә бирелгән шиғырҙы алайыҡ:
Осрағанда олатайым
Ороша оноҡтарын:
«Остандап осонмағыҙ!
Ололарҙан оялырға,
Ололарҙы ололарға
Онотмағыҙ! Онотмағыҙ!»
Булғас, булғас, өсәү итәйек инде миҫалды: «Х» хәрефе нисек яңғырай икән шағир телендә?!
Халҡыбыҙ – хазина!
Хайранмын халҡыма!
Хөрмәтем, хәстәрем,
Хыялым, хистәрем –
Халҡыбыҙ хаҡына,
Халҡыбыҙ хаҡына!
Шәпме? Иҫ киткес! Шундай шиғырҙар яҙыр өсөн шағирға телде нескә тойомлауы ла, балалар психологияһын ныҡ белеүе лә кәрәктер!
Веер-китапсыҡтың һәр битендәге хәрефтәргә рәссам Азамат Ғарипов матур һүрәттәр төшөргән. Балалар ҡыҙыҡһынып, мауығып уҡырлыҡ, шунда уҡ ятлап та алырлыҡ шиғырҙарҙан тупланған «42 хәреф» китабы ата-әсәләргә лә, бәләкәстәргә лә бына тигән бүләк булған!
Икенсеһе – «Йөрәккә йөрәк тоташа» йыйынтығына Әсхәл Әхмәт-Хужа шиғыр­ҙарына яҙылған 56 йыр тупланған. «Баш­ҡортостан» шиғырына композитор Абрар Ғабдрахманов яҙған йыр менән башланып китә ул. Иң мөһиме: йырҙар ноталары менән бирелгән, теләгәндәр өйрәнеп алырға мөмкин. Кемдәр генә мөрәжәғәт итмәгән Әсхәл Әхмәт-Хужа ижадына. Нәбиулла Мөстәҡимов, Салауат Сәлмәнов, Айрат Ғайсин, Хөсәйен Әхмәтов, Рафиҡ Сәлмәнов, Фәнил Ибраһимов, Айһылыу Сәлмәнова, Зөһрә Фәйзуллина, Салауат Хамматов, Мәүлиҙә Ҡобағошова, Зәбих Мамалимов, Сания Мортазина, Иҙел Агишев, Нәзир Әбдиев, Данил Хәсәншин... Күрәһегеҙ, араларында күренекле композиторҙар менән бер рәттән һәүәҫкәр­ҙәр ҙә байтаҡ. Тимәк, шағир ижадын халыҡ яратып уҡый, күңеленә яҡын ала һәм был һөйөү йөрәгендә моң булып ярала. «Башҡортостан» шиғырындағы түбәндәге юлдарҙы һеҙҙең күп тапҡырҙар радио тул­ҡындары аша йәки ҙур тантаналарҙа йыш ишеткәнегеҙ барҙыр:
Уң биткәйең яҡты айға оҡшаш,
Һул биткәйең балҡый, гүйә, ҡояш,
Бер ҡулыңда һандуғасҡай һайрай,
Бер ҡулыңда – моңло ҡурай,
Башҡортостан – йырлы ил,
Башҡортостан – нурлы ил.
Һөйәм һине, һөйәм, хозур ерем,
Һөйәм һине, һөйәм, ғорур ерем!
Әсхәл Әхмәт-Хужаның бер үк шиғырына икешәр, хатта өсәр композиторҙың яҙған йырҙары бар. «Шоморт күҙле тыуған ерем», «Ҡыҙыл менән Ҡырҡты буйҙары», «Тыуған яғыма», «Әбйәлил», «Ҡыҙылым», «Асҡар баҡсаһы», «Әбйәлил гөлдәре», «Әбйәлил балаларының йыры», «Тыуған ерем», «Асҡар ауылына йыр» кеүек шиғыр­ҙары аша шағир тыуған яғына мәҙхиә йырлай. Шуға ла йырлап торған был шиғыр­ҙарға көйҙәр ижад ителә лә инде.
Өндәремдә иҫтә, төнөн төштә
Йәшлек сағым уҙған яҡты ил:
Һағындыра, өҙөлөп һағындыра
Ҡыҙыл буйы, Ҡырҡты, Яҡтыкүл, –
тип яҙған шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаны бөгөн йәшлек йылдары үткән тыуған яғы, әҙәбиәт һөйөүсе туған халҡы, меңәрләгән китап уҡыусылар һағына.
