Атаһы — билдәле башҡорт сәсәне Нурмөхәмәт Йомрани.
Урта белем биреү мәктәбен тамамлағандан һуң, бер йыл Тәтешле районының Аҡсәйет ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып, унан һуң район гәзитендә эшләгән. 1932 йылда комсомол юлламаһы буйынса Өфөгә моторҙар эшләү заводын (хәҙерге УМПО) төҙөүгә ебәрелә, унда ташсы, бригадир булып эшләй.
1934 йылда Кирәй Мәргән «Ленинец» республика йәштәр гәзите редакцияһына саҡырыла (хәҙерге «Йәшлек» гәзите). Унан һуң «Октябрь» журналы редакцияһында - әҙәби хеҙмәткәр (хәҙерге «Ағиҙел» журналы), ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында инструктор була.
1949 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.
Һуғыш ваҡытында «Комсомольская правда» гәзите хәбәрсеһе була, 1942—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына алына.
1946—1964 йылдарҙа ғилми хеҙмәткәр, СССР-ҙың Фәндәр академияһы Башҡорт филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты бүлек мөдире була.
1951—1954 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһында уҡый һәм «Совет әҙәбиәтендә төҙөлөш һәм йөкмәтке берҙәмлеге проблемаһы» тигән темаға филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
1965—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире була.
Кирәй Мәргән 1984 йылдың 24 ғинуарында Өфөлә үлеп ҡала. Мосолман зыяратында ерләнгән.
Сығанаҡ: wikipedia
Фото: wikimedia