Шағирҙар, композиторҙар, рәссамдар һәм башҡа ижад кешеләренең исемдәре үлемһеҙ. Улар был донъянан киткәс тә ижадтары менән халыҡ күңелендә йәшәй. Ошо көндәрҙә район китапханаларында Әсхәл Әхмәт-Хужаның хәтер һәм ҡәҙер кисәләре үтә.

Китаптары
1968 йылда «Һыбай сыҡтым» исемле тәүге китабы баҫылып сыға.
«Бәйге» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1973 йылда донъя күрә.
Өсөнсө китабы «Оран» тип атала (1980 йыл).
«Майҙан» 1989 йылда уҡыу­сылар ҡулына барып етә.
Шул уҡ йылда Мәскәүҙең «Малыш» нәшриәтендә балалар өсөн яҙған шиғырҙары урыҫ теленә тәржемә ителеп, «Мой сыночек, мой птенец» тигән исем менән 300 мең (!) данала баҫылып сыға.
Өфөлә 1987 йылда «Я рисую» тигән китабы 100 мең (!) тираж менән донъя күрә.
«Азамат менән ҡуян балаһы» (1991 йыл) 50 мең (!) тираж менән баҫыла.
«Ҡалтай менән Балтай мәрәкәләре» (1993 йыл) 20 мең (!) тираж менән уҡыусыларға тарала.
Хәрефтәр донъяһына арнал­ған «Балалар баҡсаһы» тигән китабы 1994 йылда донъя күрә.
«Ямғыр тамсыһы» 2008 йылда кескәй уҡыусыларҙы ҡыуандыра.
«Толпарым» (1992 йыл).
«Алтын тамыр (2002 йыл).
«Әбйәлилгә мәҙхиә» 2007 йылда үҙнәшер ысулы менән Асҡарҙа баҫыла.
«Кәкүк-һандуғаслы таңдар­ҙа» 2008 йылда донъя күрә.
Балалар һәм өлкәндәр шиғыр­ҙарына яҙылған йыр­ҙарҙан тупланған «Йөрәккә йөрәк тоташа» исемле китабы 2017 йылда моң һөйөүселәргә ҙур бүләк була.
Шағирҙың вафатынан һуң сыҡҡан китабы «42 хәреф» тип атала. Уны Әсхәл Әхмәт-Хужаның тормош иптәше Лүзә апай менән улы Азамат әҙерләп сығарған.
Шағирҙың башҡорт, урыҫ, татар һәм сыуаш телдәрендә донъя күргән 35 китабының дөйөм тиражы 600 меңдән (!) ашып китә.
Тәржемәһе
«Ебәккә ынйы теҙелде» – Әсхәл Әхмәт-Хужаның 1982 йылда тәржемәләрҙән тупланған сувенир баҫма йыйынтығы шулай тип атала. Ғүмеренең 40 йылдан ашыу ваҡытын тәржемә эшенә арнай әҙип. 60-тан ашыу авторҙың әҫәрен башҡорт уҡыу­сыларына һутлы тел ме­нән еткерә. Урыҫ һәм сит ил классиктары – Пушкин, Лермонтов, Гёте, Руставели, Уит­мен, ХХ быуат әҙиптәренән Твардовский, Межелайтис, Ғамзатов, Кулиев һәм башҡаларҙың, йәшерәктәрҙән үҙенең замандаштарының, төрлө милләт ша­ғир­ҙарының шиғырҙарын баш­ҡортсаға ауҙара.
«Ебәккә ынйы теҙелде» китабына яҙған баш һүҙендә Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: «Был йыйынтыҡты мин төрлө телдәрҙә ижад ителгән шиғриәт өлгөләрен башҡорт әҙәбиәтенең ҡаҙанышына әйләндергән шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның күңел антологияһы итеп ҡабул иттем», – тигән юлдары тәржемәсегә ҙур баһа була.
Үҙенең шиғырҙары ла, урыҫ, татар, сыуаш телдәренә тәржемә ителеп, Мәскәүҙә, Ҡазанда, Шупашҡарҙа баҫылып сыға.
Юғары исемдәре һәм наградалары
Республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1992);
Әбйәлил районының әҙәбиәт өлкәһендә Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты (1995);
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002, 1992);
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы (2002);
Әбйәлил районының Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы лауреаты (2006);
Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2007);
Әбйәлил районының Почётлы гражданы (2007);
Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2007);
Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: